Сиань

Чанъань стеналарының ҡалдыҡтары
Ҡала стенаһы
Барабан манараһы
Көньяҡ ҡапҡаһы
Ҡыңғырау манараһы
Ҡыңғырау манараһы аҫтындағы юл
Ҡырағай ҡаҙҙарҙың Оло пагодаһы
Ҡырағай ҡаҙзарҙың бәләкәй пагодаһы

Сиань (ҡыт. ғәҙәти 西安, , пиньин: Xī'ān, палл.: Сиань西安, пиньинь: Xī'ān, палл.: Сиань) —Шэньси провинцияһының(КХР) субпровинция әһәмиәтендәге ҡала Шэньси (КХР), провинцияның хөкүмәт була торған урыны.

Ҡалаға 3100-ҙән артыҡ йәш, күпмелер ваҡыт ул донъяның иң ҙур (майҙаны һәм йәшәүселәр һаны буйынса) ҡалаһы.. Сиань — Ҡытайҙың иң данлыҡлы тарихи һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе. Ҡытайҙың Чжоу, Цинь, Хань, Суй һәм Тан осорондағы 13 династияларҙың баш ҡалаһы. Был дәүләттәрҙең баш ҡалалары хәҙерге Сиандың үҙәгенән аҙ ғына алыҫлыҡта төрлө урындарҙа урышлашҡан.

Ҡаланың элекке исеме — Чанъань, (ҡыт. ғәҙәти 長安, ябайл. 长安, пиньин: Cháng'ān, палл.: Чанъань長安, уп. 长安, пиньинь: Cháng'ān, палл.: Чанъань,), тәржемәһе «оҙайлы тыныслыҡты» аңлата. Сиань (Чанъань) ҡалаһы Бөйөк ебәк юлындағы сауҙа карауандарының Ҡытайға ингән урынында тора. Ҡала эргәһендә Боронғо Ҡытайҙың ҡурғанлы кәшәнәләр, шул иҫәптән , Цинь Шихуандиҙың терракотлы армияһының мавзолейы бар.

1990 йылдың Ҡытайҙың үҙәк һәм төньяҡ төбәктәренең иҡтисади үҫеш планы буйынса Сиань иң мөһим мәҙәниәт, мәғариф һәм сәнәғәт үҙәгенә әүерелгән.

Тарих

Сиань тирәһендә боронғо кешеләр йәшәгән утыраҡтарына 500 мең йәштәр тирәһе. 1963 йылда Ланьтянь өйәҙендә ҙур әһәмиәткә эйә антропологик табылдыҡтар эшләнгән; неолит осоро ауылы Баньпо (半坡) ҡаҙылып табылған. Ул б.э.т. 3000 йылға (Яншао мәҙәниәтенә) ҡарай тип әйтәләр.

Ҡала б.э. XI быуатта, Чжоу дәүеренең башындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт үҙәге булып торған. Был осорҙоң Чжоу батшалығының баш ҡалаһы — Фэн (ҡыт. ғәҙәти , ябайл. , уп. 沣) һәм Хао (ҡыт. ғәҙәти , ябайл. , уп. 镐).Ул хәҙерге Сиандан алыҫ түгел, ҡаланың көнбайышында тора. Б.э.т. 687 йылға тиклем, хәҙерге Яньта районында Цинь батшалығының хакимдары Дусянь (杜县) — өйәҙен булдырғандар. Был өйәҙ Ҡытай тарихындағы иң тәүге өйәҙ. Шун һуң башҡа өйәҙҙәр ҙә булдырылған. Цинь батшалығы Ҡытай тарихында үҙәкләштерелгән империяны төҙөгән. был административ система бөтә илгә таралған. Цинь батшалығының баш ҡалаһы булып хәҙерге Сиандың төньяҡ-көнбайышында торған Сяньян булған. Император Цинь Шихуан Сиань ерендә үҙенә кәшәнә һәм Терракот армияһын төҙөткән.

