Смоленск өлкәһе
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Смоленск өлкәһе | |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Смоленск | ||||
56-сы | |||||
- Барлығы |
49 779 км² | ||||
- Барлығы |
↘958 630[1] (2016) 19.26 кеше/км² | ||||
ТТП |
54-се | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
187 млрд. һум[2] млрд. һум (2012) 124,2 мең һум | ||||
Федераль округ |
Үҙәк | ||||
Иҡтисади район |
Үҙәк | ||||
Губернатор |
Островский Алексей Владимирович | ||||
Өлкә думаһы рәйесе |
Ляхов Игорь Васильевич | ||||
67 | |||||
ISO 3166-2 коды |
RU-SMO | ||||
Сәғәт бүлкәте |
MSD[d] һәм Европа/Москва[d][3] | ||||
Бүләктәре: |
Смоле́нск өлкәһе рус. Смоленская область — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Үҙәк федераль округы составына инә[4].
Административ үҙәге — Смоленск ҡалаһы. Смоленскиҙан Мәскәүгә тиклем — 365 км, Минскиға — 331 км.
Смоленск өлкәһе көнсығышта — Рәсәй Федерацияһының Мәскәү, көньяҡ-көнсығышта — Калуга, Брянск, төньяҡта — Псков һәм Тверь өлкәләре һәм көнбайышта Белоруссияның Могилёв һәм Витебск өлкәләре менән сиктәш.
Майҙаны — 49 779 км².
1937 йылдың 27 сентябрендә Көнбайыш өлкә территорияһында барлыҡҡа килә.
Ленин ордены менән бүләкләнә (1958).
Географияһы
Географик урынлашыуы
Смоленск өлкәһе Көнсығыш Европа (рус) тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төбәктең ҙур өлөшөн Смоленск—Мәскәү ҡалҡыулығы биләй, төньяҡ-көнбайышта Балтик уйһыулығы, көньяҡта — Днепр уйһыулығы урынлашҡан. Көнбайышта өлкә Белоруссия (Витебск һәм Могилев өлкәләре), төньяҡта — Псков һәм Тверь өлкәләре, көнсығышта — Мәскәү өлкәһе, көньяҡ-көнсығышта Калуга өлкәһе, көньяҡта — Брянск өлкәһе менән сиктәш. Төньяҡтан көньяҡҡа табан оҙонлоғо — 300 км, ә көнбайыштан көнсығышҡа — 290 км. Смоленск өлкәһенең Белоруссия сигендәге территорияһының бер өлөшө формаль рәүештә сикләнгән сик зонаһына инә.
Рельефы
Файҙалы ҡаҙылмалар
Тарихы
1708 йылда Смоленск губернаһы барлыҡҡа килә. 1929 йылда РСФСР составында Көнбайыш өлкә ойошторола, уның үҙәге Смоленск ҡалаһында була. Смоленск өлкәһе 1937 йылдың 27 сентябрендә ойошторолған.
Билдәле шәхестәре
- Бродская Валентина Егоровна (14.07.1939), театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2016). Демидов районының Михайловка ауылынан.
- Дементьев Евгений Павлович (10.04.1939), ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар врачы (1980), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2000). Иҫке Широкий ауылынан[5].
- Тухачевский Михаил Николаевич (16 февраль 1893 — 12 июнь 1937) — совет хәрби эшмәкәре, Граждандар һуғышы осорондағы РККА-ның военачальнигы, хәрби теоретик, Советтар Союзы Маршалы (1935). 1937 йылда «хәрби эш буйынса» репрессиялана, 1957 йылда аҡлана.
- Румянцева Надежда Васильевна (9 сентябрь 1930 йыл, Смоленск өлкәһе Гжатский районы Потапово ауылы — 8 апрель 2008 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй актрисаһы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991).
- Гагарин Юрий Алексеевич (9 март 1934 йыл, Клушино, Гжатский (хәҙерге Гагарин) районы, Көнбайыш өлкә (хәҙерге — Смоленск өлкәһе), СССР — 27 март 1968 йыл, Новосёлов ауылы, Киржач районы, Владимир өлкәһе, СССР) янында — СССР-ҙың лётчик-космонавы, Советтар Союзы Геройы, бер нисә дәүләттең юғары маҡтау билдәләре кавалеры, бик күп Рәсәй һәм сит ил ҡалаларының почетлы гражданы. СССР Хәрби-һауа көстәре полковнигы (1963), 1-се класлы хәрби осоусы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1961), ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ағзаһы, 7-се һәм 8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты.
- Твардовский Александр Трифонович (21 июнь 1910 йыл — 18 декабрь 1971 йыл) — СССР яҙыусыһы, шағир һәм прозаик, журналист, махсус корреспондент. Подполковник (1945). «Новый мир» журналының баш мөхәррире (1950—1954 һәм 1958—1970) йылдарҙа)
- Борис Федорович Годунов (1552 йыл — 13 (23) апрель 1605 йыл) — баяр, батша Федор I Иоанновичтың ҡайнағаһы, 1587—1598 йылдарҙа дәүләт хакимы, 1598 йылдың 17 (27) февраленән 1605 йылдың 13 (23) апреленә тиклем — Годуновтар династияһынан беренсе рус батшаһы.
