Эрзә теле
Эрзә теле | |
эрзя Эрзянь кель | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | erzyanca, эрзянский, эрзянская һәм эрзяйаг |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Барлыҡҡа килгән | Ырымбур өлкәһе, Һамар өлкәһе, Һарытау өлкәһе һәм Ульяновск өлкәһе |
Административ-территориаль берәмек | Мордовия Республикаһы |
Тел төрҙәре | SOV[d], номинатив-аккузатив тел[d], агглютинатив телдәр һәм баҫым |
Яҙыу | Кирил алфавиты |
Телдә һөйләшеүселәр |
96 860 кеше (2010)[2], 36 700 кеше (2010)[2] |
Телдең ЮНЕСКО статусы | 3 юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында[d][3] |
Ethnologue каталогында тел статусы | 5 Developing[d][2] |
Тасуирлау биттәре | uralic.clld.org/language… |
Викимедиа проекттарында тел коды | myv |
Эрзә теле Викимилектә |
Эрзә теле (эрзянь кель) — фин-иҙел төркөмөнең мордва төркөмсәһенә ҡараған фин-уғыр теле, эрзәләр теле, Мордва Республикаһының, муҡшы һәм рус теле менән бер рәттән өс дәүләт теленең береһе.
Социолингвистик хәле
Һөйләшеүселәр һаны
Мордва Республикаһында халыҡ иҫәбен алғанда, муҡшы һәм эрзә телдәренә бүлеп аныҡламай, күптәр мордва телен күрһәткәнлектән, эрзә телендә һөйләшеүселәрҙең теүәл һанын әйтеп биреүе ҡатмарлы. Ethnologue мәғлүмәт базаһы был телдә һөйләшеүселәрҙең түбәндәге иҫәбен килтерә: донъяла 119 330 кеше, Рәсәйҙә 36 700 кеше (2010 йылдағы йәниҫәп алыу буйынса).
Рф Дәүләт статистика мәғлүмәттәре буйынса, 843,35 мең кеше үҙен мордва тип атаған (шул иҫәптән муҡшы — 49,6 мең кеше, эрзә — 84,4 мең кеше).
Эрзә теле юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булған, йәки юғалыуға яҡын телдәр исемлегенә индерелгән.
Телде йөрөтөүселәрҙең урынлашыуы
Тел йөрөтөүеләрҙең яҡынса 28 % Мордва Республикаһы территорияһында, ҡалғандары компакт төркөм булып Рәсәйҙә һәм элекке СССР территорияларында йәшәй.
Ике теллелек
Муҡшы һәм эрзә телдәре өсөн дөйөм мәғлүмәт: эрзә һәм тағы ла башҡа тел белеү.Бөтә ике тел белеүселәр билингвов — 696 369. Шуларҙан ир-егеттәр — 306 109, ҡатын-ҡыҙҙар — 389 982. Мордва телдәрендә һөйләшкәндәрҙең 69 % үҙенең туған теле тип мордва телен, 30,8 % — урыҫ телен һанай.
Функциональ статусы
Эрзә теле Мордва Республикаһының дәүләт теле.
- Тел киң мәғлүмәт сараларында ҡулланыла:
- радио тапшырыуҙары: Саранск ҡалаһы радиостанцияһы Мордва Милли радиоһы Вайгель, 1061 кгц. Эфир ваҡытының 14,3%-н муҡшы һәм эрзә телендә алып барылған тапшырыуҙар биләй;
- телевидение: 2 канал «Рәсәй» каналы көнөнә 2 сәғәт, 4 сәғәт, аҙнаһына 2 көн; эрзя телендә эфир ваҡытының 7 %;
- гәзит: «Эрзянь правда» гәзите, ойоштороусыһы булып Мордва Республикаһы хөкүмәте һәм Мордва Республикаһының Дәүләт Йыйылышы тора; «Эрзянь Мастор» — муҡшы телен ҡотҡарыу фонды гәзите; Ульяновск өлкәһендә ай һайын эрзә телендәге мәғлүмәтте туплаған «Ялгат» («Дуҫтар») гәзите сыға, уны ойоштороусылар булып Ульяновск өлкәһе хөкүмәте тора, ОГУ «Берләштерелгән редакция»;
- журналдар: «Сятко» («Осҡон») — Мордва Республикаһы Хөкүмәте сығарған әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журнал; шулай уҡ Саранскиҙа «Чилисема» («Ҡояш сығышы») исемле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иллюстриялы айлыҡ журнал сығарыла.
- Телде төбәк хөкүмәтендә ҡулланыу:
- закондар тексында ғына, өҫтәүенә, сикаләнгән хәлдә.
Диалекттар
- Эрзә диалекттарын төркөмләү башлыса фонетик принцип буйынса үткәрелә. Беренсе ижектең һуҙынҡыһы сифатынан беренсе булмаған ижектәрҙең һуҙынҡыһы сифаты бәйләнгәнлеге буйынса диалекттар өс төргә берләштерелә:
- 1) прогрессив-ассимилятор (/kudu/ «өй» — /moro/ «йыр», әммә /kizi/ «йәй» — /t’ese/ «бында» һ . б.);
- 2) регрессив-ассимилятор (/kunsulan/ «ишетәм» — /kunsolok/ «тыңла»; /kunsuli/ «ишетә» — /kunsolozo/ «тыңлаһын ине»);
- 3) иң ябай тибы. "О"лашҡан һәм "У"лашҡан һөйләштәргә бүленә (/todov/ «мендәр» — /tumu/ «имән»).
- Эрзә диалекттарын хәҙерге төркөмләү фонетик критерийҙар менән бер рәттән морфологик критерийҙарға ла таяна.
- Үҙәк диалект — Көнсығыш Мордваның үҙәгендә таралған (Атяшевский, Чамзинский һәм өлөшләтә Ичалковский райондары).
- Көнбайыш (инсар буйы) диалекты — Инсар йылғаһының түбәнге ағымында таралған.
- Төньяҡ-көнбайыш (алатырь буйы) диалекты — Алатырь-Меня йылға араһында, шулай уҡ Алатырь йылғаһының түбәнге ағымында таралған. Был диалект зонаһына Мордовияның Ардатовский һәм Большеигнатовский райондары һәм Сыуашстандың күрше Алатырский һәм Порецкий райондары территориялары инә.
- Көньяҡ-көнсығыш (сура буйы) диалекты — Сура йылғаһы ҡушылдыҡтарының йылға араһында(Мордовияның Большеберезниковский, Дубенский һәм өлөшләтә Кочкуровский райондары). Төньяҡ-көнсығышта был диалект менән үҙәк диалекттың күсеш һөйләш ошо күсеш зонаһы сиктәш.
- Шокшинский (айырылған изолированный) диалект — Мордваның төньяҡ-көнбайышында, Теньгушевский районында, таралған. Муҡшы диалекттары менән уратып алынғанлыҡтан, был диалект тарихи яҡтан, башҡа эрзә һөйләштәренән айырылған. Муҡшы диалектының йоғонтоһо бер нисә фонетик- морфологик үҙенсәлектәрҙе барлыҡҡа килтергән.
Әммә телдең ныҡлы диалект базаһы юҡ. Диалект сиктәре башлыса йылға ярҙары буйынса билдәләнә.
Эрзә әҙәби теле нигеҙе итеп Мордовия Республикаһы Атяшевский райондағы Козловка ауылының диалекты алынған.
