Биргитта Шведская (принцесса)

Биргитта Шведская
швед. Birgitta Ingeborg Alice
Герб
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ Швеция
ТитулШвеция принцессаһы[d]
Тыуған көнө19 ғинуар 1937({padleft:1937|4|0}-{padleft:1|2|0}-{padleft:19|2|0})[1]
Тыуған урыныДворец Хага[d], Сольна[d]
Вафат булған көнө4 декабрь 2024({padleft:2024|4|0}-{padleft:12|2|0}-{padleft:4|2|0})[2] (87 йәш)
Вафат булған урыныМальорка[d], Балеарские острова[d], Испания[3]
Дата погребения или кремации15 декабрь 2024[4]
Ерләнгән урыныКунглига бегравнингсплатсен[d][4]
АтаһыГустав Адольф Оскар Фредерик Артур Эдмунд[d][1]
ӘсәһеСибилла Саксен-Кобург-Готская[d][1]
Бер туғандарыКарл XVI Густав[d], Дезире Шведская, Кристина һәм Маргарет Шведская
Хәләл ефетеИоганн Георг Гогенцоллерн[d]
БалаларыКарл Кристиан Гогенцоллерн[d], Дезире Гогенцоллерн[d] һәм Хубертус Гогенцоллерн[d]
НәҫелеБернадоты[d] һәм Гогенцоллерны-Зигмарингены[d]
Туған телшвед теле
Һөнәр төрөшаһбикә
Уҡыу йортоШведский Государственный институт физической культуры и спорта[d]
Franska Skolan[d]
Префикс титулаКоролевское высочество[d]
Социаль синыфчлен королевской семьи[d] һәм светская персона[d]
Спорт төрөГольф
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Большой крест ордена «За заслуги перед Федеративной Республикой Германия» Knight of the Seraphim
 Биргитта Шведская Викимилектә

Принцесса Биргитта Ингеборга Алиса Шведская 1937 йылдың 19 ғинуарында тыуа) — швед принцессаһы, никахта княгиня Гогенцоллерн, король Карл XVI Густавтың һеңлеһе.

Биографияһы

Ғаиләһе

Принцесса принц Адольф Густав, герцог Вестерботтенский һәм уның ҡатыны принцесса Сибилла Саксен-Кобург-Готскаяның икенсе балаһы һәм ҡыҙы була. Принцессаның атаһы Бернадот швед королдәре династияһына ҡарай һәм Швеция короле Густав VI Адольфтың һәм уның ҡатыны, королева Викторияның ейәнсәре Маргарита Коннтаутскаяның улы. Принцессаның әсәһе Сибилла — принц Карл Эдуард, герцог Саксен-Кобург-Готскийҙың һәм принцесса Аделаида Виктория Шлезвиг-Гольштейнскаяның ҡыҙы. Унан һуң ғаиләлә тағы ла ике ҡыҙ бала принцессалар Дезира менән Кристина, шулай уҡ ҡустыһы буласаҡ король Карл XVI Густав тыуа.

Никахы

1959 йылда Германияға туғандарына барған сағында принцесса үҙенең буласаҡ ирен немец кенәзе Иоганн Георг Гогенцоллернды (1932-2016) осрата. 1960 йылдың 15 декабрендә йәрәшеүҙәре тураһында иғлан ителә.

Туй 1961 йылдың 25 майында Стокгольмда Королдәр һарайында үткәрергә, ә дини тантана — шул уҡ йылдың 30 май Зигмаринген һарайында  үтә. Туйҙа уның һеңлеһе принцесса Кристина һәм принцесса Бенедикта Датская кәләштең әхирәттәре була. Никахҡа ингәндән һуң Биргитта Швеция принцессаһы һәм Гогенцоллерн княгиняһы тип атала башлай.

Биргитта ғаиләлә тәхет вариҫтары булған икенсе бер ғаилә вәкиле менән династия никахына ингән берҙән-бер бала була. 1990 йылда улар айырым йәшәй башлай, әммә никах рәсми рәүештә тарҡалмай. Был никахтан өс бала тыуа:

  • Карл Кристиан Гогенцоллерн (1962 йылдың 5 апрелендә тыуа) Николь Элен Нестичҡа (1968 йылдың 22 ғинуарында тыуа) өйләнгән, бер улдары була;
  • Дезире Гогенцоллерн (1963 йылдың 27 ноябрендә тыуа), беренсе никахы граф Ортенбург Генрих Георг Франц менән (өс бала), икенсе никахы Экберт Болен унд Хальбах менән;
  • Хубертус Гогенцоллерн (1966 йылдың 10 июнендә тыуа), Мария Ута Кенигҡа өйләнгән.

Уларҙың балалары Ғәли Йәнәптәре титулын йөрөтә.

Короллек бурыстары

Принцесса — король гольф йәмғиәтенең почетлы ағзаһы. Был вазифаны ул 1997 йылда атаһының ҡустыһы принц Бертиль вафат булғандан һуң үҙ өҫтөнә ала.

Биргитта йыл һайын Изге Люсия Көнөндә ҡатнаша һәм уны  Швецияның милли байрамы тип иҫәпләй.

Принцесса 2010 йылда ире һәм балалары менән бергә ҡустыһының ҡыҙы кронпринцесса Виктория менән Даниэль Вестлингтың туйына саҡырыла.

Титулдары

  • 19 ғинуар, 1937 — 25 май, 1961: Король Ғәли Йәнәптәре Принцесса Шведская
  • 25 май, 1961 — хәҙерге ваҡытта: Король Ғәли Йәнәптәре Принцесса Шведская, Принцесса Гогенцоллерн

Шәжәрәһе

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләрҙе ҡарап сығыу

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Lundy D. R. Birgitta Ingeborg Alice Bernadotte, Princess of Sweden // The Peerage (ингл.)
  2. Nyheter S. V. T. Prinsessan Birgitta är död (швед.) — 2024.
  3. Prinsessan Birgitta är dödSveriges Television, 2024.
  4. 4,0 4,1 https://www.svt.se/nyheter/inrikes/prinsessan-birgitta-begravs-pa-sondagen