Тау сәпсеге
Тау сәпсеге |
|
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Ярым класс: | Яңы аңҡаулылар | Ярым отряд: | Һайраусы турғайҙар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Motacilla cinerea Tunstall, 1771
|
|
Һаҡлау статусы |
---|
Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : 149142
|
|
Тау сәпсеге , тау кәмәрсеге(рус. горная трясогузка, лат. Motacilla cinerea— турғай һымаҡтар ғаиләһендәге ҡош.
Ҡылыҡһырлама
Турғай ҙурлыҡ. Оҙон ҡойроғон бәүелтеп йөрөүсе ҡош. Ағастарға, сымдарға ҡуна. һырты һоро, ҡойроғоноң төбө өҫ яҡтан һары. Ҡара төҫтәге ҡанатта¬рында һәм ҡойроғоноң ике яғында аҡ һыҙыҡтар бар. Кәүҙәһенең аҫ яғы сағыу һары. Тамағы аҡһыл һары. Ата ҡоштоң тамағы, түшенең өҫкә яғы яҙғыһын ҡара була. һары сәпсектән һоро арҡаһы һәм ҡара ҡанаттары менән айырыла.
Тауышы
Тауышы яңғырауыҡлы: «си-ситт».
Йәшәү рәүеше
Тау йылғаларының яр буйҙарында йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ҡая таштар ярығында, таш өйөмдәре араһында, өңөлгән ярҙар аҫтында оялай. Ҡара таплы 4—6 бөртөк һарғылт һоро йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90