Б.э.т. 202 йылда Хань империяһы үҙенең баш ҡалаһы итеп Чанъань ҡалаһын һалдырған. Ул Мәңгелек бәхет (长乐宫/長樂宮) һарайын, ә ике йылдан һуң Вэйян (未央宫) һарайын һалдырған. Ҡаланың стенаһы б.э.т. 194 йылда хәҙерге ҡаланың төньяғында һалына башлай һәм дүрт йылдан һуң төҙөлөп бөткән. Стенаның оҙонлоғо-25,7 км, киңлеге нигеҙенең түбәнге яғында 12-16 м бар..[примечание 1] Был стена 36 км2 территорияны сикләп тора (Рим императоры территорияһынан бер ярым тапҡырға артығыраҡ).

24 йылда ҡала ихтилал ваҡытында емерелгән. 190 йылда Хань империяһының бөтөнләй тарҡалыуы алдынан генерал Дун үҙ йортон Лояндан Чанъанға күсергән.

Хань империяһы тарҡалғандан һуң был ерҙәр административ рәүештә Цзинчжао округына индерелгән (京兆郡). Төньяҡ Чжоу империяһы ваҡытында 558 йылда Чанъаньике административ территорияға бүленгән: беренсеһе Ваньнянь (万年县), ә икенсеһе — Чанъань өйәҙенә бүленгән., (长安县).

582 йылда Суй империяһының императоры яңы баш ҡала булған Дасинды (大兴/大興, бөйөк оло һөйөнөс) төҙөткән. Баш ҡала өс райондан тороп, 84 км2 майҙанды биләгән. Ҡаланың төп урамы Чжуцюэның киңлеге −155 м тәшкил иткән. Ҡала ул осорҙоң иң ҙур ҡалаһы булып торған, унда ул яҡынса миллион кеше йәшәгән. Суй империяһы Тан империяһы менән алыштырылғас, ҡала тағы ла иҫке исеме менән Чанъань тип аталып йөрөтөлгән. VII—IX быуаттарҙа, ул күп кенә тикшеренеүселәр фекеренсә, иң күп кеше йәшәгән мегаполис булған, унда бер млн-ға яҡын кеше йәшәгән. Тан империяһы тарҡалғас, донъяның иң ҙур ҡалаһы булып Бағдад торған.

VII быуатта был ҡалала буддист монахы Сюаньцзан төпләнгән, ул санскрит теленән бик күп һанлы буддист китаптарын тәржемәләгән. Ҡалала 652 йылда 64 м бейеклегендәге Ҡырағай ҡаҙҙарҙың Оло пагодаһы төҙөлгән, унда буддистарҙың иң боронғо китаптары һаҡланған. 707 йылда бейеклеге 45 метр булған Ҡырағай ҡаҙҙарҙың бәләкәй пагодаһын төҙөгәндәр. 781 йылда ҡалала несториан христиандарҙың берләшмәһе булған, улар үҙҙәренең стелаһынһәм Дацинь пагодаһын һалғандар.

904 йылда Тан империяһы тарҡалған. Баш ҡала Лоянға күскән.

Илде монголдар баҫып алғандан һуң, ҡала Цзинчжаофу управаһына әйләнгән. 1272 йылда Хубилай хан үҙенең өсөнсө улы Магалға «Аньси кенәзе» титулын биргән һәм был ерҙәр уның биләмәләренә ингәнһәм Аньси төбәге тип аталған. 1312 йылда Аньси төбәге бөтөрөлгән, ул Фанъюань тип атала башлаған.

Монголдарҙың власын ҡолатҡандан һуң, 1369 йылда Фань төбәгендә ҡытай Мин империяһы Фэнъюань Сиань управаһы (西安府) тип аталған. Ҡала яңынан стена һәм соҡорҙар менән уратып алынған. Был Бөйөк Ҡытай стенаһы тип аталған һаҡланыу системаһына әйләнгән. Был стенаның периметры — 12 км, бейеклеге — 12 метр, ҡалынлығы — нигеҙе янында 18 метр. Был стена бөгөнгө көнгә тиклем яҡшы хәлдә — улар 600 йылдан атрығыраҡ торған һәм бөтөн көйө һаҡланып ҡалған стеналарҙың береһе булып һанала.

