Камала

Камала (Деванагари яҙыуы менән:কমলা), Парвати, Махавидья, Лакшми, Шивашакти менән бәйле. Бәхет һәм байлыҡ Алиһәһе. Ире - Шива. 4 филгә һәм лотосҡа атлана. Ун Махавидья ағзаһы.

Индуизмда Камала (Санскрит телендә: कमला) йәки Камалатмика (Санскрит телендә:कमलात्मिका) ул алҡыш биреү аспектында Дэви тулылығы. Ул унынсы Маһавидья булып торa (олo хикмәт). Ул Парватиның формаһы булып тора, барлыҡ Махавидьялар булған кеүек. Уның доғалары Шукраны тынысландыралар.

Иконографияһы

Камалатмика алтынһыу төҫтә. Уны дүрт ҙур фил ҡойондора, улар аның өҫтөнә калашаларҙан (сүлмәктәрҙән) "амританы" ҡоялар. Уның дүрт ҡулы бар. Ике ҡулында ул ике лотос тота һәм уның ике ҡулы тәңгәл рәүештә абхайямудрала (ышаныслыҡ күрһәтеүсе ишаралар) һәм варада-мудрала (алҡыштар биреү ишараһы). Ул сафлыҡ символында - Падмаасанала Лотос позицияһында (Nelumba nucifera) ултыра.

Риүәйәте

Парашакти Алиһәһе Индуизм динендә аңлатылғанса дөйөм Йыһанды барлыҡҡа килтергән, әммә уның биреме тамамланмаған булған, Донъя эшләнеп беткән булһа ла, алҡыш булмау сәбәпле ул тамамланмаған булған. Ул үҙен донъяла бөтә төр байлыҡты һәм муллыҡты манифестациялау өсөн Камала Алиһәһенә әүерелдергән. Бары тик уның Камала булараҡ пәйҙа булыуы менән донъя бай буласаҡ, шулай итеп ул донъяға муллылыҡ бирер өсөн манифестацияләй.

Шулай уҡ ҡарарға мөмкин

  • Дэви
  • Маһавидья

Әҙәбият

  • "Hindu Goddesses: Vision of the Divine Feminine in the Hindu Religious Traditions" (ISBN 81-208-0379-5) by David Kinsley

Иҫкәрмәләр