Обреновичтар

Обреновичтар
сер. Обреновићи
Ил: Сербия кенәзлеге, Сербия короллеге
Титулдар: кенәз, король
Нигеҙләүсе: Милош Обренович
Һуңға хаким: Александр Обренович
Нигеҙләнгән йыл: 1817
Нәҫел өҙөлгән: 1903
Милләте: сербтар

Обре́новичтар (серб.сер. ОбреновићиОбреновићи) — Сербиның кенәздәр, ә 1882 йылдан — королдәр династияһы. Тәхет өсөн көрәштә Ҡарагеоргиевичтарҙың ҡан дошмандары. Австро-Венгрияға йүнәлеш тоталар. Халыҡ уларҙы яратмаған; һуңғы вәкилдәре Александр Обренович  ҡатыны менән бергә 1903 йылғы Май түңкәрелеше һөҙөмтәһендә Ҡарагеоргиевичтар яҡлылар тарафынан йыртҡыстарса үлтерелә. 

Хакимдар һәм хакимлыҡ итеү йылдары

Обреновичтарҙың кенәз династияһында ғәҙәти булмаған иҫәп теҙмәһе алып барыла: башҡа династияларҙағы кеүек кенәздәрҙең исемдәренә ҡарап түгел, ә  һәр кенәз Обреновичҡа үҙ тәртип һаны бирелә: 

  • Милош Обренович I 18151839
  • Милан Обренович II  18391839
  • Михаил Обренович III 18391842

1842 йылда Обреновичтар илдән һөрөлә. Кенәз итеп был Александр Ҡарагеоргиевич иғлан ителә.  1858 йылда ҡабат серб тәхетенә ҡайтарылалар.  

  • Милош Обренович I 18581860 (икенсе тапҡырға)
  • Михаил Обренович III 18601868 (икенсе тапҡырға)
  • Милан Обренович IV 18681882, ул Сербия короле лә була
  • Милан I Обренович 18821889
  • Александр Обренович 18891903

Һылтанмалар