КПСС Үҙәк Комитеты

КПСС Үҙәк Комитеты
Нигеҙләү датаһы 1918
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы ЦК КПСС, ЦК КПРС, ЦК КПСС һәм Sov.İKP MK
Издание организации Правда
Дәүләт  СССР
Юрисдикция таралышы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Түбәнерәк дәрәжә центральный комитет компартии союзной республики[d], краевой комитет КПСС[d] һәм областной комитет КПСС[d]
Бойһонған ойошма (филиал) Марксизм-ленинизм институты[d], КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d], Академия общественных наук при ЦК КПСС[d], Ҡыҙыл профессура институты[d], Центральный комитет Компартии РСФСР[d], Центральный комитет Компартии Украины[d], Центральный комитет Компартии Белоруссии[d], Центральный комитет Компартии Эстонии[d], КПСС-тың Башҡорт өлкә комитеты, Великолукский областной комитет КПСС[d], Волгоградский областной комитет КПСС[d], Карельский областной комитет КПСС[d], Крымский областной комитет КПУ[d], Ленинградский областной комитет КПСС[d], Московский областной комитет КПСС[d], Областной комитет ВКП(б) АССР Немцев Поволжья[d], Свердловский областной комитет КПСС[d], Татарский областной комитет КПСС[d] һәм Тюменский областной комитет КПСС[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы доходный дом В. И. Титова[d], Тверской районы[d], Центральный административный округ Москвы[d], Мәскәү, СССР
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 6 ноябрь 1991
Адрес Москва, Старая пл., д. 4
Категория членов Категория:Члены ЦК КПСС[d]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Сотрудники аппарата ЦК КПСС[d]
 КПСС Үҙәк Комитеты Викимилектә

Советтар Союзы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты (1917 йылдың яҙына тиклем: РСДРП Үҙәк комитеты, 19171918 РСДРП (б) Үҙәк комитеты, 19181925 ЦК РКП(б) Үҙәк комитеты , 19251952 ВКП (б) Үҙәк комитеты — партия съездары араһында юғары партия органы. Иң күп ағзанан торған КПСС Үҙәк Комитеты составы (412 ағза) КПСС-тың XXVIII съезында (1990) һайлана.

Ленин һәм башҡа нигеҙ һалыусылар РСДРП эске демократия принциптарына таяныусы ойошма булыр, тип ҡабул иткән, һөҙөмтәлә партияла бер ваҡытта ла рәйес, Үҙәк комитет рәйесе йә ҮК Политбюроһы рәйесе вазифалары булмаған. Үҙәк комитет секретары баштан уҡ фәҡәт техник роль үтәгән[1].

Август фетнәһе тормошҡа ашырылмағандан һуң, 1991 йылдың 23 авгусында Мәскәү мэры Г. Х. Попов бойороғо буйынса Иҫке майҙанда КПСС Үҙәк комитеты һәм КПСС-тың Мәскәү ҡала комитеты биналары бикләнеп мисәтләнә[2], шулай итеп, уларҙың эшмәкәрлеге туҡтатыла. Шул уҡ көндә РСФСР Президенты указы менән республика биләмәһендәге төбәк партия ойошмаларының эшмәкәрлеге туҡтатыла[3]. СССР-ҙың Юғары Советы 1991 йылдың 29 авгусындағы ҡарары менән КПСС Үҙәк комитеты эшмәкәрлеген туҡтата[4], партия биналары һәм башҡа мөлкәте мисәтләнә. 1991 йылдың 6 ноябрендә РСФСР Президенты Б. Н. Ельцин үҙенең указы менән КПСС һәм уның республика ойошмаһы — РСФСР Коммунистар партияһының Рәсәй биләмәһендәге эшмәкәрлеген тыйҙы, партия милке Рәсәй властары милкенә тартып алынды. 1992 йылдың 30 ноябрендә Рәсәй Конституция суды РСФСР Коммунистар партияһының-КПСС-тың беренсел ойошмаларын таратыуҙы законһыҙ тип тапты, әммә партияның Үҙәк комитетын таратыу үҙ көсөндә ҡалдырылды.

КПСС Үҙәк Комитетының вәкәләттәре

КПСС уставына ярашлы, Үҙәк комитет партияның, республика һәм урындағы партия органдарының бөтә эшмәкәрлеген етәкләгән, партияның кадрҙар сәйәсәтенә етәкселек иткән. КПСС ҮК уларҙа партия төркөмдәре аша үҙәк дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары эшенә йүнәлеш биргән, партияның төрлө органдарын, учреждениеларын һәм предприятиеларын ойошторған һәм уларҙың эшмәкәрлегенә етәкселек иткән, уның контроле аҫтында эшләүсе үҙәк гәзит һәм журнал редакцияларын тәғәйенләгән, партия бюджеты средстволарын бүлгән һәм уның үтәлешен контролгә алған[5].