- Айзек Азимов (Isaac Asimov, тыуғандағы исеме Исаак Юдович Азимов; 1920 йылдың 2 ғинуары, РСФСР, Смоленск өлкәһе, Шумячи районы, Петровичи ауылы — 1992 йылдың 6 апреле, Нью-Йорк, АҠШ) — Америка фантаст-яҙыусыһы, фәнде популярлаштырыусы, биохимик. 500-ҙән ашыу китап авторы
Халҡы
Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкә халҡы 958 630 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 19.26 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 72.44 % (2015).
- Милли состав
Халыҡ | 2002 йыл, кеше (* 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.) | 2010 йыл, кеше[6] |
---|---|---|
Урыҫтар | 980 073 (93,4 %) | 893 675 (94,6 %) |
Украиндар | 17 362 (1,7 %) | 12 223 (1,3 %) |
Белорустар | 16 231 (1,55 %) | 12 012 (1,3 %) |
Әрмәндәр | 3 893 | 4 776 (0,5 %) |
Сиғандар | 3 011 | - |
Татарҙар | 2 424 | - |
Әзербайжандар | 2 416 | - |
Йәһүдтәр | 1 434 | - |
Немецтар | 1 133 | - |
Башҡалар | м.ю. | 21 394 |
Милләтен күрһәтмәгәндәр | 11 002 (1,1 %) | 41 457 |
Һаны 1000 ашыу булған халыҡтар күрһәтелгән |
Смоленск өлкәһендә 2002 йылда — 303 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[7].
Административ-территориаль бүленеш
2006 йылдан алып өлкә территорияһында 350 муниципаль берәмек бар, шул иҫәптән:
- 2 ҡала округы
- 25 муниципаль район
- 23 ҡала биләмәһе
- 300 ауыл биләмәһе
Картаның легендаһы (билдә өҫтөнә баҫҡанда халыҡ һаны күренә):
1-ҙән 4 999-гә тиклем кеше (тик район үҙәктәре) | |
5 000-дән 9 999-гә тиклем кеше | |
10 000-дән 19 999-гә тиклем кеше | |
20 000-дән 49 999-гә тиклем кеше. | |
50 000-дән 299 999-гә тиклем кеше | |
300 000 ашыу кеше |
Иҡтисады
Тулайым төбәк продукты ағымдағы хаҡтар буйынса: 2014 йылда — 234,7 млрд һум; 2006 йылда — 79,2 млрд һум; 2005 йылда — 68,4 млрд һум.
Тулайым төбәк продукты йән башына: 2014 йылда 242,9 мең һум (85 төбәк араһында 53-сө урын); 2013 йылда 232,5 мең һум. 2015 йылдың декабрендә халыҡтың йән башына уртаса килеме айына 34347 һум тәшкил итә[8] .
Төбәктең тупланма бюджеты (2022):
килемдәре — 59 млрд һум[8] ;
сығымдар — 57,9 млрд һум[9];
Сәнәғәт комплексы тулайым төбәк продукты яҡынса 38 процентын тәшкил итә (2006 йыл), шуларҙың 23,1 проценты — етештереү (тәү сиратта химия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте), 8,3 % — энергетика, 6,5 % — төҙөлөш комплексы, агросәнәғәт комплексында 10 процент (2006).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год . Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
- ↑ Губернатор Смоленской области отчитался о работе за год | SmolCity.ru - Современный Смоленск
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
- ↑ Калуцкова Н. Н., Нефёдов В. С. и др. Смоле́нская о́бласть / председ. Ю. С. Осипов и др., отв. ред. С. Л. Кравец. — Большая Российская Энциклопедия (в 35 т.). — Москва: Научное издательство «Большая российская энциклопедия», 2015. — Т. 30. Сен-Жерменский мир - 1679 - Социальное обеспечение. — С. 494—502. — 766 с. — 35 000 экз. — ISBN 978-5-85270-367-5. Архивная копия от 26 май 2019 на Wayback Machine
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Дементьев Евгений Павлович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2019)
- ↑ Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2012 йыл 1 июнь архивланған.
- ↑ Перепись населения 2002. Том 4 — «Национальный состав и владение языками, гражданство». 3. Население по национальности и владению русским языком по субъектам Российской Федерации 2007 йыл 17 февраль архивланған.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Рейтинг социально-экономического положения субъектов РФ. Итоги 2015 года . РИА Новости (2016). Дата обращения: 21 июнь 2016. Архивировано 5 июль 2016 года.
- ↑ Расходы равны сумме доходов и дефицита.
Һылтанмалар
Смоленск өлкәһе Викимилектә | |
Смоленск өлкәһе Викияңылыҡтарҙа | |
Смоленск өлкәһе Викигид |