Сыйырсыҡ
Сыйырсыҡ |
Ала сыйырсыҡ |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Ярым класс: | Яңы аңҡаулылар | Ярым отряд: | Һайраусы турғайҙар | Юғары ғаилә: | Muscicapoidea |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Sturnus (Linnaeus, 1758)
|
Биологик төрҙәре |
---|
|
|
|
Сыйырсыҡ балаһын ашата
Сыйырсыҡтың төрҙәре
Сыйырсыҡ (диалекттарҙа: сығырсыҡ, сирсыҡ) (рус. Скворцы лат. Sturnus) — ҡара төҫтәге ҙур булмаған һайрар ҡош.
Дөйөм характеристика
Сыйырсыҡтар бөтә кешегә лә билдәле, улар ғәҙәттә туп булып йөрөй. Яҙғыһын һәм йәйгеһен башы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара була, көҙгә табан ваҡ ҡына аҡ таптар барлыҡа килә, суҡышы һары, аяҡтары ҡыҙғылт көрән. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Тауышы көслө:"ҡжжжҡ-ҡжжжҡ". Яҙғыһын башҡа төрлө ҡоштарҙың тауыштарына оҡшатып, матур итеп һайрай. Күсмә ҡош. Киң таралған. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә. Сыйырсыҡ — нык матур ҡош... Уны бөтәһе лә ярата!
һайрауы
Йәшәүе
Ауыл һәм ҡалаларҙа. Һирәк ағаслы урмандар, балсыҡлы текә ҡабаҡтарҙа йәшәй.
Туҡланыуы
Төрлө бөжәктәр менән туҡлана.
Үрсеүе
Кеше яһаған ояларҙа һәм ағас ҡыуыштарында оялай. 5-8 бөртөк зәңгәр йомортҡаһы була.