КПСС ҮК коллегиаль етәксе орган була, КПСС Үҙәк комитеты даими рәүештә пленумдар — Үҙәк комитеттың бөтә ағзалары һәм ағзалыҡҡа кандидаттары йыйылыштарын (партия уставына ярашлы, йылына кәмендә 6 айға бер тапҡыр) үткәргән; Үҙәк Комитет ағзалығына кандидаттар пленумдарҙа фекер алышыу тауышына эйә булған. Тәжрибә күрһәтеүенсә, Үҙәк башҡарма комитет пленумдары эшендә фекер алышыу тауышы хоҡуғы менән КПСС-тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзалары ҡатнашҡан. ҮК пленумдарында КПСС Үҙәк комитеты Политбюроһын (Президиум), Үҙәк комитет Секретариатын һәм Үҙәк комитет Оргбюроһын, Партия контроле комиссияһын (1934—1990) һайлаған[6].

КПСС Үҙәк комитеты Политбюроһы

КПСС Үҙәк комитеты Политбюроһы уның Пленумдары араһында Үҙәк комитеттың сәйәси эшенә етәкселек итеүсе юғары партия органы була. РКП(б)-ның VII съезынан һуң даими орган булараҡ эш иткән. Мөһим сәйәси, хужалыҡ итеү һәм партия эсендәге мәсьәләләрҙе хәл иткән.

Үҙәк Комитет Секретариаты

Уның составына КПСС Үҙәк комитеты секретарҙары инә.

1990 йылда Секретариаттың КПСС Үҙәк комитеты секретары булмаған 5 ағзаһы индерелә.

Үҙәк Комитеттың Оргбюроһы

Был орган 1919 - 1952 йылдарҙа иҫәптә тора, ғәмәлдә Секретариат эшмәкәрлеген ҡабатлай һәм ошо сәбәпле реаль роль уйнамай.

КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары

Машеров Пётр Мироновичтың КПСС Үҙәк комитеты ағзалыҡ билеты, 1966 йыл. Дизайн һәм йөкмәтке яғынан Үҙәк комитет ағзаларының ағзалыҡ билеттары ла шундай күренешкә эйә булған
КПСС Үҙәк комитеты секретарҙарының береһе Ғүмәр Усмановтың хеҙмәт таныҡлығы. 1986 йылдан алып 1990 йылға тиклем

1917-1918 йылдарҙа - РСДРП(б) ҮК Бюроһы секретары, 1918-1919 йылдарҙа - РКП(б) ҮК Секретариаты рәйесе, 1919-1922 йылдарҙа - РКП(б) ҮК-ның яуаплы секретары, 1953-1966 йылдарҙа - КПСС ҮК-ның беренсе секретары.

  • 1917 йылда Яков Михайлович Свердлов ҡайһы бер партия директиваларына РСДРП(б) -ның Үҙәк Комитеты Рәйесе булараҡ ҡул ҡуя, әммә бер ҡасан да был вазифаға һайланмай. И. В. Сталинды тәғәйенләгәнгә тиклем (1922) Үҙәк башҡарма комитеттың яуаплы секретары вазифаһы тик техник яҡлы ғына һәм партия етәкселеге менән бәйләнмәгән була. Әммә быға тиклем бер нисә йыл алдан, урындағы партия комитеттарының яуаплы секретарҙары Үҙәк комитеттың яуаплы секретарына буйһоноу тәртибе барлыҡҡа килгән.
  • 1917 — Стасова Елена Дмитриевна
  • 19181919 — Свердлов Яков Михайлович
  • 1919 — Стасова Елена Дмитриевна
  • 19191921 — Крестинский Николай Николаевич
  • 19211922 — Молотов Вячеслав Михайлович (Скря́бин)
  • 19221934 — Сталин Иосиф Виссарионович (Джугашвили).
  • 1934 йылда ВКП(б) Үҙәк комитетының генераль секретары вазифаһы партия съезы ҡарары менән бөтөрөлә һәм рәсми вазифалар исемлегендә ул 1953 йылға тиклем, КПСС Үҙәк комитетының сентябрь пленумы КПСС Үҙәк комитетының беренсе секретары вазифаһы булараҡ тергеҙелгәнгә тиклем, юҡҡа сығарыла. Был факт менән иҫәпләшеп тормайынса, Сталин иҫән саҡта баҫылған бер нисә мәҡәләлә (1947 йылғы «Ҡыҫҡа биография»һын да индереп) һәм Ҙур совет энциклопедияһында (БСЭ), Сталин 1934 йылдан Үҙәк Комитет секретары булараҡ имза ҡуйһа ла, И. В. Сталинды генераль секретар тип атауҙы дауам иткәндәр.
  • 19531964 — Хрущёв Никита Сергеевич.
  • 19641982 — Брежнев Леонид Ильич.
  • 19821984 — Андропов Юрий Владимирович.
  • 19841985 — Черненко Константин Устинович.
  • 19851991 — Горбачёв Михаил Сергеевич.

РСДРП, РКП(б), ВКП(б) һәм КПСС съездары

Һайланған Үҙәк комитет ағзалары һаны килтерелә

  • 1898 — РСДРП-ның I съезы — 3 ағза
  • 1903 — РСДРП-ның II съезы — партия ЦО, ҮК (ЦК) һәм Советы
  • 1905 — РСДРП-ның III съезы — билдәһеҙ
  • 1906 — РСДРП-ның IV съезы — 10 ағза
  • 1907 — РСДРП-ның V съезы — 12 ағза, 22 кандидат
  • 1917 — РСДРП(б)-ның VI съезы — 21 ағза, 10 кандидат
  • 1918 — РКП(б)-ның VII съезы — 15 ағза, 8 кандидат
  • 1919 — РКП(б)-ның VIII съезы — 19 ағза, 8 кандидат
  • 1920 — РКП(б)-ның IX съезы — 19 ағза, 12 кандидат
  • 1921 — РКП(б)-ның X съезы — 25 ағза, 15 кандидат
  • 1922 — РКП(б)-ның XI съезы — 27 ағза, 19 кандидат
  • 1923 — РКП(б)-ның XII съезы — 40 ағза һәм 17 кандидат
  • 1924 — РКП(б)-ның XIII съезы — 53 ағза һәм 34 кандидат
  • 1925 — ВКП(б)-ның XIV съезы — 63 ағза һәм 43 кандидат
  • 1927 — ВКП(б)-ның XV съезы — 71 ағза һәм 50 кандидат
  • 1930 — ВКП(б)-ның XVI съезы — 71 ағза һәм 67 кандидат
  • 1934 — ВКП(б)-ның XVII съезы — 71 ағза һәм 68 кандидат
  • 1938 — ВКП(б)-ның XVIII съезы — 71 ағза һәм 68 кандидат
  • 1952 — КПСС-тың XIX съезы — 125 ағза һәм 111 кандидат
  • 1956 — КПСС-тың XX съезы — 133 ағза һәм 122 кандидат
  • 1961 — КПСС-тың XXII съезы — 175 ағза һәм 155 кандидат
  • 1966 — КПСС-тың XXIII съезы — 195 ағза һәм 165 кандидат
  • 1971 — КПСС-тың XXIV съезы — 241 ағза һәм 155 кандидат
  • 1976 — КПСС-тың XXV съезы — 287 ағза һәм 139 кандидат
  • 1981 — КПСС-тың XXVI съезы — 319 ағза һәм 151 кандидат
  • 1986 — КПСС-тың XXVII съезы — 307 ағза һәм 170 кандидат
  • 1990 — КПСС-тың XXVIII съезы — 412 ағза, кандидаттар һайланмаған

