Сәлсәбил
Сәлсәбил | |
Атамаһы | سلسبيل |
---|---|
Нимә менән тоташа | Фирдоус[d] |
Сәлсәбил Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Сәлсәбил (ғәр. سلسبيل; рус. Сальсабиль) — ислам эсхатологияһында — ожмахтағы (йәннәт) дүрт йылғаның йәки һыу ятҡылығының береһенең исеме.
Ҡөрьәндә
Ҡөрьәндә бер тапҡыр телгә алына:
Дәхи улар тәмле һыуҙарҙан эсерелеш булырҙар, ул һыу тәме зәнйәбил ҡатыштырылған кеүектер — Ул йәннәттә бер шишмәлер, ул шишмә сәлсәбил, тип аталыр.Ҡөрьән
Әл-Инсән 76:17, 18
|
Терминдың аңлатмалары
Мөфәссирҙәрҙең берәүҙәре термин сәллә, сәлисә йәки сәлсәлә, тигәндән килеп сыҡҡан тип һанай, уларҙы «еңел йотоу» йә «иҫ киткес тәм» тип тәржемә итеп була. Был төшөнсәләр ожмахта ҡулланылған шыйыҡлыҡтар өсөн тап килгәне тип иҫәпләнә. Башҡалар, сәлсәбил сә’ила һәм сәбил тигән ике һүҙҙән тора, йәғни, «юл һорау» тигәнде аңлата тип һанай. Ибн Ҡүтәйбә һүҙҙәре буйынса, ҡайһы берәүҙәр, һыу ятҡылығы: «Уға барғанда минән һорағыҙ, әй Мөхәммәт!» — тип саҡырып ятыр, тип фараз иткән. Ләкин мөфәссирҙәрҙең күбеһе бындай интерпретация менән ризалашмай[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Әл-Инсән 76:17, 18
- ↑ Rippin, A., 1995
Әҙәбиәт
- Salsabīl / Rippin, A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Water of Paradise / El-Zein, Amira // Encyclopaedia of the Qurʾān. — Leiden : E. J. Brill, 2006. — Т. 5. — P. 466—467. (платн.)