Береговой (Кәҫле районы)

Береговой
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Береговое сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Береговое сельское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 2136 кеше (2002)[2],
1815 кеше (2010)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 227 метр
Почта индексы 456847
Урындағы телефон коды 35149

БереговойРәсәйҙә Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы ҡасаба. Береговой ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Тарихы

Ҡасабаға 1930 йылда «Бәғәрәк» совхозының 1-се бүлексәһе эргәһендә нигеҙ һалына (1960 йылда «Береговой» совхозы тип үҙгәртелә); тораҡтарҙан тик барактар ғына булған. 1950 йылдарҙа йорттар төҙөлә башлай. 1956 йылда мәктәп асыла, 1963 йылда — Мәҙәниәт Йорто асыла, уның янында һуңғараҡ «Гармунҡай» һәм «Таң» балалар коллективтары ойошторола (Мәскәү «Иртәнге йондоҙ» фестивале лауреаты).

Билдәле кешеләре: совхоз директоры С. П. Бусов (Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Хеҙмәт Даны ордендары менән бүләкләнә); тракторист А. Ф. Ордин һәм 3-сө бүлексә идарасыһы отделением Т. Ф. Вайданов (Хеҙмәт Даны ордены).[4]

Географияһы

Рельефы - урман-дала. Пороховое күленең көньяҡ ярында, район үҙәгенән, Кәҫленән, төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай яҡынса 31 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡасаба диңгеҙ кимәленән 227 метр бейеклектә[5]

Халҡы

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2010[7]
21361815

Халҡы 2136 кеше тәшкил итә (1970 йылда — 2082, 1983 йылда — 2214, 1995 йылда — 2565 кеше).

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 2010 йылда халыҡ һаны ҡасабала 1815 кеше тәшкил иткән (1010 ҡатын-ҡыҙ һәм 805 ир-егет).

Инфраструктураһы

Ҡасабала урта дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы (МДОУ Д/С «Әкиәт»), мәҙәниәт йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, участка дауаханаһы[8] һәм элемтә бүлеге эшләй. Ҡасабаны күрше тораҡ пункттар менән грунт һәм шоссе юлдары бәйләй. Район үҙәгенә (Кәҫле) тиклем алыҫлыҡ 45 км.

Урамдары

Ҡасаба 19 урам урамдан тора[9].

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
  3. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  4. Береговой 2019 йыл 24 август архивланған.
  5. Beregovoy (англ.). GeoNames. Дата обращения: 2 апреля 2014.
  6. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  7. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  8. Каталог организаций посёлка Береговой 2014 йыл 7 апрель архивланған. // Catalogfactory.ru
  9. Регионы России → Челябинская обл. → Каслинский р-н → Береговой п.