Үҙәк Комитет аппараты

1980-се йылдарҙан, 1989 йылдың октябренә тиклем КПСС Үҙәк комитеты аппаратына:
  1. Хәрби бүлек (Совет Армияһының һәм Хәрби-Диңгеҙ Флотының Баш сәйәси идаралығы уның хоҡуҡтарында булған);
  2. КПСС Үҙәк комитетының Халыҡ-ара бүлеге;
  3. КПСС Үҙәк комитетының Оборона сәнәғәте бүлеге;
  4. КПСС Үҙәк комитетының Дөйөм бүлеге;
  5. Административ органдар бүлеге;
  6. Тышҡы сауҙа бүлеге;
  7. Мәғлүмәт бүлеге;
  8. Мәҙәниәт бүлеге;
  9. Еңел сәнәғәт һәм халыҡ ҡулланыу тауарҙары бүлеге;
  10. Машиналар төҙөлөшө бүлеге;
    секторҙары: СССР автомобиль сәнәғәте;
  11. Халыҡ-ара мәғлүмәт бүлеге;
  12. Фән һәм уҡыу йорттары бүлеге;
  13. Ойоштороу-партия эше бүлеге.
    функциональ секторҙар:
    Партия документтарына контроль;
    Кадрҙарҙы уҡытыу һәм ҡайтанан уҡытыу;
    Йәмәғәт ойошмалары, Советтар һәм комсомол менән эшләү бүлеге;
    Инспекция;
    төбәк секторҙары:
    Украина, Молдавия;
    Урта Азия, Ҡаҙағстан;
    Кавказ аръяғы;
    Балтик буйы, Белоруссия;
  14. План һәм финанс органдары бүлеге[7];
  1. Пропаганда һәм агитация бүлеге
    секторҙары: пропаганда, агитация, массауи эштәр, пресса, радио һәм телевидение;
  2. Сит ил кадрҙары һәм сит илгә сығыу эштәре бүлеге;
  3. КПСС Үҙәк комитетының по связям с коммунистик һәм социалистик илдәрҙең эшсе партиялары менән бәйләнеш бүлеге;
  4. Ауыл хужалығы һәм Аҙыҡ-түлек сәнәғәте бүлеге;
  5. Төҙөлөш бүлеге;
  6. Совет сауҙаһы һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе бүлеге;
  7. Транспорт һәм Электр бәйләнеше бүлеге;
  8. Ауыр сәнәғәт һәм энергетика бүлеге;
  9. Химик сәнәғәт бүлеге;
  10. СССР иҡтисады бүлеге;
  11. Инспекция;
  12. Эштәр менән идара итеү.

1989 йылдың октябренә тиклем 20 бүлек була. 1989 йылдың октябренән 10 бүлек[8]:

  1. Партия төҙөлөшө һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге;
  2. Совет идеологияһы бүлеге;
  3. Социаль-иҡтисади бүлек[7];
  4. Аграр бүлеге;
  5. Оборона сәнәғәте бүлеге;
  6. Дәүләт-хоҡуҡ бүлеге;
  7. Халыҡ-ара бүлек;
  8. Дөйөм бүлек;
  9. КПСС Үҙәк комитеты эштәре менән идара итеү;
  10. Йәмәғәт-сәйәси ойошмалар менән бәйләнештәр бүлеге.

1988 йылда аппаратта 1940 яуаплы һәм 1275 техник хеҙмәткәр бар ине[9]. Н. А. Митрохин әйткәнсә: Үҙәк комитет аппаратының «халыҡҡа аҙ билдәле функционерҙары» «илдең сәйәси һәм административ-хужалыҡ тормошонда КПСС Үҙәк комитеты ағзаларынан да күберәк баһалы күренгән»[10].

Ғилми-тикшеренеү һәм уҡыу йорттары

Үҙәк комитет ҡарамағында дүрт ғилми-тикшеренеү һәм уҡыу йорто: КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Марксизм-ленинизм институты; КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр институты; КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе; КПСС ҮК эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһы булған.

Үҙәк комитеттың Ижтимағи фәндәр институтындағы Халыҡ-ара бүлеге етәкселегендә ябыҡ режимда коммунистик, эшсе партиялар өсөн һәм социалистик булмаған илдәрҙең эшсе һәм революцион-демократик партиялары һәм хәрәкәттәре өсөн кадрҙар әҙерләгәндәр һәм был хәрәкәттәрҙең проблемаларын өйрәнгәндәр[11].

Коммунистик интернационалға ярҙам

Коммунистик интернационалға ярҙам итеү һәм уны үҫтереү өсөн «Һул эшсе ойошмаларға халыҡ-ара ярҙам фонды» булдырылған. Ул КПСС-тың 20 миллион долларҙан ашыу ирекле взностарынан һәм Варшава килешеүе блогының социалистик илдәре компартияларынан 2-3 миллион доллар күләмендә булдырылған. [12].

1989 йылда Фондтан 73 коммунистик, эшсе һәм революцион-демократик партияға һәм ойошмаға ярҙам күрһәтелгән. Бүленгән средстволарҙың дөйөм суммаһы 21,2 миллион доллар тәшкил итте. Фондтан бөтәһе 93 композицияға һәм хәрәкәткә интернациональ ярҙам күрһәтелде[13]. Всего из фонда оказывалась интернациональная помощь 93 компартиям и движениям[12].

