Эстонияның ауыл хужалығы
Эстонияның ауыл хужалығы | |
Дәүләт | Эстония |
---|---|
Эстонияның ауыл хужалығы Викимилектә |
Ауыл хужалығы — Эстония иҡтисадының мөһим тармағы. Колхоз/совхоздар бөткәс, ергә шәхси милек тергеҙелгәндән һәм реституция үткәрелгәндән һуң был тармаҡ һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерә[1],
Тарихы
Совет осоро
Совет осоронда ауыл хужалығы эстон иҡтисадында мөһимлеге буйынса сәнәғәт тармағынан һуң икенсе урында тора. 1977 йыл мәғлүмәттәре буйынса, ауыл хужалығы ерҙәре майҙаны 34 %, урман — 40,5 %, башҡа төрлө ерҙәр 25,5 процент тәшкил итә. 1978 йыл башына Эстон ССР-ында 301 эре хужалыҡ, шул иҫәптән 143 колхоз һәм 158 совхоз иҫәпләнә. 1977 йыл мәғлүмәттәре буйынса, бер хужалыҡҡа уртаса 8219 гектар ер тура килә, шул иҫәптән 4515 га ауыл хужалығы ерҙәре һәм 3392 гектар эшкәртелеүсе ерҙәр. Колхоз буйынса иң ҙур майҙан Кингисеппский районының «Каарм» колхозы (18 601 гектар), Раквереский районының «Виру» колхозы (17 604 гектар) һәм Кингисеппский районының «Кыльяло» совхозы (17 134 гектар) майҙандары буйынса иң ҙурҙарҙан һанала. 1977 йылда ауыл хужалығында 24 195 механизатор (15 446 тракторсы, машинист һәм комбайнсы, 8749 шофер) эшләй[2].
Башлыса арыш, ужым бойҙайы, арпа, һоло, иген-ҡуҙаҡлы культуралар, етен, йәшелсә, картуф, сәскән үлән, бер йыллыҡ мал аҙығы культуралары, кукуруз һәм тамыр-аҙыҡ үҫтерелә. 1977 йылға сәсеү майҙаны 950 600 гектар тәшкил итә, шуларҙың 46,1 проценты иген культуралары, 35,2 проценты — күп йыллыҡ үләндәр, 8 проценты картуфҡа бүленә. 1977 йылда 1 243 400 тонна иген, 1 156 200 т картуф, 92 600 тонна йәшелсә үҫтереп алына[2].
Ит-һөт малсылығы һәм ыҫлап ҡаҡланған ит өсөн сусҡасылыҡ — малсылыҡтың төп йүнәлеше. Ҡошсолоҡ, ҡиммәт тиреле йәнлек үрсетеү, һарыҡсылыҡҡа аҙыраҡ әһәмиәткә эйә була. Ауыл хужалығының тулайым продукцияһында малсылыҡтың өлөшө 1977 йылда 69,7 процент тәшкил итә. 85,1 процент һыйыр малы, 93,1 % сусҡа, 78,6 % ҡош, 4,1 % һарыҡ — дәүләттеке[2].
Бойондороҡһоҙлоҡ тергеҙелгәндән һуң
1991 йылда эшкә яраҡлы халыҡтың 12 процентҡа яҡыны ауыл хужалығында эшләй, уға эстон тулайым эске продуктының 15,4 проценты тура килә. Эстонияла 1,3 миллион гектар тирәһе ауыл хужалығы биләмәләре һәм яҡынса 1 млн гектар һөрөнтө ер иҫәпләнелә. Совет осоронда 405 000 гектар самаһы һөрөнтө ерҙәр майҙаны кәмей, күп кенә территориялар урман менән ҡаплана. 1940-сы һәм 1950-се йылдарҙағы коллективлаштырыу Эстонияның ауыл хужалығына ҙур ауырлыҡтар килтерә, бойондороҡһоҙлоҡтоң тәүге йылдарында тап ауыл хужалығы эстон йәмғиәтенең нигеҙе була ла инде. Шуға ҡарамаҫтан, Эстонияның ауыл хужалығы СССР осорондағыға ҡарағанда һөҙөмтәлерәк эшләй. 1990 йылда Эстонияла 221 колхоз һәм 117 совхоз була, уларҙың һәр береһендә уртаса 350—400 кеше эшләй. Уртаса 1900 баш һыйыр малы һәм 2500 сусҡа аҫырала. Эстония республикаһы башҡа республикаларға ит һәм һөт ебәрә. Ауыл хужалығы республиканың аҙыҡ-түлек сәнәғәте үҫешенә нигеҙ булып тора. Әммә Эстония ит етештереү өсөн Рәсәйҙән иген һатып ала. 1980-се йылдар аҙағында республика итте ситкә һатыуҙы ҡыҫҡартырға ҡарар иткәс, Рәсәй яуап саралары күрә: Эстонияға фураж игенен һатыуҙы кәметә, был үҙ сиратында Эстонияла ит етештереүҙе тағы ла кәметә төшә. 1992 йыл башындағы яғыулыҡ тармағындағы көрсөк тә шулай уҡ ауыл хужалығы производствоһының бәкәленә һуға. 1990 йылдар башында ялан культураларының майҙаны артһа ла, дөйөм етештереү күләме һәм уртаса уңыш һиҙелерлек рәүештә кәмей.[1]
