Йылға тармағы
Йылға тармағы | |
Ҡапма-ҡаршыһы | ҡушылдыҡ |
---|---|
![]() |
Йылға тармағы (рус. Рукав реки) — йылға йырҙаһына хас булған морфологик төҙөлөштәге барлыҡ үҙенсәлектәре менән хасил булған, ғәҙәттә, шул уҡ йылғаға ағым ыңғайына яңынан ҡоя торған айырым йырҙа.
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/3d/%D0%A0%D1%8B%D0%B1%D0%B0%D0%BA%D0%B8_29.07.2012_-_panoramio.jpg/300px-%D0%A0%D1%8B%D0%B1%D0%B0%D0%BA%D0%B8_29.07.2012_-_panoramio.jpg)
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/e/e5/Inzer_river.jpg/300px-Inzer_river.jpg)
Тасуирламаһы
Тармаҡтан башҡа йылға түбәндәгесә лә сатлана:
- армыттар — үҙаллы йылғаларға оҡшаған йылға саты
- ҡылымыҡ — икенсел тармаҡ.
Армыттар барлыҡҡа килеүенә йыш ҡына һыубаҫар туғайҙарҙағы тармаҡтар күп булыуы сәбәпсе була. Ҡылымыҡ — йырҙа тармаҡаланыуы һөҙөмтәһе.
Тармаҡтар төп ике ысул менән барлыҡҡа килә:
- Йылғала ташылма өйөмдәре хасил булыу йәки утрау барлыҡҡа килеү;
- Һыубаҫар туғайҙарҙа йылғаның йырҙаһын турайтып аға башлауы
Һирәгерәк ағымдарҙың йылға төбөндәге йыуҙырылмаҫ тоҡомдарҙы урап үтеүе арҡаһында ла тармаҡ барлыҡҡа килә.
Күп тармаҡлылыҡ дельталарға хас.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Йылға селтәре
- Өйөм процесы
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Чебарев А. И. Гидрологический словарь. Л., Гидрометеоиздат, 1978.