2015 йылда НТВ телекомпанияһы «Темное дело» программаһында «Кем КПСС алтынын урлаған» документаль детектив фильмын күрһәтте. 2018 йылда ТВ Центр телеканалы «Партия алтыны - Туҡһанынсылар» документаль фильмын күрһәтте[14].

Был тапшырыуҙарҙа журналист тикшереүе үткәрелде. Рәсәй Генераль прокуратураһының КПСС эше буйынса тәфтиш төркөмөнөң элекке етәксеһе Сергей Аристов интервьюһында прокурор тикшереүе һөҙөмтәһендә, 1991 йылдың авгусында, КПСС-тың Үҙәк комитеты бинаһында (артабан - КПСС Үҙәк комитеты) ГКЧП — Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетының капитуляцияһынан һуң, Көнсығыш Европа илдәре коммунистик партияларының яҙмалары һәм хаттары табылыуы, йәшерен партия эшмәкәрлеге алып барылғанлығын һөйләне[12].

30 йыл эсендә Италия компартияһы КПСС-тан ярты миллиард доллар алған. 1987 йылда Француз коммунистар партияһы партия ихтыяждарына өҫтәмә рәүештә 1 миллион доллар, Ирландия милли азатлыҡ армияһы 5 миллион доллар алған[12].

1989 йылғы КПСС Үҙәк Комитетының халыҡ-ара бүлеге 25 декабре документында былай тиелә: «Һул эшсе ойошмаларға халыҡ-ара ярҙам фонды» иҫәбенә 62 партияның үтенесен ҡәнәғәтләндерергә. Финляндия, Дания партияһы, Мартиники Коммунистар партиялары, Гваделупа, Нигерия һәм Мадагаскар партиялары өҫтәмә рәүештә индереләсәк - бүлек мөдире Фалин В. М.[12]

1991 йылдың авгусында КПСС Үҙәк Комитетының халыҡ-ара бүлек секретариатында Америка Ҡушма Штаттары Коммунистар партияһы өсөн тәғәйенләнгән 2 миллион доллар табыла[12].

КПСС Үҙәк Комитетының партия капиталдары

КПСС ҮК-ның эшмәкәрлеге туҡтатылыуға СССР-ҙағы һәм Европа илдәрендәге «Дуҫлыҡ йорттары», өлкә комитеттары, ҡала комитеттары, район комитеттары, юғары партия мәктәптәре биналары партия балансында торған[12]:

  • 4228 — административ бина
  • 131 — йәмәғәт-сәйәси үҙәк
  • 134 — ҡунаҡхана
  • 112 — архив
  • 16 — тикшеренеү институты
  • 41 — уҡыу йорто
  • 54 — В. И. Ленин йорт-музейҙары
  • 23 — шифахана һәм ял йорто
  • 145 — автобаза
  • 840 — гараж

Иҫкәрмәләр

  1. История высших органов КПСС. — М.: Открытое общество, 2001
  2. В августе 91-го 2021 йыл 30 сентябрь архивланған.
  3. Указ Президента РСФСР от 23.08.1991 № 79
  4. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза (1898—1991)
  5. Восленский М. С. Номенклатура. Господствующий класс Советского Союза / Предисл. М. Джиласа. — М.: МП «Октябрь», «Советская Россия», 1991. — 624 с. — ISBN 1870128176 ISBN 5-268-00063-2.
  6. Центральный комитет КПСС, ВКП(б), РКП(б), РСДРП(б): Историко-биографический справочник / Сост. Ю. В. Горячев. — М.: Парад, 2005. — 496 с.
  7. 7,0 7,1 Митрохин Н. Кто и как планировал советскую экономику после Хрущева // Неприкосновенный запас. 2020. № 5.
  8. Восленский, 1991, с. 619
  9. «Известия ЦК КПСС» № 1, 1989 г.
  10. Митрохин Н. Back‑Office Михаила Суслова, или Кем и как производилась идеология брежневского времени // Cahiers du monde Russe. 54/3-4. 2013. p. 409—440.
  11. Евгений Новиков Как мы делали террористов. Воспоминания соучастника 2016 йыл 8 апрель архивланған. Столица № 30, 1991
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 12,5 12,6 Дело тёмное: Золото партии//НТВ 2015 г.
  13. Вопрос Международного отдела ЦК КПСС 2020 йыл 14 ғинуар архивланған.
  14. Документальный фильм ТВ Центр: Золото партии Девяностые ТВ Центр 2018 г.

Һылтанмалар

Ҡалып:Структура КПСС