Билдәле фин-уғыр ғалимы Шаронов Александр Маркович фекеренсә, юғалған мерян теле эрзә теленең диалекты булған, әммә был фекер киң фәнни яҡлау тапмай.
Яҙыуы
Эрзә теле тарихының төп периодтары:
- боронғо тәү эрзә теле — Х б. башы — б. э. XI быуатынан конца XVII быуат аҙағына тиклем;
- иҫке эрзә — XVIII—XIX быуаттар.;
- яңы эрзә (хәҙерге) теле — XIX б. икенсе яртыһынан бөгөнгө көнгә тиклем.
Эрзә теле тарихының беренсе периоды яҙмаһыҙ булған. Беренсе яҙма ҡомартҡы XVII быуаттың аҙағында барлыҡҡа килгән, эрзә телендәге беренсе бәйләнгән (тәржемә ителгән) текстар XVIII быуаттың икенсе яртыһында эшләнгән. XV быуаттаРәсәй дәүләтенә ҡушылғанға саҡлы эрзә халҡының үҙ фонетик яҙмаһы булмаған. Кириллица алфавитына нигеҙләнгән эрзә яҙмаһы барлыҡҡа килеүе XVIII быуатта Волга буйыхалыҡтарының христианлаштырылыуы менән бәйле. Яҙма рус теленең орфографик нормаларына нигеҙләнгән. Уны булдырыу изге текстар төҙөүҙә кәрәклектән, фәҡәт тәржемә һәм лексикографик эш менән бәйле барлыҡҡа килгән. Ул милли әҙәби ҡомартҡыларҙы теркәмәгән. Эрзәне суҡындырған дәүерҙә епископ Дамаскин, Паллас һ. б. ике телле һүҙлектәр («Сравнительный словарь всех языков и наречий по азбучному порядку расположенные», 1790 һәм 1791 йй.) төҙөгән. Һәм был Екатерина II батшабикәнең ике йөҙ телле һүҙлек төҙөү тураһындағы ҙур ниәтенең бер өлөшө булған.
1803 йылда баҫылып сыҡҡан ғибәҙәт ҡылыу текстары эрзә телендәге тәүге баҫма әҫәрҙәр тип иҫәпләнә. 1884 йылда эрзәндәр өсөн, алфавиттың һәр хәрефенә эрзә теленең һүҙҙәре һәм һөйләмдәре йыйылмаһы бирелгән, беренсе әлифба сыға. Әлифба аҙағында шиғырҙар, доғалар һәм дини нәсихәттәр йыйылмаһы тәҡдим ителгән.
Октябрь революцияһынан һуң эрзә тел ғилеме өлкәһендә төп мәсьәлә булып эрзә теленең әҙәби нормаһын ентекләп эшләү булған. 1933 йылда мордва телдәре буйынса I тел конференцияһында был телдәр өсөн орфография проекттары ҡаралған. 1952 йылда морфология, орфография, синтаксис һәм пунктуация ҡағиҙәләрен раҫлаған һәм, уларға нигеҙләнеп, эрзә һәм муҡшы норматив һүҙлектәре баҫылған эрзә һәм муҡшы телдәре буйынса сессия булып үткән.
Типологик ҡылыҡһырламалар
Грамматик мәғәнәләрҙе белдереү (иреклек дәрәжәһе) тибы
Эрзә теле һүҙе грамматик мәғәнәләрен әйтеп биреү тибы буйынса синтетик телдәргә, йәғни грамматик мәғәнә һүҙ эсендә сағылған телдәргә (мәҫәлән, нигеҙгә төрлө аффикстар ҡушыу ярҙамында) ҡарай:
ванды пряд-ан важодемам
«завтра закончу работу» («эште иртәгә тамамлайым»).
завтра заканчивать-PRES,1SG работа-АСС (иртәгә тамамларға-PRES,1SG эш-АСС)
Эрзә телендә приставка юҡ, шуның өсөн грамматик мәғәнә тик суффикс аша ғына сағыла.
Әммә аналитизм элементтары ла бар:
мон ловн-ан «я читать-PRES,1SG» «я читать-PRES,1SG» («мин уҡырға-PRES,1SG»)
«я читаю» («мин уҡыйым»);
мон карм-ан ловно-мо «я начинать-PRES,1SG читать-INF» («мин башларға-PRES,1SG уҡырға-INF»)
«я буду читать» («мин уҡырмын»).
Морфемалар араһына сик характеры
Морфемалар араһына сик характеры буйынса эрзә телен, һүҙҙе үҙгәрткәндә, һәр береһе бер генә мәғәнәгә эйә аффикстар һүҙҙең нигеҙенә ялғана барған телдәргә, йәғни агглютинатив телдәргә ҡаратып була:
лем «имя» (лем «исем»);
лем-де-м «о моём имени» («минең исемем тураһында».имя-ABL-POSS,1SG
(исем-ABL-POSS,1SG)
Формаль фузия юҡ, ләкин мәғәнәүи фузия миҫалдары бар.
Исемле төркөмдә һәм предикацияла маркировкалау тибы
Исем төркөмөндә маркировкалау икеләтелгән булыуы мөмкин:
Петя-нь ава-зо «Петя-GEN мать-Poss3SG» («Петя-GEN әсә-Poss3SG»)
«мать Пети» («Петяның әсәһе»);
или зависимым (йәки бойондороҡло):
ава-нь кудо «дом матери» «мать-GEN дом» («әсә-GEN йорт»)
Предикацияла маркировкалау икеләтелгән:
тейтерь вечки цёра «девушка любит юношу» («ҡыҙ егетте ярата»)"девушка-NOM любить-PRES,3SG юноша-ACC"(«ҡыҙ-NOM яратырға-PRES,3SG егет-ACC»)
Ролле кодировка тибы
Ролле кодировка тибы буйынса эрзә теле аккузатив телдәргә ҡарай:
тейтерь чи-и
«девушка-NOM бежать-PRES,3SG» («ҡыҙ-NOM йүгерергә-PRES,3SG»)
«девушка бежит» («ҡыҙ йүгерә»);
тейтерь вечк-и цёра
«девушка-NOM любить-PRES,3SG юноша-ACC» («ҡыҙ-NOM яратырға-PRES,3SG егет-ACC»)
«девушка любит юношу» («ҡыҙ егетте ярата»);
удтейтерь уд-ы
«девушка-NOM спать-PRES,3SG»(«ҡыҙ-NOM йоҡларға-PRES,3SG»)
«девушка спит» («ҡыҙ йоҡлай»).
Һүҙҙәр тәртибе
Эрзә телендә һүҙҙәрҙең нигеҙ тәртибе: SOV (Subject-Object-Verb) йәки SVO (Subject-Verb-Object). «Хәбәр һөйләмдә эйә хәбәр алдынан, тура тултырыусы хәбәр артынан килә, хәлдәр теләһә ниндәй позицияны биләүе мөмкин. Өндәү һөйләмдәрҙә эйә йыш ҡына эйә алдынан тора.»
Эрзә теленең мөһим һыҙаты — предлог булмауы һәм бик күп күп послелог (ялғау) булыуҙа, һәм был SOV тәртибе файҙаһына күрһәтә. Аныҡлаусының урыны аныҡ билдәләнгән, ул аныҡланыусы һүҙ алдынан ҡуйыла:
Пиче вирь чире-сэ ашт-и вирь ваныень кудыне «На опушке соснового леса стоит домик лесника» («Ҡарағай урманы ситендә урмансының кескәй өйө тора»)."сосна-NOM лес-NOM опушка-LOC стоять-PRES,3SG лесник-GEN домик-NOM"(«ҡарағай-NOM урман-NOM урман сите-LOC торорға-PRES, 3SG урмансы-GEN кескәй өй-NOM»)
Фонологияһы
Эрзә телендә 5 һуҙынҡы һәм 28 тартынҡы өн.
