Задар университеты
Задар университеты | |
Исеме |
хорв. Sveučilište u Zadru |
---|---|
Халыҡ-ара исеме |
University of Zadar |
Асылған йылы |
2003 |
Ректор |
Ante Uglešić |
Студенттар |
6 000 |
Урынлашыуы |
Задар, Хорватия, Mihovila Pavlinovića bb; яңы кампусы: dr. Franje Tuđmana 24i |
Сайт |
Задар университеты (хорв. Sveučilište u Zadru, лат. Universitas Studiorum Jadertina) — Хорватияның Задар ҡалаһындағы университет. Тәүге университет 1396 йылда нигеҙләнгән, ә хәҙергеһе — 2003 йылда асылған.
Тарихы
Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы 1396 йылда Задар ҡалаһында доминикандар тарафынан Studium generale тибындағы юғары дини-фәлсәфәүи мәктәп асыла. 1553 йылда был уҡыу йорто Universitas Jadertina (Задар университеты) тип атала башлай һәм фәнни дәрәжәләр биреүгә хоҡуҡ ала . 1806—1807 йылдарҙа, Наполеон осоронда юғары мәктәп лицей тип үҙгәртелә. 1955 йылда бында фәлсәфә факультеты асыла. 2002 йылдың 4 июлендә Хорватия парламенты Задар ҡалаһында университет ойоштороу ҡарарын ҡабул итә. 2003 йылдың 25 мартында университет советының тәүге ултырышы уҙа, бында юғары уҡыу йортоноң уставы раҫлана.
Структураһы
Задар университеты 21 департаменттан (бүлектән) тора:
- Инглистика департаменты
- Археология департаменты
- Библиотековедение департаменты
- Антропология һәм социаль-мәҙәни антропология департаменты
- Франкороманистика департаменты
- География департаменты
- Германистика департаменты
- Тарихи департаменты
- Информация һәм коммуникацион фәндәре департаменты
- Итальянистика департаменты
- Классик филология департаменты
- Хорватистика һәм славистика департаменты
- Сәнғәт тарихы департаменты
- Лингвистика департаменты
- Диңгеҙ эштәре департаменты
- Урта диңгеҙ аквакультураһы департаменты
- Педагогика департаменты
- Фәлсәфә департаменты
- Психология департаменты
- Мәғариф һәм башланғыс белем биреү департаменты
- Социология департаменты
- Иҡтисад департаменты
Әҙәбиәт
- Cepulo, Dalibor: «Legal Education in Croatia from Medieval Times to 1918: Institutions, Courses of Study, Transfers», in: Pokrovac, Zoran (Hrsg.): «Juristenausbildung in Osteuropa bis zum Ersten Weltkrieg», Rechtskulturen des modernen Osteuropa, Bd. 3, Vittorio Klostermann, 2007, ISBN 978-3-465-04037-8, S. 95, Fn. 32
- Ridder-Symoens, Hilde de (Hrsg.): A History of the University in Europe. Bd. 1: Universities in the Middle Ages, Cambridge University Press, 1992, ISBN 0-521-36105-2, S. 62-65, S. 80-89.
Һылтанмалар
- Рәсми сайты
- Университеттың лингвистика факультеты 2009 йыл 28 октябрь архивланған.