Сумғыс өйрәк
Сумғыс өйрәк
Aythya ferina, mas Фәнни классификация
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ : Эуметазойҙар
Супер-класс : Дүрт аяҡлылар
Ярым класс : Яңы аңҡаулылар
Халыҡ-ара фәнни исеме
Aythya ferina (Linnaeus , 1758 )
Һаҡлау статусы
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 100600472
Aythya ferina
Сумғыс өйрәк, ерәнсәй сумғыс, сумғалаҡ, сумаса, сумҡа өйрәк, сумғош (рус. Красноголо́вый ныро́к , лат. Aythya ferina ) — һуна өйрәктән бәләкәйерәк һыу ҡошо.
Яңғыҙ ҙа, парлашып та, күмәкләшеп тә йөрөйҙәр. Ата өйрәктең дөйөм төҫө буҙ. Башы һәм муйыны ҡыҙғылт көрән. Түше, ҡойроғо һәм ҡанаттарының осо ҡара. Суҡышы һорғолт зәңгәр, осо ҡара.
Инә өйрәктең һәм ата өйрәктең йәйге-көҙгө төҫтәре тоноғораҡ. Башҡа сумғыс өйрәктәрҙән сыбар ҡауырһындарының булмауы менән айырыла.
Ата ҡош яҙғыһын һыҙғыра, инә ҡош «кер-рр-кер-рр» тигән тауыштар сығара. Асыҡ тәрән урындары булған ҡамышлы күл һәм йылғаларҙа йәшәй. Үлән, һыу үҫемлектәре, һәм бөжәктәре менән туҡлана.
Күсмә ҡош. Киң таралған. Ояһы йығылған ҡамыш өҫтәрендә була. 6—9 бөртөк һарғылт зәңгәр йомортҡа һала. Ите өҫөн аулайҙар.
Әҙәбиәт
В. К. Рябицев. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири: Справочник-определитель. — Екатеринбург: Изд-во Урал. ун-та, 2001. — С. 81-83. — 608 с. — ISBN 5-7525-0825-8
Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө, 1986 йыл Өфө.
The article is a derivative under the Creative Commons Attribution-ShareAlike License .
A link to the original article can be found here and attribution parties here
By using this site, you agree to the Terms of Use . Gpedia ® is a registered trademark of the Cyberajah Pty Ltd