Һуҙынҡылар: Гласные:
Передние | Средние | Задние | |
---|---|---|---|
Верхние | i | (ɨ) | u |
Средние | e | o | |
Нижние | a |
Согласные:
Губные | Альв. | Постальв. | Палат. | Веляр. | ||
---|---|---|---|---|---|---|
Носовые | твёрдые | /m/ | /n/ | |||
мягкие | /nʲ/ | |||||
Взрывные | твёрдые | /p/ /b/ | /t/ /d/ | /k/ /g/ | ||
мягкие | /tʲ/ /dʲ/ | |||||
Аффрикаты | твёрдые | /ʦ/ | /ʧ/ | |||
мягкие | /ʦʲ/ | |||||
Щелевые | твёрдые | /v/ /f/ | /s/ /z/ | /ʃ/ /ʒ/ | /x/ | |
мягкие | /sʲ/ /zʲ/ | |||||
Дрожащие | твёрдые | /r/ | ||||
мягкие | /rʲ/ | |||||
Боковые и скользящие |
твёрдые | /l/ | ||||
мягкие | /lʲ/ | /j/ |
Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә /ɕ/ (щ) өнө осрай. НК, НГ ойоштормаларында /ŋ/ танау өнө әйтелә.
- Дөйөм алғанда, эрзә өндәре рус өндәренә яҡын. Айырмалары:
- ҡаты ц менән бер рәттән йомшаҡ ць;
- ч ҡаты итеп ([тш]) әйтелә;
- һүҙ аҙағында һәм һуҙынҡы алдындағы позицияла В, ижекһеҙ У кеүек, яңғырауыҡлы әйтелә.
- Эрзә телендә мәғәнә айырымлығын күрһәткән баҫым юҡ, баҫым ирекле (теләһә ниндәй ижеккә төшөүе мөмкин).
- Эрзә телендә һуҙынҡылар өсөн сингармонизм законы, ә тартынҡылар өсөн — прогрессив һәм регрессив ассимиляция законы ҡулланыла.
- Өндәр алмашыныуы: һүҙҙең икенсе һәм артабанғы ижектәрендә о — е (э)-гә алмаштырылырға мөмкин, әгәр алдан килгән ижектә алғы һуҙынҡы е (э) йәки и (ы) йә йомшаҡ тартынҡы булһа, д, л, н, р, т тартынҡылары йомшарырға мөмкин.
- Тартынҡының йомшаҡлығы ь ярҙамында билдәләнә. Әгәр ҙә бер рәттән 2 йомшаҡ тартынҡы килһә, икенсеһенең генә йомшаҡлығы билдәләнә: сёксня [с’ок’с’н’а] «осень» («көҙ»).
Һуҙынҡылар гармонияһы
Эрзә телендә һуҙынҡылар гармонияһы күренеше бар. Күпселек һүҙҙәрҙә йә алғы рәт һуҙынҡылары: э, и, йә артҡы рәт һуҙынҡылары осрай: о, у. тамырында Һуҙынҡының йоғонтоһо даирәһе тамыр сиктәренән сығып тарала, сөнки бөтә суффикстар ҙа ике вариантҡа эйә: артҡы рәт һуҙынҡылары менән һәм, алғы рәт һуҙынҡылары менән килеүсе суффикстар.
Һуҙынҡылар гармонияһы законы түбәндәгенән ғибәрәт:
- әгәр һүҙҙең беренсе ижегендә алғы рәт һуҙынҡы өнө бар икән, артабанғы ижектәрҙә лә алғы рәт һуҙынҡылары ҡулланыла: веле «ауыл» — велесэ «ауылда», кедь «ҡул» — кедезэ «уның ҡулы»;
- әгәр тәүге ижектә артҡы рәт һуҙынҡы өнө булһа, ә уның артынан килгән тартынҡылар ҡаты икән, артабанғы ижектәрҙә лә артҡы рәт һуҙынҡылары тора: кудо «йорт» — кудосонзо «уның йортонда», товзюро «бойҙай».
Беренсе һүҙҙең һуҙынҡыһынан һуң йомшаҡ тартынҡы торһа, был ҡанунлыҡ боҙола, йомшаҡ тартынҡынан һуң алғы рәт һуҙынҡыһы баҫа: сур «бармаҡ» — сурсо «бармаҡ менән», ләкин кудо «йорт» — кудотне «йорт тар — былар».
Һүҙҙәр тамырында йыш ҡына өндәр алмашыныуы законы осрай: узере «балта», суре «еп».
Һуҙынҡыларҙың төшөп ҡалыуы
Эрзә телендә ике ижекле һәм күп ижекле һүҙҙәрҙә һуҙынҡыларҙың төшөп ҡалыуы ярайһы киң күҙәтелә, һәм башлыса аффикстарҙың йәки һүҙҙәрҙе ҡушыуҙың словосложение агглютинацияһы менән бәйле. Башлыса ул о, е һуҙынҡыларын үҙ эсенә ала, һәм түбәндәге осраҡтарҙа була:
- әгәр һүҙ тартынҡыларҙан һуң килгән -го, -ко, -до, -то, -ге, -ке, -де, -те -ға һәм һирәгерәк -мо, -ме -гә тамамланһа, йәғни:
- күплек һан форманты алдынан: пандо «тау» — пандт «тауҙар», пильге «аяҡ» — пильгть «аяҡтар», сельме «күҙ» — сельмть «күҙҙәр»;
- килеш форманттары алдынан — урын-ваҡыт -со, -сэ, сығанаҡ -сто, -стэ һәм индереү -с: чувто «ағас» — чувтсо — «в дереве» («ағаста»), сельмо «крыло» — сельмсо «крылом» («ҡанат менән»), латко «овраг» — латксто «из оврага» («йырындан»), сельме «глаз» — сельмс «из глаз» («күҙенән»);
- Бойороҡ һөйкәлеше суффиксы алдынан: максомс «дай» («бир») — макст «бирә», меремс «сказать» («әйтергә») — мерть «скажи» («әйт»);
- үткән заман 3 зат ялғауы алдынан: сермадомс «писать» («яҙырға») — сермадсь «писал» («яҙҙы»), вешемс «просить» («һорарға») — вешсь «просил» («һораны»);
- ҡушма һүҙҙә ике һуҙынҡының бергә тура килеүе: кудава «сваха» («яусы») — кудо «дом» («йорт») һәм ава «женщина», «мать» («ҡатын-ҡыҙ», «әсәй») һүҙҙәренән; кудазор «хозяин (дома)» («(йорт) хужаһы») — кудо «дом» («йорт») һәм азор «хозяин» («хужа») һүҙҙәренән.
Ә инҡар итеүе был ҡағиҙәгә буйһонмай. Ул һуҙынҡыға башланған һүҙҙәрҙә юғалмай, юҡһа ҡылым тиҫкәре мәғәнәһен юғалта: учомс «ждать» («көтөргә» —ә учан «не жду» («көтмәйем»), улемс «быть» («булырға» — ә ули «не будет» («булмай»).
Әгәр ҙә инҡар иткән һүҙ а йә ә һуҙынҡыларынан башланһа, инҡар итеү һәм был һуҙынҡылар араһында й әйтелә: а-й-андан «не кормлю» («ашатмайым») (а андан урынына), ә-й-эряви «не надо» («кәрәк түгел») (а эряви урынына).
Боронғо үҙләштереүҙәрҙә, эрзә теленә хас түгел ижектәр булғанлыҡтан, һуҙынҡылар индереү вставка күҙәтелә: «среда» («шаршамбы») — эрз. середа, «вторник» («шишәмбе») — эрз. овторник.
Морфологияһы
сығанаҡтар буйынса әҙерләнгән
Һүҙ төркөмдәре
Эрзә телендә һүҙ төркөмдәре түбәндәге һүҙ төркөмдәре бар: исем, сифат, алмаш, һан, ҡылым, сифат ҡылым, хәл ҡылым, рәүеш, теркәүес, предлог, послелог (ялғау), киҫәксә һәм ымлыҡ.
Һүҙ төркөмдәре тышҡы формаль билдәләр буйынса һәр ваҡыт аныҡ ҡына бүленмәй:
ламбамо сахаронь сюкоро — «печенье из сладкого сахара» («татлы шәкәрҙән печенье»; сахаронь ламбамо сюкоро — «сладкое сахарное печенье» («татлы шәкәр печенье»).
Исем
Эрзә телендә исем өс төрлө килеш менән үҙгәреүгә эйә: төп килеш менән үҙгәреү, һәм унда 11 килеш формаһы, күрһәтеү килеш менән үҙгәреү, һәм унда шулай уҡ 11 килеш формаһы, эйәлек килеш менән үҙгәреү, һәм унда 10 килеш бар.
Төп килеш менән үҙгәреү ғөмүмән предметты аңлата. Төп килештә исемдең ялғауы юҡ. Ул туранан-тура йә Ситләтелгән килештә ул туранан-тура һүҙ нигеҙенә, йә тоташтырғыс һуҙынҡы ярҙамында ҡушыла. Ситләтелгән килеш формалары берлек һәм күплек һандарҙа тап килә, ә төп килеш формаһы -т (-ть) ялғауына эйә (мәҫәлән, пандо — пандт «гора» — «горы» («тау»— «тауҙар»).
Төп килеш менән үҙгәртеү килештәре:
- төп — кем?, нимә? һорауҙарына яуап бирә — веле «село» («ауыл»);
- эйәлек — кемдең?, кемдеке?, нимәнең? һорауҙарына яуап бирә, -нь ялғауына эйә — велень «села́» («ауылдың»);
- төбәү — кемгә?, нимәгә? һорауҙарына яуап бирә -нень ялғауына эйә (ҡаты д, з, л, н, р, с, ц -нан һуң — -нэнь) — веленень «селу» («ауылға»);
- кисектереү — кемдән?, кем тураһында?, нимәнән?, нимә тураһында? һорауҙарына яуап бирә,-до (-дэ, -де), -то (-тэ, те) ялғауҙарына эйә — веледе «от села» («ауылдан»)
- урын — ҡайҙа?, кемдә?, нимәлә?, нимә менән? һорауҙарына яуап бирә, -со (-сэ) ялғауҙарына эйә — велесэ «в селе» («ауылда»);
- сығанаҡ — ҡайҙан?, кемдән?, нимәнән? һорауҙарына яуап бирә, -сто (-стэ) ялғауҙарына эйә — велестэ «из села» («ауылдан»);
- индереү — ҡайҙа?, кемгә?, нимәгә? һорауҙарына яуап бирә, - с ялғауына эйә — велес «в село» («ауылға»);
- күсереүсе — ҡайһы урынына?, кемгә?, нимәгә?һорауҙарына яуап бирә, һуҙынҡыларҙан һуң -ва ялғауына, яңғырау тартынҡынан һуң -га, һаңғырау тартынҡынан һуң -ка ялғауына эйә — велева «по селу» («ауыл буйынса»);
- әйләндереүсе — кем кеүек?, нимә кеүек?, нимә менән?, кем өсөн? һорауҙарына яуап бирә -кс — велекс «для села» («ауыл өсөн»);
- сағыштырыу — ҙурлығы менән кем кеүек?, ҙурлығы менән нимә кеүек? һорауҙарына яуап бирә, -шка ялғауына эйә — пандошка «тау (ҙурлығы)»;
- аңлатыулы — кемһеҙ?, нимәһеҙ? һорауҙарына яуап бирә, һуҙынҡынан һуң -втомо (-втеме) ялғауына, тартынҡынан һуң -томо (-теме, -тэме) ялғауҙарына эйә — велевтеме «без села» («ауылһыҙ»);
- төшөм — тура тултырыусы килеше. Уртаҡлыҡ исемдәр өсөн форма төп килешкә, ә яңғыҙлыҡ исемдәр өсөн — эйәлек килешкә тап килә: Машань «Машу» («Машаны»).
Күрһәтеү килеш менән үҙгәреү (склонение) исемдәре конкрет, билдәле предметты аңлата: кудось «тот дом» («теге йорт»), чись «тот день» («шул көн»). Төп килеш формаһы нигеҙгә -сь, эйәлеккә — -ить, төбәүгә — -нтень, ҡалған килештәргә — -нть ялғауҙарын ҡушып яһала. Ғәҙәттә индереү (вносительный) килеше төбәү килеш формаһы менән тап килә. Күплек формаһы нигеҙгә -тне йәки -тнэ (ҡаты д, т, з, л, н, р, с, т, ц — ларҙан һуң) ялғауҙарын ҡушыу ярҙамында барлыҡҡа килгән. Күрһәтеү килеш менән үҙгәреүенең (склонение) күплек формалары (ошо тирәһе дөрөҫ яҙылмаған: образуются посредством прибавления к форме множественного числа именительного числа указательного склонения падежных окончаний единственного числа основного склонения) төп килеш менән үҙгәреүҙең берлек һаны килеш ялғауҙарын ҡушыу ярҙамында барлыҡҡа килгән: кудотне «те дома» («тегеләр өйҙә»), кудотне-шка «с тот дом (величиною)» («шул йорт (ҙурлығы)»), кудотне-втеме «без того дома» («шул йортһоҙ»).