1989 йылдың декабрендә фермер хужалығы тураһында закон ҡабул ителгәс, эстон ауыл хужалығы системаһында реформа үткәрелә башлай. Закон шәхси кешегә илле гектар ерҙе культуралар ултыртыу һәм үҫтереү өсөн алырға рөхсәт итә. Ерҙе мираҫ итеп тапшырып була, әммә һатыу йәки һатып алыу мөмкин түгел. Закон үҙ көсөнә инеп алты ай ваҡыт үткәс, 2000-дән ашыу шәхси фермер хужалығы ойошторола, ә бер йылдан һуң уларҙың һаны 3500-ҙән ашыуға етә. 1991 йылдың октябренән фермерҙарға ер биләү рөхсәт ителә. 1992 йыл башында фермер хужалыҡтары һаны 7200 тиклем етә. 1993 йылдың тәүге ярты йылына республикала 8781 ферма эшләй, һәм улар 225 000 гектар самаһы территорияны, йәғни Эстониялағы һөрөнтө ерҙәрҙең дүрттән бер өлөшөн биләй[1].
1993 йылдың май айында Эстония парламенты күсемһеҙ милеккә һалым тураһында закон ҡабул итә, был үҙ сиратында күп кенә фермерҙар өсөн ҙур проблемаға әйләнә. Закон күсемһеҙ милек хаҡына ҡарап 0,5 процент дәүләткә һәм 0,3 проценттан 0,5 процентҡа тиклем урындағы үҙидараға һалым түләүҙе күҙҙә тота. Күсемһеҙ милеккә һалымдарҙан тыш, яңы ҡорамал һәм яғыулыҡ өсөн сығымдар ҙа фермерҙың иңенә ята[1].
Шәхси ауыл хужалығы барлыҡҡа килгәс, күп кенә колхоздар тарҡала башлай. Коррупция һәм колхоз директорҙарының ауыл хужалығы ҡорамалдарын «ашыҡ-бошоҡ хосусилаштырыуы» күҙәтелә. Эстонияның уңышлыраҡ эшләгән бер нисә хужалығы кооперативтарға ойоша. Хөкүмәттең күҙаллауҙарына ярашлы, уртаса 50 га биләгән 40 меңдән 60 меңгә тиклем шәхси ферма булыуы республика өсөн ҡулай. Шул уҡ ваҡытта Эстонияла, моғайын, йорт янында үҫтерелгән еләк-емеш һәм йәшелсәгә ихтыяж кәмемәҫ. Эстония дәүләт статистика идаралығы 1993 йылда үткәргән һорау алыу күрһәтеүенсә, эстондар ҡулланған картуфтың 80 проценты шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа үҫтерелгән йәки дуҫтары һәм туғандарынан алынған. Дөйөм алғанда, эстондар аҙыҡтың 20 проценттан ашыуын шәхси ярҙамсы хужалыҡтарынан, йәки дуҫтары һәм туғандарынан алған[1].
Хәҙерге заман
Ауыл хужалығының төп йүнәлеше — ит-һөт малсылығы һәм ыҫлап ҡаҡланған сусҡа итен етештереүгә өҫтөнлөк биреү. Эстония территорияһының 25 процентында картуф һәм башҡа йәшелсә, иген культуралары (арпа, арыш, бойҙай), мал аҙығы культуралары һәм емеш-еләк үҫтерелә.
Урман хужалығы
Эстонияла 1,8 миллион гектар урман һәм 274 миллион кубометр ағас бар. 1992 йылда сәнәғәт етештереүенең 9 проценты самаһы урман хужалығына тура килә[1].
Балыҡ тотоу
Эстонияла балыҡ сәнәғәте лә ҙур потенциалға эйә. 1990 йылдар башында 230 балыҡ тотоу судноһы иҫәпләнә, шул иҫәптән 90 судно океанда балыҡ тотоу менән шөғөлләнә. Эстония балыҡ һәм балыҡ продукттарын экспортҡа сығара. 1992 йылда 131 000 тонна балыҡ тотолған[1].