Юҡҡа сығыу

КембрийОрдовикСилурДевон осороТашкүмер осороПермь осороТриасЮра осороАҡбур осороПалеогенНеоген
Мел–Пал
Тр–Юр
Пм–Тр
Дев
О–С
Миллион йылдар элек
КембрийОрдовикСилурДевон осороТашкүмер осороПермь осороТриасЮра осороАҡбур осороПалеогенНеоген
Фанерозой осоронда диңгеҙ фаунаһының юҡҡа сығыуы. Һәр ваҡыт интервалы өсөн, ул ваҡытта йәшәгән төрҙәрҙәң нисә проценты киләһе ваҡыт интервалына тиклем юҡҡа сыҡҡанын күһәтә. Бөтә юҡҡа сыҡҡан төрҙәр түгел, тик ташҡа әүерелелеп һаҡланғандары ғына күрһәтергән. Рәсемдәге хәрефтәр «Биш Ҙур» юҡҡа сығыуҙы күрһәтә. (рәсем мәғлүмәте)

Юҡҡа сығыу  — биология һәм экологияла билдәле бер биологик төрҙөң йәки тотош таксондың бар вәкилдәренең дә үлеп бөтөүе. Юҡҡа сығыуҙың сәбәптәре тәбиғи ҙә , кеше (антропоген) тәьҫиренән дә булырға мөмкин. Тәбиғәттә биологик төрҙөң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күпләп ҡырылыу йәғни күпләп юҡҡа сығыу (массовое вымирание) күренеше бар.

Ер тарихында төрҙәрҙең дәһшәтле юҡҡа сығыу тарихы

  • 440 млн йыл элек — ордовик-силурҙа — умыртҡаһыҙҙарҙың 60 % -ы юҡҡа сыға
  • 364 млн йыл элек — девонда  — диңгеҙҙәге төрҙәрҙең һаны 50 %-ҡа кәмей;
  • 251,4 млн йыл элек — дәһшәтле пермь ҡырылыуы, иң-иң күпләп ҡырылыу, бөтә тере организмдарҙың 95 %-ҡа тиклеме юҡҡа сыға;
  • 199,6 млн йыл элек — триаста — ул мәлдә Ерҙә тереклек итеүсе төрҙәренең яртыһы тиерлек ҡырыла.
  • 65,5 млн йыл элек — аҡбур –палеоген юҡҡа сығыуы — бөтә төрҙәрҙең 1/6 өлөше, шулай уҡ, динозаврҙар юҡҡа сыға.
  • 33,9 млн йыл элек — эоцен-олигоцен юҡҡа сығыуы.
Докембрий Фанерозой Эон
Палеозой Мезозой Кайнозой Эра
Кембрий Ордовик Сил ур Девон Карбон Пермь Триас Юра Мел Палео ген Неоген П-д
4570 541 485,4 443,4 419,2 358,9 298,9 252,2 201,3 145,0 66,0 23,03 млн
лет
2,588

е

Юҡҡа сығыуҙың сәбәптәре

Әгәр билдәле арауыҡта тыуым үлемде ҡаплай (компенсировать) алмаһа, төр юҡҡа сыға.

Юҡҡа сығыу сәбәптәре:

  • Популяция эсендәге һан (төркөм эсендә генә үрсеү мөмкинлеге булған хайуандар, мәҫәлән,гиҙеүсе күгәрсен)
  • генетик төрлөлөк (гепардтарға янарға мөмкин)
  • ғүмер оҙонлоғо
  • йыртҡыстар
  • Бер үк йәшәү урынында башҡа төрҙәр менән конкуренция
  • паразиттар баҫыуы (ниндәйҙер сир)
  • катастрофалар
  • Әйләнә-тирә мөхиттең үҙгәреүе
  • кеше факторы

Шулай уҡ ҡарағыҙ


Ҡалып:Disasters-stub