Ябай килеш менән үҙгәреү өлгөһө:
Падеж | Падежные аффиксы | Единственное число | Множественное число | Значение |
---|---|---|---|---|
Именительный (Номинатив) | - | кудо | кудот | «дом/дома» |
Родительный (Генитив) | -нь | кудонь | - | «дома» |
Дательный (Датив) | -нень/-нэнь | кудонень | - | «дому» |
Отложительный (Аблатив) | -до/-дэ; -то/-тэ | кудодо | - | «от дома» |
Местный (Инессив) | -со/-сэ | кудосо | - | «в доме» |
Исходный (Элатив) | -сто/-стэ | кудосто | - | «из дома» |
Направительный (Аллатив) | -в | кудов | - | «к дому» |
Вносительный (Иллатив) | -с | кудос | - | «в дом» |
Переместительный (Пролатив) | -до/-де; то/-те /-тэ | кудова | - | «по дому» |
Превратительный (Транслатив) | -кс | кудокс | - | «в дом (превратиться)» |
Сравнительный (Компаратив) | -шка | кудошка | - | «величиной с дом» |
Лишительный (Абессив) | -втомо/-втеме; томо/-теме /-тэме | кудовтомо | - | «без дома» |
Күрһәтеү килеш менән үҙгәртеү өлгөһө:
Падеж | Единственное число | Множественное число | |
---|---|---|---|
Именительный | кудось | кудотне | «этот дом/эти дома» |
Родительный | кудонть | кудотнень | «этого дома/этих домов» |
Дательный | кудонтень | кудотненень | «этому дому/этим домам» |
Отложительный | кудодонть | кудотнеде | «от этого дома/от этих домов» |
Местный | кудосонть | кудотнесэ | «в этом доме/в этих домах» |
Исходный | кудостонть | кудотнестэ | «из этого дома/из этих домов» |
Направительный | кудонтень/кудозонть | кудотненень/кудотнес | «в этот дом/в эти дома» |
Переместительный | кудованть | кудотнева | «по этому дому/по этим домам» |
Превратительный | - | - | - |
Сравнительный | кудошканть | кудотнешка | «величиной с этот дом/величиной с эти дома» |
Лишительный | кудовтомонть | кудотневтеме | «без этого дома/без этих домов» |
Притяжательные суффикы
единственное | перевод | число | множественное | перевод |
---|---|---|---|---|
-м/-ом/-ем/-эм | «мой, моя, моё, мои» | 1 | -нок/-нэк/-онок/-енек/-энек | «наш, наша, наше, наши» |
-т/-ть/-от/-еть/-эть | «твой, твоя, твоё, твои» | 2 | -нк/-онк/-енк/-энк | «ваш, ваша, ваше, ваши» |
-зо/-зэ/-озо/-езэ/-эзэ | «его, её» | 3 | -ст/-ост/-ест/-эст | «их» |
Один обладатель — много обладаемых
единственное | перевод | число | множественное | перевод |
---|---|---|---|---|
-н/-нь/-он/-ень/-энь | «мои» | 1 | - | - |
- | - | 2 | - | - |
-нзо/-нзэ/-онзо/-ензэ/-энзэ | «его, её» | 3 | - | - |
Притяжательное склонение
Один обладатель:
Падеж | «Мой» | Перевод | «Мои» | Перевод | «Твой» | Перевод | «его/её» | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Именительный | кудом | «мой дом» | кудон | мои дома | кудот | «твой дом/твои дома» | кудозо | «его/её дом/дома» |
Родительный | - | - | - | - | - | кудонзо | «его/её дома/домов» | |
Дательный | - | - | - | - | - | - | кудонстэнь | «его/её дому/домам» |
Отложительный | кудодон | «от моего дома/моих домов» | - | - | кудодот | «от твоего дома/твоих домов» | кудодонзо | «от его/её дома/домов» |
Местный | кудосон | «в моем доме/моих домах» | - | - | кудосот | «в твоем доме/твоих домах» | кудосонзо | «в его/её доме/домах» |
Исходный | кудостон | «из моего дома/моих домов» | - | - | кудостот | «из твоего дома/твоих домов» | кудостонзо | «из его/её дома/домов» |
Направительный | кудозон | «в мой дом/мои дома» | - | - | кудозот | «в твой дом/твои дома» | кудозонзо | «в его/её дом/дома» |
Переместительный | кудован | «по моему дому/моим домам» | - | - | кудоват | «по твоему дому/твоим домам» | кудованзо | «по его/её дому/домам» |
Превратительный | кудоксон | «в мой дом/мои дома» | - | - | кудоксот | «в твой дом/твои дома» | кудоксонзо | «в его/её дом/дома» |
Сравнительный | кудошкан | «величиной с мой дом/мои дома» | - | - | кудошкат | «величиной с твой дом/твои дома» | кудошканзо | «величиной с его/её дом/дома» |
Лишительный | кудовтомон | «без моего дома/моих домов» | - | - | кудовтомот | «без твоего дома/твоих домов» | кудовтомонзо | «без его/её дома/домов» |
Много обладателей:
Падеж | «Наш» | Перевод | «Ваш» | Перевод | «Их» | |
---|---|---|---|---|---|---|
Именительный | кудонок | «наш дом/наши дома» | кудонк | «ваш дом/ваши дома» | кудост | «Его/её дома» |
Родительный | - | - | - | - | - | - |
Дательный | - | - | - | - | - | - |
Отложительный | кудодонок | «от нашего дома/наших домов» | кудодонк | «от вашего дома/ваших домов» | кудодост | «от их дома/домов» |
Местный | кудосонок | «в нашем доме/наших домах» | кудосонк | «в вашем доме/ваших домах» | кудосост | «в их доме/домах» |
Исходный | кудостонок | «из нашего дома/наших домов» | кудостонк | «из вашего дома/ваших домов» | кудостост | «из их дома/домов» |
Направительный | кудозонок | «в наш дом/наши дома» | кудозонк | «в ваш дом/ваши дома» | кудозост | «в их дом/дома» |
Переместительный | кудованок | «по нашему дому/нашим домам» | кудованк | «по вашему дому/вашим домам» | кудоваст | «по их/дому/домам» |
Превратительный | кудоксонок | «в наш дом/наши дома» | кудоксонк | «в ваш дом/ваши дома» | кудоксост | «в их дом/дома» |
Сравнительный | кудошканок | «величиной с наш дом/наши дома» | кудошканк | «величиной с ваш дом/ваши дома» | кудошкаст | «величиной с их дом/дома» |
Лишительный | кудовтомонок | «без нашего дома/наших домов» | кудовтомонк | «без вашего дома/ваших домов» | кудовтомост | «без их дома/домов» |
Эйәлек килеш менән үҙгәреү (склонение) исемдәре кемдеңдер нимәһен белдерә. Эйәлек килеш менән үҙгәреүҙә эйәлек һәм төбәү килештәре бөтөнләй юҡ (бер нисә «уның» тигәнде иҫәпләмәгәндә, уның эйәлек килеш күрһәткесе булып -нзо (-нзэ), ә төбәү килеш күрһәткесе булып — -нстэнь ялғауҙары тора, төшөм килеш формаһы, ҡағиҙә булараҡ, төп килеш формаһы менән тап килә, унда, бер нисә «уның» тигәнде иҫәпләмәгәндә, -нзо (-нзэ ялғауыбарлыҡҡа килә). Эйәлек килеш менән үҙгәреү формалары төп килеш менән үҙгәреү формаларына суффикстар ҡушыу ярҙамында: -м «мой» («минең»), -т (-ть) «твой» («һинең») , -зо (-зэ) «его» («уның»), -нок (-нэк) «наш» («беҙҙең»), -ик «ваш» («һеҙҙең»), -ст «их» «уларҙың».
Сифат
Эрзә телендә сифаттарҙы тәүторош, сығарылма һәм үҙләштерелгән сифаттарға бүлергә мөмкин. Сығарылма сифаттар фәҡәт исемдәрҙән яһалыуы мөмкин (-в, -й, -нь суффикстары ярҙамында — келе «ширь» («киңлек») > келей «широкий» («киң»), йәки рәүештәрҙән (-нь суффиксы ярҙамында — тесэ «здесь» («бында») > тесэнь «здешний» («бындағы»)). Үҙләштерелгән сифаттар -ой, -ей ялғауына эйә — современной «современный».
br>Эрзә сифаттары синтетик яҡтан күрһәтелгән сағыштырыу дәрәжәһенә эйә: Ваня Петядо сэрей «Ваня от Пети высок» — «Ваня выше Пети» («Петя Ванянан бейегерәк»).
Алмаш
Эрзә алмаштары түбәндәге төрҙәргә бүленә:
- зат, мәҫәлән, мон «я» («мин»), тон «ты» («һин»), сон «он» («ул»), минь «мы» («беҙ»), тынь «вы» («һеҙ»), сынь «они» («улар»);
- зат-ҡайтым, мәҫәлән, эстень «мне, себе» («миңә, үҙемә»), эстест «им, себе» («уларға, үҙемә»);
- көсәйтеү-зат, мәҫәлән, монсь «я сам» («мин үҙем»), тынсь «вы сами» («һеҙ үҙегеҙ»);
- эйәлек, һан һәм род менән үҙгәрмәйҙәр, мәҫәлән, монь «мой» («минең») , тонь «твой» («һинең»), сонзэ «его/её» («уның»), минек «наш» («беҙҙең»), тынк «ваш» («һеҙҙең»), сынст «их» («уларҙың»). Формаһы буйынса зат, зат-ҡайтым һәм көсәйтеү-зат алмаштарының (эсь «свой» («үҙенеке» алмашынан тыш) эйәлек килеше менән тап килә;
- күрһәтеү, мәҫәлән, те «этот» («был»), тона «тот» («теге») , зяро «сколько» («нисә») ;
- һорау, мәҫәлән, ки «кто» («кем»), мезе «что» («нимә»), кодамо «какой» («ниндәй»), кодат «какие» («ниндәйҙәр»);
- сағыштырмаса — формаһы буйынса һорау алмаштары менән тап килә, эйәрсән һөйләмдәрҙә ҡулланыла;
- билдәһеҙ, мәҫәлән, кие-кие «кое-кто» («ҡайһы берҙәр»), мезе-мезе «кое-что» («ҡайһы нимәләр»), зярояк «сколько-нибудь» («күпмелер»);
- башҡалар, весе «весь» («бар»), эрьва «каждый, всякий» («һәр бер, һәр кем»), лия «другой, иной» («башҡа, бүтән») һымаҡтар.
Һандар
Мәғәнәһе буйынса һандар төп, рәт һәм йыйыу төркөмсәләренә бүленә. Төп һандарҙың нигеҙенән рәт һандары барлыҡҡа килә (-це суффиксы ярҙамында — колмоце «третий» («өсөнсө») һәм йыйылма һандар -ненек, -ненк, -нест суффикстары ярҙамында — кавтоненек «двое (мы, нас)» («икәү (беҙ, беҙҙе)»), кавоненк «двое (вы, вас)» «икәү (һеҙ, һеҙҙе)»), кавонест «двое (они, их)») («икәү (улар, уларҙы)».
Һандар шулай уҡ ябай, ҡушма йәки ҡатмарлы булыуы мөмкин.
Ябай:
1 — вейке | 8 — кавксо |
2 — кавто | 9 — вейксэ |
3 — колмо | 10 — кемень |
4 — нил | 20 — комсь |
5 — вете | 100 — сядо |
6 — кото | 1000 — тёжа |
7 — сисем | 1 000 000 — миллион |
Ҡушма һандар:
11 — кевейкее, 12 — кемгавтово, 15 — кеветее, 21 — комсьвейкее, 25 — комсьветее, 30 — колоньгемень һ . б.
Ҡушма һандар ябай һәм ҡатмарлыларҙан тора: 1925 — тёжа вейксэсядт комсьветее.
Ҡылым
Эрзә ҡылымының ике: инфинитив һәм финит формаһы бар.
Беренсе инфинитив форма -мс ялғауына тамамлана: ёвтакшномс «рассказывать» («һөйләргә»), интересовамс «интересоваться» («ҡыҙыҡһынырға»), марямс «слышать, услышать» («ишетергә»), молемс «идти» («барырға»). Инфинитивтың икенсе форма -мо (-ме) ялғауҙарына тамамлана һәм хәрәкәт йәки ғәмәл ҡылымдарында ҡулланыла: молеме «идти» («барырға»), ловномо «читать» («уҡырға») һ. б. Эрзә ҡылымдары атҡарылған/атҡарылмаған вид билдәләре менән айырылмай, әммә эш башҡарыу оҙайлығы һәм ҙурая барыуы буйынса айырыла.
Зат, һан, заман менән үҙгәртеү (спряжение)
Эрзә ҡылымы ике төрлө: объектлы һәм объектһыҙ зат, һан һәм заман менән үҙгәрә. Объектһыҙ зат, һан һәм заман менән тик субъекттың затын күрһәткән ҡылымдар ғына үҙгәрә: сермадан «яҙыуҙар (я)», сермадат «(һин)», сёрмадан сёрма «пишу (я) письмо» («(мин) хат яҙам»). Объектһыҙ зат, һан һәм заман менән үҙгәргәндә ҡылым 3 заманға: хәҙерге, үткән һәм ҡатмарлы киләсәк заманға эйә. Хәҙерге заман нигеҙгә I зат (-ан/- — -тано/-тяно), II зат (-ат/-ят — -тадо/-тядо) һәм III зат (-ы/-и — -ыть/-ить) ялғауҙарын ҡушыу ярҙамында барлыҡҡа килә:
Йөҙҙәре | Берҙән-бер һаны | Күплек һан |
---|---|---|
1 | ловнан — «уҡырға» | ловнотать — «уҡырға» |
2 | ловнат — «уҡырға» | ловнотадо — «уҡырға» |
3 | ловна — «уҡырға» | ловныть — «уҡырға» |
Беренсе үткән заман нигеҙгә I зат (-ынь/-инь — -ынек/-инек), II зат (-ыть/-ить — -ыде/-иде) һәм III зат(-сь — -сть) ялғауҙарын ҡушыу ярҙамында барлыҡҡа килә.
Икенсе үткән заман ыли/йәки, /ыль/иль суффикстары ярҙамында барлыҡҡа килә һәм үткән замандағы аныҡ билдәле ваҡыт арауығында барған (инглиз телендәге past continuous менән сағыштырығыҙ) <nowiki>оҙайлы/өҙлөкһөҙ хәрәкәтте аңлата.
Лицо | Единственное число | Множественное число |
---|---|---|
1 | ловнылинь — «читал(а)» | ловнылинек — «читали» |
2 | ловнылить — «читал(а)» | ловнылиде — «читали» |
3 | ловныль — «читал(а)» | ловныльть — «читали» |
Киләсәк заман хәҙерге заман һәм инфинитивтың -мо (-ме) ялғауына тамамланған икенсе формаһындағы кармамс ярҙамсы ҡылымы ярҙамында барлыҡҡа килә:
Лицо | Единственное число | Множественное число |
---|---|---|
1 | карман ловномо — «буду читать» | карматано ловномо — «будем читать» |
2 | кармат ловномо — «будешь читать» | карматадо ловномо — «будете читать» |
3 | карми ловномо — «будет читать» | кармить ловномо — «будут читать» |
Объектлы зат, һан һәм заман менән үҙгәргәндә ҡылым ике: киләсәк һәм үткән заманға эйә. Объектлы зат, һан һәм заман менән үҙгәреш формалары нигеҙгә субъект-объект ялғауҙарын ҡушыу ярҙамында барлыҡҡа килә: тердемс «звать» («саҡырырға»), тердьсамак «позовёшь (ты меня)» («(һин мине) саҡырырһың»), тердимик «позвал (ты меня)» («(һин мине) саҡырҙың»).
Һөйкәлештәр
- Эрзә телендә ҡылым ете һөйкәлештең береһенә эйә булыуы мөмкин.
- хәбәр: сёрмадан «я пишу» («мин яҙам»);
- бойороҡ «я пишу»: II зат — -т (-ть), -к/-до (-де) — вант «смотри» («ҡара»), III зат — -зо (-зэ)/-ст — ваност «пусть смотрят» («ҡараһындар»);
- шарт: фәҡәт үткән заманда ғына ҡулланыла,
- -вли/-воль (III затта) суффикстары менән барлыҡҡа килә — моравлить «ты пел(а) бы» («һин йырлаһаңсы»);
Лицо | Единственное число | Множественное число |
---|---|---|
1 | моравлинь — «я пел(а) бы» | моравлинек — «мы пели бы» |
2 | моравлить — «ты пел(а) бы» | моравлиде — «вы пели бы» |
3 | мораволь — «он(а) пел(а) бы» | моравольть — «пели бы» |
- теләк: фәҡәт үткән заманда ғына ҡулланыла, суффикстары менән барлыҡҡа килә -ыксэли (-иксэли), -ыксэль (-иксэль) — кучиксэлинь «я хотел(а) послать» («мин ебәрергә теләнем»);
Лицо | Единственное число | Множественное число |
---|---|---|
1 | морыксэлинь — «я хотел(а) петь, но не пел(а)» | морыксэлинек — «мы хотели петь, но не пели» |
2 | морыксэлить — «ты хотел(а) петь, но не пел(а)» | морыксэлиде — «мы хотели петь, но не пели» |
3 | морыксэль — «он(а) хотел(а) петь, но не пел(а)» | морыксэльть — «они хотели петь, но не пели» |
- шартлы: хәҙерге-киләсәк заманда ҡулланыла, -ындеря (-индеря) суффикстары менән барлыҡҡа килә — молиндерятадо «если вы пойдёте» («әгәр һеҙ барһағыҙ»);
- шартлы-шартлы: фәҡәт үткән заманда ғына ҡулланыла, шартлы (условное) һәм шартлы (сослагательное) һөйкәлештәренең суффикстарының берләшмәләре ярҙамында барлыҡҡа килә — раминдерявлинек «если бы мы купили» («әгәр ҙә беҙ һатып алған булһаҡ»);
- этәргес, мәжбүр итеүсе: ябай киләсәк заманда -з суффиксы һәм хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге заманы зат ялғауҙары ярҙамында барлыҡҡа килә. Иң йышы этәргес, мәжбүр итеүсе һөйкәлеш III зат берлек һәм күплек формаларында ҡулланыла.
Зат, һан, заман менән объектлы үҙгәртеү
Сифат ҡылым (причастие)
Хәҙерге заман сифат ҡылымының төп йүнәлеше ике типлы:
1-се тибы -ы/-и аффикстары ярҙамында барлыҡҡа килә
мәҫәлән: морамс «петь» («йырларға») — моры «поющий» («йырлаусы»).
2-се тибы -ыця/-иця аффикстары ярҙамында барлыҡҡа килә
Мәҫәлән: ловномс «читать» («уҡырға») — ловныця «читающий, чтец» («уҡыусы, китап уҡыусы»).
Шулай уҡ -ыця/иця -ға тамамланған сифат ҡылымдар исем һәм сифат мәғәнәһендә лә ҡулланыла. Исем мәғәнәһендә ҡулланылғанда, сифат ҡылымдар айырым бер форма ҡабул итеүе, эйәлек суффикстарға эйә булыуы һәм килеш менән үҙгәреүе мөмкин.
Үткән заман сифат ҡылым (причастие прошедшего времени)
Үткән заман сифат ҡылымының төп йүнәлеше -зь суффиксы ярҙамында барлыҡҡа килә: күсемһеҙ ҡылымдарҙан шул суффикс ярҙамында үткән заман сифат ҡылымдың төп йүнәлеше, ә күсемле ҡылымдарҙан — сифат ҡылымдың төшөм йүнәлеше барлыҡҡа килә, мәҫәлән, ловномс «читать» («уҡырға») — ловнозь «прочитанный» («уҡылған»), ваямс «утонуть» («батырға») — ваязь «утонувший» («батҡан»).
Эрзә телендә сифат ҡылымдың төшөм йүнәлеше -нь , -ть (-всть) суффикстары ярҙамында ла барлыҡҡа килә.
-НЬ суффиксы үҙгәрмәй. Уның мәғәнәһе -ЗЬ суффиксыныҡы кеүек — беренсеһе лә, икенсеһе лә бер үк әйтелештә ҡулланылырға мөмкин.
-ВТ менән сифат ҡылым (причастие)
Эрзә телендә -ЗЬ менән яһалған сифат ҡылымдар менән бер рәттән -ВТ менән сифат ҡылым да ҡулланылырға мөмкин. Был сифат ҡылым фәҡәт күсемле ҡылым системаһында эйәлек килештәге йәки -нь -лы уға оҡшаш килештәге буйһоноусы һүҙ менән генә сығыш яһай, мәҫәлән, тетянь сокавт мода «отцом вспаханная земля» («атайым һөргән ер»).
Страдательный залоглы хәҙерге заман сифат ҡылымы
Эрзә телендә сифат ҡылымдың төшөм йүнәлеше -викс суффиксы ярҙамында барлыҡҡа килә, мәҫәлән, вечкемс «любить» («яратырға») — вечкевикс «любимый» («яратҡан»).
-МА менән сифат ҡылым (причастие)
Эрзә телендә -ма суффиксы ярҙамында сифат ҡылымдың төшөм йүнәлеше барлыҡҡа килә, мәҫәлән, ломань вечкема «любимый человек» («яратҡан кеше»), максома тейтерь «выдаваемая замуж девушка» («кейәүгә бирелеүсе ҡыҙ»).
Тейешлек (долженствование) сифат ҡылымдары (причастие)
Һанап үтелгән сифат ҡылымдарҙан тыш, эрзә телендә тағы хәҙерге заманда -ма/-мо-ға, ә үткән заманда -маль/-моль -ға тамамланыусы сифат ҡылымдар бар. Был сифат ҡылымдар тейешлек сифат ҡылым тип атала, мәҫәлән, те книгась ловнума «эта книга должна быть прочитана» («был китап уҡылып бөтөрөлөргә тейеш»), «эта книга должна была быть прочитанной» («был китап уҡып бөтөрөлөргә тейеш ине»).
Исем хәбәр (именное сказуемое)
Эрзә телендә теләһә ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙ хәбәр позицияһында хәбәрлек суффикстары тип йөрөтөлгән зат ялғауҙарын ҡабул итә.
Ломань «кеше» һүҙенең өлгөһө исем хәбәрҙә:
Хәҙерге заман:
единственное | перевод | число | перевод | множественное |
---|---|---|---|---|
ломан-ян | «я — человек» | 1 | ломан-тяно | «мы — люди» |
ломан-ят | «ты — человек» | 2 | ломан-тядо | «вы — люди» |
ломань | «он/она — человек» | 3 | ломан-ть | «они — люди» |
Үткән заманда:
единственное | перевод | число | множественное | перевод |
---|---|---|---|---|
ломан-е-линь | «я был человеком» («мин кеше булған инем») | 1 | ломан-е-линек | «мы были людьми» («беҙ кеше булған инек») |
ломан-е-лить | «ты был человеком» («һин кеше булған инең») | 2 | ломан-е-лиде | «вы были людьми» («һеҙ кеше булған инегеҙ») |
ломан-е-ль | «он/она/оно был/была/было человеком» («ул/улар кеше булған инеләр» | 3 | ломан-е-льть | «они были людьми» «улар кеше булды» |
Хәл ҡылым (деепричастие — герундий)
-ЗЬ менән хәл ҡылым (деепричастие)
Авардемс «плакать» («иларға») — авардезь «плача» («илап»).
