Иҫке Ҡолсобай

Иҫке Ҡолсобай
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тымбай ауыл Советы
Халыҡ һаны 400 кеше (2010)[1],
406 кеше (2002)[2],
401 кеше (2009)[2]
Почта индексы 452352

Иҫке Ҡолсобай (рус. Старокульчубаево) — Башҡортостан Республикаһының Мишкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 400 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80243865004.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 400 207 193 51,8 48,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мишкә): 39 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Тымбай): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы («Загородная» г. Өфө): 104 км

Билдәле шәхестәре

  • Андреев Григорий Александрович (7.01.1976), спортсы, алыҫ дистанцияға йүгереүсе. 2002 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). Марафон дистанцияларына йүгереүҙә 2004 һәм 2008 йылдарҙа Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Словакияла уҙған халыҡ-ара марафон еңеүсеһе (Кошице ҡалаһы, 2003). Экиден буйынса Рәсәй чемпионы (2002).
  • Андрианов Андрей Андрианович (24.04.1939—16.04.2010), театр актёры. Мари АССР‑ының халыҡ артисы (1989) артисы. Мари Иле Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (2005)[4].
  • Зәйниев Гельсий Зәйни улы (1940), журналист, әҙәбиәт белгесе, тәржемәсе. 1967 йылдан Йошкар-Ола ҡалаһында нәшер ителгән «Марий коммуна» («Мари коммунаһы») гәзите хеҙмәткәре, 1971 йылдан — бүлек мөдире, 1975 йылдан — яуаплы секретарь; 1991 йылдан «Кече» («Кесе») журналының, 1993—2005 йылдарҙа «Ончыко» («Алға») журналының баш мөхәррир урынбаҫары. Мари АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), СССР-ҙың матбуғат отличнигы (1978). Марий-Эл Республикаһының әҙәбиәт өлкәһендәге С. Чавайн исемендәге дәүләт премияһы (2005), М. А. Кастрен фин мәҙәни йәмғиәте премияһы (2002) лауреаты[5].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар