Ойошһеркә
Ойошһеркә
Эре сәскәле ойошһеркә Фәнни классификация
Аҫҡы батшалыҡ : Йәшел үҫемлектәр
Тәртип: Спаржа сәскәлеләр
Халыҡ-ара фәнни исеме
Cephalanthera Rich., 1817
Номенклатура тибы
Cephalanthera damasonium (Mill.) Druce, 1906 — Пыльцеголовник крупноцветковый
Ойошһеркә (лат. Cephalanthéra ) — әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Таралышы
14 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда оҙон япраҡлы ойошһеркә һәм ҡыҙыл ойошһеркә үҫә. Реликт оҙон япраҡлы ойошһеркә — Башҡортостандың Урал алдының япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарында, ҡыҙыл ойошһеркә Башҡортостандың Урал алдында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һирәк ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Декоратив үҫемлектәр. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.
Ҡылыҡһырлама
Тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабаҡтары төҙ, бейеклеге 50—80 см. Япраҡтары эре, ҡыяҡ—ланцет йәки киң ланцет. Сәскәһе эре, ҡыңғырау формаһында, аҡ йәки алһыу төҫтә. Сәскәлеге — һирәк башаҡ. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, август—сентябрь башында өлгөрә.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
C.J. Sheviak; P.M. Catling. 31. Cephalanthera Richard // Flora of North America . — Vol. 26. — P. 583.
Род 323. Пыльцеголовник — Cephalanthera L. C. Rich. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор и редактор тома акад. В. Л. Комаров. — М .—Л. : Издательство Академии Наук СССР, 1935. — Т. IV. — С. 630—634. — 760 + XXX с. — 5175 экз.
Һылтанмалар
The article is a derivative under the Creative Commons Attribution-ShareAlike License .
A link to the original article can be found here and attribution parties here
By using this site, you agree to the Terms of Use . Gpedia ® is a registered trademark of the Cyberajah Pty Ltd