Аҙнағол (исем)

Аҙнағол

Аҙнағолбашҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Аҙнағол исеме бар.

Этимологияһы

Аҙнағол — фарсы, башҡорт теленән «аҙна+ҡол»; «аҙна», «йома көн тыуған» мәғәнәһен аңлатҡан ир балаларға ҡушылған мосолман исеме[1]. Шулай уҡ исемдең ҡыҫҡа варианты — Аҙнай тигән исем бар.

Билдәле шәхестәр

Аҙнағол Ырыҫҡолов (1962 — 1964) — Башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.

Аҙнағол Әптикәев — XII башҡорт кантонының йорт старшинаһы.

Аҙнағол Темиров (1750 — ?) — Гәрәй улусы старшинаһы.

Аҙнағол Мырҙағолов — ғәскәри атаман, Нуғай даруғаһы башҡорто.

Фамилия

Аҙнағолов Венир Ғәлимйән улы (8 февраль 1947 йыл) — партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим. Сәйәсәт фәндәре кандидаты. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһы 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты, Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Аҙнағолов Нурмөхәмәт Дилмөхәмәт улы (рус. Азнагулов Нурмухамет Дильмухаметович; ? — 26 декабрь 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының комсомол эше буйынса политотдел (сәйәси бүлек) начальнигы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Капитан.

Аҙнағолов Рафаил Ғәйнетдин улы (13 февраль 1941 йыл23 ғинуар 2015 йыл) — тел белгесе, педагог-методист. 1972 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, 1978 йылдан — Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре, 2004 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты, педагогия фәндәре докторы (2004), профессор (2009). Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998).

Топонимикала

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Аҙнағол (байрам) — Бишбүләк районы Аҙнай ауылында уҙғарыла.
Аҙнағол — Зәйнәб Биишеваның «Мөхәббәт һәм нәфрәт» әҫәрендәге образ.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Һылтанмалар