Ҡолаҡлы сыпҡай
Ҡолаҡлы сыпҡай |
|
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Ярым класс: | Яңы аңҡаулылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Podiceps auritus (Linnaeus, 1758)
|
Синонимдар |
---|
- Pliodytes lanquisti (Brodkorb, 1953)[1]
|
|
Һаҡлау статусы |
---|
Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : 106003640
|
|
Ҡолаҡлы сыпҡай, сыпҡай, сумҡа, тирҫаяҡ(рус. Красношейная поганка)(лат. Podiceps auritus) — сыпҡайҙар ғаиләһендәге ҡош.
Ҡылыҡһырлама
Өйрәктән бәләкәй. Яҡшы сума һәм йөҙә. Ерҙән атлап йөрөй алмай. Яҙғыһын ата өйрәктең башы сем ҡара, ике яҡлап күҙҙәре өҫтөнән ҡолаҡҡа оҡшаған оҙон ғына ҡауырһындар үҫеп сыға. Сикәләре ҡара, муйыны, ҡабырғалары ҡыҙғылт ерән. һырты ҡара-көрән. Түше, ҡорһағы көмөш кеүек йымылдаҡ аҡ. Ҡара сыпҡайҙан ҡыҙғылт ерән муйыны менән айырыла.
Тауышы
Тауышы яҙғыһын яғымлы ғына: «түрр-лүрр-лүрр», башҡа ваҡытта: «кейк».
Йәшәү рәүеше
Үҫемлектәргә бай ҙур булмаған күлдәрҙә, ятыуҙарҙа йәшәй. Балыҡ, тәлмәрйен, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы һыу өҫтөндә, һирәкләп һыуға яҡын ярҙа була. 4—5 бөртөк йәшкелт аҡ йомортҡа һала. Тиреһе өсөн аулайҙар.
Галерея
Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Бёме Р. Л., Динец В. Л., Флинт В. Е., Черенков А. Е. Птицы (Энциклопедия природы России). ABF, Москва, 1996, 430 с.
Һылтанмалар
- ↑ The Paleobiology Database: Pliodytes lanquisti
{|de}