Шаһиншаһ
Шаһиншаһ * бор. фарсы xšāyaθiya xšāyaθiyānām | |
Иран шаһиншаһының империя гербы | |
Вазифала | |
---|---|
Һайлана |
нәҫел буйынса |
Вәкәләт мөҙҙәте |
ғүмерлек |
Шаһиншаһ йәки шаханшаһ[1] (бор. фарсы 𐎧𐏁𐎠𐎹𐎰𐎡𐎹 𐏐 𐎧𐏁𐎠𐎹𐎰𐎡𐎹𐎴𐎠𐎶 xšāyaθiya xšāyaθiyānām, пехл. šāhān šāh, фарсы شاهنشاه, [shāhanshāh] «батшаларҙың батшаһы») — боронғо фарсы (мидий сығышлы, Әһәмәниҙәр үҙләштергән), һуңыраҡ яҡынса европа император титулына тап килгән иран монархия титулы. Титуллау — Император Ғәли йәнәптәре.
Тасуирламаһы
Титул тәүге тапҡыр Сәсәниҙәр династияһы Иран хакимдары тарафынан ҡабул ителә, ләкин ул Әһәмәниҙәр «xšāyaθiya xšāyaθiyānām» заманына барып тоташа, шуның өсөн Иранда Әһәмәни батшаһы Бөйөк Кир II-не беренсе шаһ тип атайҙар. Әһәмәниҙәр һәм Сәсәниҙәрҙән тыш, б.э.т. II быуаттан башлап «батшаларҙың батшаһы» титулын Аршакидтар династияһынан Парфия идарасылары йөрөткән[2].
Дөйөм алғанда, титулды, ҡайһы бер өҙөклөктәр менән, 2500 йыл дауамында файҙаланғандар. Ирандың һуңғы шаһаншаһы 1979 йылда ислам революцияһы ваҡытында ҡолатылған Мөхәммәт Риза Пәхләүи була. Мөхәммәт Риза Пәхләүиҙең улын Иран монархистары законлы шаһиншаһ тип һанай.
Рус телендәге әҙәбиәттә, һүҙ Фарсы иле хаҡында барһа, шаһиншаһ титулы, ғәҙәттә, «батшаларҙың батшаһы» тип тәржемә ителә, бөгөнгө Иран тураһында һүҙ барғанда, тәржемә ителмәй.
Сәсәниҙәрҙе еңгәндән һуң, византия императоры Ираклий I шундай уҡ мәғәнәгә эйә — Басилевс Басилеон — грек титулын ҡабул иткән.
Әһәмәниҙәрҙән һуң титул йөрөткән династиялар
Династия | Дәүләт | Идара йылдары |
---|---|---|
Аршакиҙар | Аряншаһр | б. э. т. 170 — б. э. 226 |
Арташесиҙар | Бөйөк Әрмәнстан | б. э. 88 — б. э. 1 |
Сәсәниҙәр | Эраншаһр | 226—651 |
Багратидтар | Әрмәнстан[3] | 921—1045 |
Багратиондар | Ҡалып:Флагификация/Грузинское царство[4] | 1124—1490 |
Бувайхидтар | Ираҡ һәм Иран | 932—1062 |
Һүләкүләр | Һүләкүләр дәүләте | |
Баһарлы | Ҡара Ҡуйлылар | |
Баяндурҙар | Аҡ Ҡуйлылар | |
Сәфәүиҙәр | Сәфәүи Ираны | 1501—1794 |
Бабуриды | Бөйөк Моголдар империяһы | 1526—1858 |
Әфшариҙар | Әфшариҙар Ираны | 1736—1795 |
Зәндтәр | Иран | 1782—1794 |
Ҡажарҙар | Иң юғары Иран дәүләте | 1796—1925[5] |
Пәхләүи | Шаһаншаһ Дәүләте Иран | 1925—1979 |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Фарсы батшалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Вариант «шаханшах» ближе к оригиналу, но используется редко, большей частью в специальной литературе. Общие же словари знают только форму «шахиншах», см. [1] 2007 йыл 29 сентябрь архивланған..
- ↑ Fowler R. ‘Most Fortunate Roots’: Tradition and Legitimacy in Parthian Royal Ideology // Imaginary Kings. Royal Images in the Ancient Near East, Greece and Rome / Ed. by O. Hekster, R. Fowler. Stuttgart, 2005. P. 142
- ↑ Armenia — энциклопедии БританникаОригинал текст (инг.)
The election by the nobles of Smbat’s son Ashot I (the Great), who had been accepted as "prince of princes" by the Arabs in 862, to be king of Armenia in 885 was recognized by both caliph and emperor. Throughout the 10th century, art and literature flourished. Ashot III (the Merciful; 952—977) transferred his capital to Ani and began to make it into one of the architectural gems of the Middle Ages.
The Bagratids of Ani—who bore the title shāhanshāh ("king of kings"), first conferred upon Ashot II (the Iron) by the caliph in 922—were not the sole rulers of Armenia. In 908 the Artsruni principate of Vaspurakan became a kingdom recognized by the caliph; in 961 Mushegh, the brother of Ashot III, founded the Bagratid kingdom of Kars; and in 970 the prince of Eastern Siuniq declared himself a king. - ↑ Georgia in the XI—XII centuries = საქართველო XI—XII საუკუნეებში / Mariam Lortkipanidze ; Editor: George B.Hewitt Оригинал текст (инг.)
The addition of the title of "King of the Armenians" ("mepe somekhta") indicates the conquest of the kingdom of Tashir-Dzorageti, whose kings were called "mepe somekhta" in Georgian, and not of the Ani-kingdom of the Armenian Bagratids, who bore the title of "Shahansha". The titles of "Shahansha" and "Sharvansha" should have appeared in the latter years of the reign of David the Builder, when he conquered Shirvan, but it is recorded only in the charter of King Giorgi III. We feel that the titles given in the charter of Giorgi III, namely, King of the Abkhazians, Kartvelians, Ranians and Kakhians, "Sharvansha" and "Shahansha" were adopted in the last years of the reign of David the Builder.
- ↑ претендовали до 1943
Һылтанмалар
Ҡалып:Шахиншахи Ирана Ҡалып:Ближневосточные титулы