Йүрүҙән
Йүрүҙән | |
---|---|
Йүрүҙән йылғаһы (Усть-Катав ҡалаһы янында) | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 404 км |
Бассейн | 7240 км² |
Һыу сығымы | 55 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | Көньяҡ Урал |
Тамағы | Павловка һыуһаҡлағысы Ҡариҙел) |
· Координаталар | 54°17′39″ с. ш. 58°14′28″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Ил | ![]() |
РДҺР | 10010201112111100023101 |
Йүрүҙән Викимилектә |
Йүрүҙән (башҡорт теленең көнсығыш диалектында: юр үҙән, «өлкән йылға» мәғәнәһендә; рус. Юрюзань) — Көньяҡ Уралдағы йылға. Башланған урыны — Ямантауҙың төньяҡ итәге, Белорет районында.
Силәбе өлкәһе, Башҡортостандың Белорет, Салауат, Дыуан, Ҡариҙел райондары буйлап аға. Ҡариҙел йылғаһына һул яҡтан ҡушыла (тамағынан 262 км алыҫлыҡта).
Географияһы
Йылға буйында Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән, Ҡытаутамаҡ (рус. Усть-Катав) ҡалалары, Башҡортостандың Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылы, «Янғантау» шифаханаһы урынлашҡан.
Ҡушылдыҡтары
Төп ҡушылдыҡтары:: уң — Кошелевка (Йүрүҙән ҡушылдығы), Оло Көтөм, Оло Берҙәш, Миҫе (Йүрүҙән ҡушылдығы); һул — Ҡатай (Йүрүҙән ҡушылдығы), Көҫкәнде (Ҡондоҙтамаҡ), Айыр, Ҡотҡур, Илек (Йүрүҙән ҡушылдығы), Ҡарамалы (Вязовка) һ.б.[1]
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р. З. Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
Сығанаҡтар
- Йүрүҙән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
![]() |
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |