Секей халҡы
Секейҙар (венгерсә Székelyek) — Румынияла йәшәгән халыҡ. Венгр халҡының өлөшө булып тора, венгр теленең диалектында һөйләшә. Халыҡ һаны — яҡынса 650 мең кеше.

Секейҙар Румынияның Трансильвания тигән өлөшөнөң түбәндә күрһәтелгән 3 регионында йәшәй:
- Харгита (Harghita), 275 841 кеше (региондың дөйөм халыҡ һанынан 84,6 % тәшкил итә)
- Ковасна (Covasna), 164 055 кеше (регион халҡынан яҡынса 73 %)
- Муреш (Mureș), 227 673 кеше (регион халҡынан яҡынса 39,2 %)
Шулай уҡ яҡынса 150 000 секей Венгрияла йәшәй.
![]() |
Был донъя халыҡтары тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |