Кесе Хәлил
Ауыл | |
Кесе Хәлил | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Ҡала округы |
Гай |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Ахун |
Халҡы | |
Конфессиональ составы | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
56 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Кесе Хәлил (рус. Малохалилово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Гай ҡала округындағы ауыл.
Географик урынлашыуы
Гөбөрлө йылғаһы (Яйыҡ ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
Тарихы
Кесе Хәлил (Бәләкәй Хәлил, Ахун) ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була. Ауылға XIX быуат уртаһында Иҫке Хәлил ауылы кешеләре нигеҙ һала. Ауылдың икенсе атамаһы — Ахун, уның барлыҡҡа килеүе бында йәшәгән Орск өйәҙе 3-сө Үҫәргән улусы ахуны Мөхәмәтғәлей Илбаҡтинға бәйле[2].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә.
1927 йылдың 30 майында Урта Волга крайының (1928 йылдың 14 майынан — край составындағы Ырымбур округының) Яңы Покровка районы составына бирелә. 1931 йылдың мартынан — Урта Волга крайының Орск районы составына индерелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына күсә. 1934—1963 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[3] Хәлил районы (1960 йылда исеме Гай районы тип үҙгәртелә) составында була. 1963—1965 йылдарҙа Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составында була[2][4]. 1965 йылда йәнә Гай районы составына ҡайтарыла.
Халҡы
1866 | 1892 | 1901 | 1917 | 1920 |
---|---|---|---|---|
190 | 160 | 161 | 253 | 294 |
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
62 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 77 % тәшкил итә[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62, 151. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Һылтанмалар
- Малохалилово // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.