Күк ҡарға

?
Күк ҡарға
Күк ҡарға
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Күк ҡарға һымаҡтар
Ғаилә: Күк ҡарғалар
Ырыу: Күк ҡарғалар
Төр: Күк ҡарға
Латинса исеме
Coracias garrulus
Linnaeus, 1758
ITIS 554518
NCBI 188338
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Near Threatened
Хәүефле хәлгә яҡын
IUCN 3.1 Near Threatened : / 142080

Күк ҡарға, күк ҡош, күксәй (Сизоворонка)(лат. Coracias garrulus) — эре ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Күгәрсендән бәләкәйерәк. Дөйөм төҫө күкһел йәшел. Арҡаһы көрәнһыу ҡыҙыл, ҡанаттарының осо ҡара. Ҡанаттары йәшел, башы һәм кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө йәшкелт зәңгәр, ҡойроғоноң ике яҡ ситенән асыҡ зәңгәр һыҙыҡтар үтә. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.

Тауышы

Киҫкен һәм көслө генә ҡысҡыра: «рааҡ-рааҡ».

Йәшәү рәүеше

Coracias garrulus

Ҡыуаҡлы ялан, ҡоро ҡарағайлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бө¬жәктәр менән туҡлана. Күсмә кош. һирәк осрай. Ерҙәге өңдәрҙә йәки ағас ҡыуыштарында оялай. 4—5 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

Туҡланыуы

Бөтә нәмәне ла ашай торған ҡош. Бигерәк тә эре бөжәктәргә өҫтөнлөк итә. Саранча, ҡуңғыҙҙар, кәҫәрткеләр, баҡалар, ҡырҡаяҡтар. Ҡайһы саҡ ваҡ кимереүселәргә лә һунар итә. Көҙгөһөн баҡса емештәренә төшөп аҙ-маҙ зыян килтерә.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар