Өмөт (гәзит)

«Өмөт»
Тип

Башҡортостан Республикаһының ижтимағи-сәйәси йәштәр гәзите

Тиражы

25,5 мең (2013)

Веб-сайты

[1]

«Өмөт» (татарса Өмет) — Башҡортостан Республикаһында 1991 йылдан татар телендә йәштәр өсөн нәшер ителгән ижтимағи‑сәйәси гәзит.

Ойоштороусылары

Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм «Өмөт» гәзите редакцияһы коллективы.

Мәғлүмәт

1991 йылдың июленән Өфөлә аҙнаһына 2 тапҡыр татар телендә сыға. Тиражы — 25,5 мең дананан ашыу (2013). Гәзиттә йәш быуынды әхлаҡи һәм рухи йәһәттән тәрбиәләү мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр баҫыла, сәйәси, социаль‑иҡтисади темалар, хәҙерге йәштәр проблемалары һәм башҡа көнүҙәк ваҡиғалар яҡтыртыла.

Рубрикалары

  • «Башҡортостан: кисә, бөгөн, иртәгә»
  • «Республиканың ижтимағи тормошо»
  • «Аҙналыҡ күҙәтеү»
  • «Был көнүҙәк»
  • «Уртаҡлашырға теләйем»

Баҫма шулай уҡ ай һайын 1991 йылдан «Сатҡылар», 2002 йылдан — «Сихәт» һәм 2007 йылдан башлап «Мин — йәш» исемле ҡушымталар сығара.

Баш мөхәррирҙәре

  • М. Н. Муллаҡаев (1991—1994)
  • Ф. И. Фәтхетдинов (1994—2001)
  • Р. Ғ. Ноғоманов (2001 йылдан)

Ҡаҙаныштары

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар