Ғәлимов Баязит Сабирйән улы
Ғәлимов Баязит Сабирйән улы | |||
Тыуған көнө | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Маҡар районы, Кинйәбулат ауылы[1] | ||
Вафат көнө |
10 февраль 2024 (81 йәш) | ||
Вафат урыны |
Өфө ҡалаһы | ||
Ил |
СССР, Россия | ||
Ғилми даирәһе |
гносеология, онтология | ||
Альма-матер | |||
Ғилми дәрәжәһе |
философия фәндәре докторы (1989) | ||
Ғилми исеме |
профессор | ||
Награда һәм премиялары |
| ||
Ғәлимов Баязит Сабирйән улы (26 май 1942 йыл — 10 февраль 2024 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп эшмәкәре. 1989—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, артабан 2005 йылға тиклем — беренсе проректоры. Философия фәдәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
Биографияһы
Баязит Сабирйән улы Ғәлимов 1942 йылда Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙерге Ишембай районы) Кинйәбулат ауылында[1] тыуған.
Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. 1953—1959 йылдарҙа Ишембай ҡалаһындағы 3-сө башҡорт мәктәбендә (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) буласаҡ профессор, тарихсы Рим Йәнғужин менән бер класта уҡый.
Башҡорт дәүләт университетының физика- математика факультетын 1965 йылда тамамлай. БДУ-ның философия кафедраһы аспирантураһын 1969 йылда тамамлағандан һуң шул уҡ кафедрала фәнни эш менән шөғөлләнеүен дауам иә.
1989 йылдан Башҡорт дәүләт университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, 1996 йылдан — беренсе проректоры, 2005 йылдан — баш ғилми секретарь.
Бер уҡ ваҡытта 1995 йылдан — университеттың философия кафедраһы мөдире .[2]
Ғалим 2024 йылдың 10 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3].
Фәнни эшәкәрлеге
Фәнни тикшеренеүҙәре философияның нигеҙләнеш проблемаларына арналған- донъяға фәнни ҡараш, Башҡортостан философия үҫеше тарихы.
Кандидатлыҡ диссертацияһы — «Гносеологическая функция категории асимметрии» (1969). Докторлыҡ диссертацияһы — «Принцип развития в основаниях научной картины природы (методологические проблемы)» (1989).
Философия фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Психология фәндәре халыҡ-ара академияһының мөхбир ағзаһы (1996), Рәсәй Тәбиғи фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1997).
«20-се быуаттың 2000 иң күренекле ғалимы» («2000 выдающихся учёных 20-го столетия») йыйынтығына индерелгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1986)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997)
- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
- ↑ Источник — Официальный сайт БашГУ 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
- ↑ УУНиТ с прискорбием сообщает о кончине профессора Баязита Сабирьяновича Галимова. ФГБОУ ВО «Уфимский университет науки и технологий». Официальный сайт. 10 февраля 2024 года
Һылтанмалар
- Ғәлимов Баязит Сабирйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Сайт Башкирского государственного университета 2015 йыл 23 сентябрь архивланған. (рус.)