Аҡҡоштар

Аҡҡоштар

Ышылдаҡ аҡҡош һыуға төшә
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Cygnus Bechstein, 1803

Төрҙәре
  • Ҡара аҡҡош (Cygnus atratus)
  • Ҡарамуйын аҡҡош (Cygnus melanocoryphus)
  • Ышылдаҡ аҡҡош (Cygnus olor)
  • Лебедь-трубач (Cygnus buccinator)
  • Америка аҡҡошо (Cygnus columbianus)
  • Малый лебедь (Cygnus bewickii)
  • Лебедь-кликун (Cygnus cygnus)

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  174984
NCBI  8867
EOL  20156
Аҡҡош

Аҡҡош, ҡаңғылдаҡ аҡҡош (лат. Cygnus) — һыу ҡошо.

Ҡылыҡһырлама

Ҡаҙҙан ҙурыраҡ. Йәш саҡта-һорғолт көрән, ҙурайғас-бөтә ҡауырһындары ла ап-аҡ. Йөҙгәндә муйынын туры тота. Күҙҙәре һәм аяҡтары ҡыҙыл, суҡышы ҡыҙғылт һары. Тауышы яңғырауыҡлы: «Ҡаңҡ» йәки «ҡаң-ға». Ярҙары ҡамышлы ҙур күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй. Үлән, төрлө орлоҡ, иген менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһы ҡуйы ҡамышлыҡтарҙа. 4—6 бөртөк аҡ йомортҡа һала.

Ҙур ҡоштар, кәүҙәләре 150 см-ға ҡәҙәр оҙонлоҡта, ауырлығы 12 кг-ға ҡәҙәр. Кәүҙәһе һуҙынҡы, муйыны оҙон. Ҡаурыйҙары аҡ төҫтә. Башы уртаса ҙурлыҡта. Аяҡтары ҡыҫҡа, бармак араһындағы йөзү ярылары ҙур. Йәш ҡоштарҙың томшоҡтары алһыу төҫтә, осо ҡара. Ыҫылдауыҡ акҡоштоң кәүҙәһе, муйыны оҙон, ҡыҙғылт һары томшоҡ төбөндә ҡалынайған ҡара урыны бар. Һары моронло аҡҡош тәбәнәк формаһы һәм ҡыҫҡа муйыны менән айырылып тора, томшоҡ төбө һары. Аҡҡоштар бер миҙгелдә һорғолт-зәңгәр төҫтәге 5-9 ҙур йомортҡа һала. Һыу үҫентеләре, шулай уҡ бөжәктәр һәм уларҙың ҡурсаҡтары, селәүсендәр, ҡабырсаҡар, балыҡтар менән туҡланалар. Башҡорттарҙа изге ҡош тип иҫәпләнелә. Уны ауларға ярамай. Ҡарғышы ҡаты була, тиҙәр.

Төрҙәре

  • Аҡҡош
  • Бөҙрә аҡҡош
  • Ҡара аҡҡош