1370 йылда Мин империяһына нигеҙ һалыусы Чжу Юаньчжан икенсе улына Чжу Шуанға" Цинь яүгире" (秦王) титулын биргән. Сиань Цинь яугиренең резиденцияһына әйләнгәнлектән, ул торған ҡаланың бер өлөшө Ваньчэн (王城, «Ван ҡалаһы»), ә һуңынан Хуанчэн (皇城, «император ҡалаһы») тип аталған. 1643 йылда Сиань Ли Цзычэн фетнәселәре менән баҫып алынған һәмяңынан «Чанъань» тип аталған.

1900 йылда Пекин һигеҙ державаның ғәскәрҙәре менән баҫып алынған, шул саҡта император ҡатын Цыси буласаҡ император улы менән Сианға ҡасҡан һәм бында 1901 йылға тиклем булған.

1911 йылда Синьхай революцияһы ваҡытында ҡала маньчжур ғәскәрҙәре тарафынан емерелгән һәм уның байтаҡ өлөшө буш ҡалған. 1921 йылда ҡаланы генерал Фэн Юйсян үҙенең штаб-фатиры итеп һайлаған..1928 йылда Ҡытай республикаһының гоминьдан хөкүмәте Сиань ҡалаһын бер нисә тапҡыр ҡулдан-ҡулға тапшырған һәм уның исемен Сиандан Чанъанға алыштырған. 1935 йылда Чан Кайши Сианды Ҡытай республикаһының баш ҡалаһы итеп һайлаған, әммә хөкүмәт ҡалаға күсеп өлгөрмәгән. 1936 йылда Чан Кайши Ҡытай Ҡыҙыл армияһына ҡаршы походҡа сыҡҡан һәм фетнә күтәргән генералдар тарафынан ҡулға алынған.1943 йылда Сианьҡалаһы рәсми рәүештә провинция ҡалаһына әйләнгән. 1948 йылда гоминьдан хакимиәте Сиань ҡалаһын ил үҙәгенә буйһоноуындағы ҡалаға әйләндергән.

1949 йылдың май айында илдә барған граждандар һуғышында ҡала коммунистар ҡулына эләккән.1950 йылдан бирле ул Төньяҡ-Көнбайыш хәрби-сәйәси комитетына (西北军政委员会) бирелгән. 1949—1954 йылдарҙа ҡала территорияһы Чанъань өйәҙе ерҙәре иҫәбенә киңәйтелде. Ғинуар 1953 йылдың ғинуарында был комитет Төньяҡ-Көнбайыш административ комитеты тип үҙгәртелде Төньяҡ-Көнбайыш административ советы (西北行政委员会). 1953 йылдың мартында Сиань ил үҙәгенә буйһоноуындағы ҡала тип, ә 1954 йылдың июненән алып — ҡала буйһоноуындағы провинция ҡалаһы тип йөрөтөлә башланы.

Административ-территориаль бүленеш

Сиань ҡалаһы административ яҡтан ҡала буйһоноуындағы 10 районға һәм 3 өйәҙгә бүленгән.
Карта
Статус Название Иероглифы Пиньинь Население

(2009)

Площадь (км²) Плотность

населения
(/км²)

