Яҙыулыҡая

Яҙыулыҡая янында
Тәңре Шаррума менән батша Тудхалия. Б.Э.Т —1220 йылдар.

Яҙыулыҡая (төр. Yazılıkaya Yazılıkaya — яҙыулы ҡая, рус. Язылыкая) —  Үҙәк Анатолияла (Төркиә) Хаттуса ҡаласығы янында табылған ҡаяла эшләнгән хетт (бронза быуатта йәшәгән халыҡ) ғибәҙәтханаһы.

Тикшеренеү

1838 йылда француз ғалимы Ш. Тексье асҡан.  18381839 йылдарҙа тикшерелгән. Яҙыулы ҡаялағы яҙмаларҙы 1952 — 1969 йылдарҙы француз ғалимы Э. Ларош уҡый.

Яҙыулыҡаяла ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған керамика өлгөләре Б.Э.Т. XVбыуатҡа ҡарай, әммә төп ҡорамдар, яҙмалар, скульптуралар, тәңре-аллалар төшөрөлгән рельефтар Б.Э.Т. 1250 — 1220 йылдарҙа һуңғы хетт батшаһы Тудхалии IV хакимлек иткән осорҙа эшләнгән.

Яҙыулыҡаяның үҙәк бинаһына, хетт батшаһы Хаттусас храмындағы кеүек, ҡырыйҙарынан бер нисә исемһеҙ тәңре-алла һәм демондар төшөрөлгән төкәтмә төҙөлгән. Ҡырындағы төкәтмәләр ғибәҙәтхананың, Тудхалии IV хакимлек иткән осорға тиклем, төҙөлгән иң боронғо өлөшө. Хетт батшалығы осоронда бина бер нисә мәртәбә яңыртып төҙөлә, бинаға ингән урында арыҫлан башлы демондар ҡуйыла.

12 ер аҫты тәңре-аллаһын һүрәтләгән рельеф.

Яҙыулыҡая ғибәҙәтханаһының үҙәк өлөшөндә хурри (боронғо халыҡ) тәңреләр пантионы һынландырылған. Буран тәңреһе Тешуб үҙенең иң яҡын дуҫтары Ай, Ҡояш һәм башҡа тәңреләр менән төшөрөлгән. Хурри тәңреләре исемдәре яҙылған һәм башҡа хурри телендәге һүҙҙәр хетт иероглифтары менән яҙылған.

Яҙыулыҡая ғибәҙәтханаһында һәм храмында һуңғы хетт батшалары үҙ династияһындағы хурри сығышлы вәкилдәргә йыназа уҡытҡандар. Яҙыулыҡая — хетт батшалығында Кесе Азия һәм Сирия сәнғәтен берләштергән ғәйәт ҙур монументаль өлгө.

Әҙәбиәт

E. Laroche "de Les Yazilikaya dieux", et Revie asianique hittite, 1969, t.27.

Laroche E. «Les dieux de Yazilikaya», Revie hittite et asianique, 1969, t.27.