Төн сәпсәүе
Төн сәпсәүе |
|
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Ярым класс: | Яңы аңҡаулылар | Ғаилә: | Төн сәпсәүҙәре һымаҡтар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Burhinus oedicnemus (Linnaeus, 1758)
|
Ареал |
---|
|
Һаҡлау статусы |
---|
Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : 144060
|
|
Тән сәпсәүе, алағанат сәпсәү, гәргбәгүҙ (рус. Авдотка)(лат. Burhinus oedicnemus) — ржанка һымаҡтар отрядендәге ҡошсоҡ.
Ҡылыҡһырлама
Күгәрсен ҙурлығында, һырты буй һыҙмалаҡлы һарғылт көрән, ҡорһаҡ яғы аҡһыл һары, түшендә буй-буй ваҡ таптар бар. Ҡыҫҡа һары суҡышының ос яғы ҡара. Ҙур күҙҙәре һары төҫтә. Аяҡтары өсәр бармаҡлы. Ҡанаттарында осҡанда — ике, ултырғанда— бер аҡ һыҙат күренә. Башҡа сәпсәүҙәрҙән төҫө һәм һары ҙур күҙҙәре менән айырыла.
Тауышы
Тауышы оҙайлы: «шар-лыый-шарлыый»; төндә осоп барышлай ҡысҡыра.
Йәшәү рәүеше
Яландарҙа, асыҡ урындарҙа йәшәй. Эре бөжәктәр, кеҫәртке, һыу йәнлектәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ояһын һыуға яҡыныраҡ урынға эшләй. Ваҡ ҡына ҡара таптар менән сыбарланған 2—3 бөртөк һарғылт, йомортҡа һала.
Әҙәбиәт
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Русско-башкирско-латинский словарь названий птиц (Э. Ф. Ишбердин. Птицы Башкирии, 1986)
- Арлотт Н., Храбрый В. Птицы России: Справочник-определитель. — СПб.: Амфора, 2009. — С. 132. — 446 с. — ISBN 978-5-367-01026-8.