Район Синьчэн 新城区 Xīnchéng qū 500.000 31
Район Бэйлинь 碑林区 Bēilín qū 750.000 22
Район Ляньху 莲湖区 Liánhú qū 640.000 38
Район Бацяо 灞桥区 Bàqiáo qū 510.000 322
Район Вэйян 未央区 Wèiyāng qū 500.000 261
Район Яньта 雁塔区 Yàntǎ qū 790.000 152
Район Яньлян 阎良区 Yánliáng qū 250.000 240
Район Линьтун 临潼区 Líntóng qū 700.000 898
Район Чанъань 长安区 Cháng'ān qū 980.000 1583
Район Гаолин 高陵区 Gāolíng qū 290.000 290
Өйәҙ Ланьтянь 蓝田县 Lántián xiàn 640.000 1977
Өйәҙ Чжоучжи 周至县 Zhōuzhì xiàn 670.000 2956
Өйәҙ Хусянь 户县 Hù xiàn 600.000 1213

Йәмәғәт транспорты

Ҡалала 200-ҙән артыҡ автобус маршруттары бар.

Юннинмэнь метро станцияһы

Иҫтәлекле урындары

Терракот армияһы
Цинь-Шихуан мавзолейында
  • Яҡшы һаҡланып ҡалған урта быуаттарҙа төҙөлгән ҡала стенаһы
  • Цинь Шихуан (秦始皇) мавзолейы һәм Терракотлы армия.
  • Мосолман кварталы һәм Ҙур Мәсет.
  • Ҡырағай ҡаҙҙарҙың Оло һәм Бәләкәйпагодалары.
  • Ҡыңғырау манараһы һәм Барабан манараһы.
  • Таш урман (ҡыт. ябайл. 碑林, пиньин: Bēilín, палл.: Бэйлиньуп. 碑林, пиньинь: Bēilín, палл.: Бэйлинь)
  • Шэньси провинцияһының тарихи музейы.
  • Неолит ауылы Баньпо .
  • Хуашань тауы
  • Дасиншань буддистар монастыры.

Күләмле масса мәғлүмәт саралары

Телевидение каналдары

  • Шэньси телевидениеһы
  • Сиань телевидениеһы
  • Шэньси радиоһы.

Ҡала газетаһы

  • Chinese Business View (华商报)

Туғандаш ҡалалар

Уҡыу йорттары

Сиань — Ҡытайҙың уҡыу-уҡытыу үҙәге. Юғары уҡыу йорттарының һаны буйынса ул илдә Пекин һәм Шанхайҙан һуң өсөнсө урында тора.

Дәүләт университеттары

  • Чанъаньский университет (长安大学)
  • Сианьский технический университет (西安工业大学)
  • Северо-западный университет сельского и лесного хозяйства (西北农林科技大学)
  • Северо-западный университет (西北大学)
  • Северо-западный университет политики и права (西北政法大学)
  • Северо-западный политехнический университет (西北工业大学)
  • Педагогический университет провинции Шэньси (陕西师范大学)
  • Сианьский университет строительства и архитектуры (西安建筑科技大学)
  • Научно-технический университет провинции Шэньси (陕西科技大学)
  • 4-й университет военной медицины (第四军医大学)
  • Сианьский университет иностранных языков (西安外国语大学)
  • Сианьский транспортный университет (西安交通大学)
  • Сианьский инженерный университет (西安工程大学)
  • Сианьский университет нефти (西安石油大学)
  • Сианьский Университет металлургии и строительства (ингл. Xi’an University of Architecture and Technology) (西安建筑科技大学)
  • Сианьский университет почты и телекоммуникаций (西安邮电学院)
  • Сианьский научно-технический университет (西安科技大学)
  • Сианьский технологический университет (西安理工大学)
  • Университет Сидянь (бывш. Сианьский электротехнический университет) (西安电子科技大学)
  • Педагогический институт провинции Шэньси (陕西教育学院)
  • Сианьская академия изящных искусств (西安美术学院)
  • Сианьская музыкальная консерватория (西安音乐学院)
  • Сианьский институт экономики и финансов (西安财经学院)
  • Сианьский институт физической культуры (西安体育学院)

Иҫкәрмәләр

  1. По толщине стен Чанъань уступала некоторым китайским городам доимперского периода. Так, глинобитные стены Сюэсянь царства Лу составляли от 10 до 14 м в ширину. Стену окружал ров шириной 8 м.

Һылтанмалар