Элгәрелек хәл ҡылымы (деепричастие предшествования) -мс
Самс «прийти, прибыть, приехать» («килергә, килеп етергә»), самс — «до прихода; пока не придут» («килгәнгә тиклем; килгәнсегә тиклем».
Бер тәңгәллек хәл ҡылымы (депричастие) -мсто/-мстэ
Ютамс «проходить» («үтергә») — ютамсто «проходя» («үтеп»).
Эш-хәрәкәттең рәүеш-торош хәл ҡылымы (деепричастие (ҡылымдан барлыҡҡа килгән рәүеш) -до
Комавтомс «наклониться» («эйелергә») — комадо «наклонившись» («эйелеп»).
Маҡсат хәл ҡылымы (деепричастие) -мга
Молемс «пойти, идти» («барырға» — молемга «чтобы пойти, идти» («барғансы»).
Иҫкәрмә
-мсто/-мстэ һәм -мга ялғаулы хәл ҡылымдар исемдәрҙең сығанаҡ исходный һәм <nowiki>күсереүсе килеш формаһы төшөп ҡалған ахырғы а/о һуҙынҡылары ҡылымдан барлыҡҡа килгән исемдең ҡатып ҡалған формаһы. Эрзә телендә был формаларҙан тыш шулай уҡ герундий формаһы: -мкс, -мдо/-мдэ, -мсо/-мсэ бар.
Ҡылым һүҙьяһалышы
Рәүеш
Мәғәнәләре буйынса эрзә рәүештәре түбәндәгеләргә бүленә:
- эш-хәрәкәт торошо рәүеше, сифаттарҙан -сто, -стэ суффикстары ярҙамында барлыҡҡа килә: виевстэ «ныҡ»;
- урын рәүештәре: тесэ «здесь» («бында»), верде «сверху» («өҫтән, юғарынан»);
- ваҡыт рәүештәре: исяк «вчера» («кисә»), ней «теперь» («хәҙер»), тунда «весной» («яҙын»);
- маҡсат һәм сәбәп (нигеҙләү) рәүештәре: секс «поэтому» («шуға күрә»), мейся «почему» («ни өсөн»).
Синтаксисы
- Һөйләмдәр ябай һәм ҡатмарлы булырға мөмкин.
- Һүҙҙәр тәртибе: ябай һөйләмдә эйә хәбәр алдынан килә, тултырыусы ҡылымға эйәрә, аныҡлаусы һәр ваҡыт препозицияла тора, ә хәл теләһә ниндәй урын биләй ала.
- Ҡылым менән сағыламы, ҡылым менән түгелме — хәбәр эйә менән һәр ваҡыт затта һәм һанда яраша.
- Исем аша күрһәтелгән тултырыусы һәм хәл һөйләм киҫәктәре ҡылымлы хәбәр менән башҡарыла.
- Аныҡлаусылар аныҡланыусы һүҙ менән һәм хәл-рәүештәр хәбәр менән йәнәшәлек бәйләнешендә тора.
- Ҡушма һөйләмдәр теркәүесле һәм теркәүесһеҙ була. Улар шулай уҡ теҙмә ҡушма һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә бүленә.
Лексикаһы
Эрзә теле лексикаһы башлыса фин-уғыр сығышлы. Техниҡа, математика, медицина һ. б. лексикондарҙа үҙләштереүҙәр бар. Үҙләштерелмәгән лексикаға түбәндәгеләр ҡарай:
- тән ағзалары һәм өлөштәре атамалар, шулай уҡ организмдан бүленеп сыҡҡан нимәләр (мәҫәлән, кедь «ҡул», максо «бауыр», верь «ҡан»);
- тәбиғәт элементтары, яһалмалары, күренештәр һәм эш-хәрәкәттәр атамалары (мәҫәлән, эрьке «күл», ков «ай», лова «ҡар», тешт «йондоҙ», гайгемс «яңғырарға»);
- ағас, үҫемлек, емеш атамалары (мәҫәлән, куз «шыршы», умарь «алма»);
- йән эйәләре атамалары (чеерь «сысҡан», сеель «терпе», сеське «серәкәй»);
- физиологик һәм психик хәрәкәт, торош һәм һыҙаттар атамалары (мәҫәлән, эрямс «йәшәргә», пелемс «ҡурҡырға», паломс «өшөргә» (йәки «янырға»), кевкстемс «һорарға»);
- элементар эш-хәрәкәт һәм физик күренештәр атамалары (мәҫәлән, теемс «эшләргә», виемс «илтергә», алып китергә, явом «бүлеү»);
- мөнәсәбәт төшөнсәләре һәм сифат, һан, алмаштар һ. б. атамалары (мәҫәлән, вейке «бер», кие «кем», чуро «һирәк», ало «аҫта»).
Үҙләштереүҙәр буйынса рус теле беренсе урынды биләй, икенсе урында — төрки телдәр. Эрзә телендә иң боронғо һинд-европа үҙләштереүҙәре — иран һәм балт ҡатламы; был үҙләштермәләр эрзә нигеҙ-теле барлыҡҡа килмәҫ элек, йәғни фин-иҙел, фин-пермь һәм хатта фин-уғыр тел уртаҡлығы дәүерендә үк, килеп ингәндер.
Эрзә теле буйынса тикшеренеүселәр
- Хейкки Паасонивать (1865—1919);
- Рябов Владимир Павлович (1900—1938).
Иҫкәрмәләр
- ↑ ScriptSource - Russian Federation
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675
- ↑ Красная книга языков ЮНЕСКО
Условные обозначения:
- NOM — Төп килеш - Номинатив;
- PRES — Хәҙерге заман (лингвистика);
- SG — Берлек;
- ACC — Төшөм килеш - Аккузатив;
- INF — Башланғыс формаһы, ҡылымдың затһыҙ формаһы;
- ABL — ≈Урын-ваҡыт килеш - Аблатив;
- POSS — Эйәлек төшөнсәһе;
- GEN — Эйәлек килеш - Генетив;
- LOC — Урын килеш - Локатив;
- 1, 2, 3 — Зат (лингвистика).
Әҙәбиәт
- Эрзянский язык // Элоквенция — Яя. — М. : Советская энциклопедия, 1957. — С. 153. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 49).
Һылтанмалар
Ҡалып:Wiktionarycat
- Языки народов России в интернете: http://www.belti.ru/peoples/erzja.html
- Финно-угорская библиотека. Тексты на эрзянском языке (не доступен)
- Персональная страница американского лингвиста Джека Рютера (Jack Rueter), посвященная изучению эрзянского языка http://www.ling.helsinki.fi/~rueter/ 2009 йыл 22 май архивланған. (на русс., эрз., англ., и фин. языках)
- Видеокурс эрзянского языка. Преподаватель Богданова (Сусорева) Ольга Михайловна. На канале Ютуб Мордовского культурного центра г. Тольятти: https://www.youtube.com/channel/UCpFOaR9-YBZqD9vKu3wtjEA (заблокирован)