Башаҡ
Башаҡ | |
Башаҡ Викимилектә |
Башаҡ (рус. Ко́лос, лат. spíca) — ҡыяҡлы үҫемлектең оҙонса төп үҙәгенә берешәрләп йәки тәлгәшләп урынлашҡан сәскә йәки орлоҡ сәскәлеге, емле башы. Беренсе осраҡта сәскәлек ябай башаҡ (юл япрағы, орхидея), икенсе — ҡатмарлы башаҡтар (күпселек ҡыяҡлылар, шул иҫәптән бойҙай, арыш, арпа) тип атала.
Башаҡ Ҡөрьәндә
Үҙ малдарын Аллаһ юлында сарыф иткән кешеләр бер орлоҡтан ете башаҡ, һәр башаҡта йөҙ орлоҡ үҫтергән орлоҡҡа оҡшайҙар. Һәм Алла теләгән бәндәһенә икеләтә өлөш бирә. Ысынлап та, Алла бөтә нәмәне биләүсе, белеүсе! |
Башаҡ геральдикала
Башаҡ совет геральдикаһында киң ҡулланыла. Ауыл хужалығы символы булараҡ, уны биҙәй гербыы элекке социалистик илдәрҙең, СССР-ҙың элекке союздаш республикаларының һәм уларҙы төбәктәренең гербтарын биҙәп тора.
Һылтанмалар
- Ҡөрьән [1]
- Колос // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978. (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2009)
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |