31 октябрь
31 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
31 октябрь Викимилектә |
31 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 304-се көнө (кәбисә йылында 305-се). Йыл аҙағына тиклем 61 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Һаҡсыллыҡ көнө.
- Бөтә донъя ҡалалар көнө
- Ҡара диңгеҙ көнө.
- Ер: Телмәрҙе һаңғырауҙарға аңлатыусы сурдотәржемәселәр көнө.
- Хоккей ҡапҡасыһы көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Тикшереү изоляторы һәм төрмә хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1864: Невада АҠШ-ҡа 36-сы штат булып ҡабул ителә.
- 1892: Артур Конан Дойл «Шерлок Холмс мажаралары» әҫәрен баҫтыра.
тулы исемлек
- 1970: Еҙем-Ҡаран ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы эшләй башлай.
Был көндө тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Вельяминов-Зернов Владимир Владимирович (1830—17.01.1904), Рәсәй империяһының тарихсы-шәрҡиәтсеһе. 1851—1856 йылдарҙа Ырымбур һәм Һамар генерал-губернаторы В. А. Перовский ҡарамағындағы махсус эштәр буйынса чиновник. Санкт Петербург Фәндәр академияһы академигы (1861) һәм почётлы ағзаһы (1890), төрөк-татар телдәре докторы (1866). Действительный тайный советник (1902). Дворяндарҙан. Башҡорттарҙың телен, этнографияһын һәм тарихын өйрәнеүсе, Хөсәйенбәк кәшәнәһен тасуирлаусы.
- Карманов Юрий Михайлович (1945), театр актёры. 1967—1970 һәм 1979—1989 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры актёры; 1998 йылдан Өфөләге «Маска» Йәш тамашасы театры директоры. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Тенбекова Валентина Степановна (1955), ғалим-табип-гинеколог. Өфө ҡалаһының 8-се клиник дауаханаһының гинекология бүлеге мөдире. Медицина фәндәре кандидаты (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Казаков Дмитрий Валерьевич (1970) ғалим-химик, йәмәғәтсе. 1993 йылдан Органик химия институты хеҙмәткәре, 2012—2014 йылдарҙа Нефтехимия һәм катализ институтының төп ғилми хеҙмәткәре. 2000—2006 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Йәш ғалимдар советы рәйесе. Химия фәндәре докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Әхмәҙин Әфтәх (1947), шағир, журналист. 1979—2007 йылдарҙа «Пионер» (1991 йылдан — «Аманат») журналы хеҙмәткәре. 1995 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостандың Яҙыусылар сюздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ильясова Әлфиә Сәлим ҡыҙы (1952), шәфҡәт туташы. Ҡариҙел район үҙәк дауаханаһының элекке өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Вәлиев Сәғит Сабит улы (1957), ғалим-инженер‑электромеханик, 1980 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 2009 йылдан — информатика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2006), профессор (2007).
- Ҡылысов Ирнис Әшрәф улы (1957), музыкант. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының оркестр артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Яңғаҙы ауылынан.
- Иҫәнгилдин Флүр Әшрәф улы (1977—13.05.2000), Төньяҡ Кавказдағы террорға ҡаршы операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Батырлыҡ ордены кавалеры (2000, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Чекранов Юрий Андреевич (1943—16.12.2021), спортсы. 1963—1969 йылдарҙа мотоспорт буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы, 1978—1980 йылдарҙа «Башҡортостан» командаһының өлкән тренеры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1968). Спидвей буйынса шәхси ярыштарҙа РСФСР чемпионы (1963), команда ярыштарында СССР чемпионы (1964, 1967—1969), донъя (1964, 1966) һәм СССР (1963) чемпионаттарының көмөш призёры, СССР кубогының бронза призёры (1969); боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса шәхси ярыштарҙа СССР (1966) һәм РСФСР (1968, 1973) чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Хәзиәхмәтов Рәшит Мөхәмәт улы (1949), ғалим-эколог. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2002), профессор. (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районының 1986 йылда рәсми бөтөрөлгән Берёзовый Лог ҡасабаһынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1815: Карл Вейерштрасс, Германия математигы.
- 1835: Адольф фон Байер, Германия химигы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1892: Александр Алехин, Рәсәй империяһы һәм Совет Рәсәйе шахматсыһы, донъяның 4-се чемпионы.
- 1920: Анатолий Папанов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1973).
- 1953: Александр Новиков, СССР һәм Рәсәй йырсыһы.
- 1981: Александр Грищук, Рәсәй шахматсыһы, гроссмейстер, ил һәм донъя чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013).
Был көндө вафат булғандар
- 1905: Николай Бауман, большевиктар партияһы эшмәкәре.
- 1925: Михаил Фрунзе, Граждандар һуғышы осорондағы хәрби эшмәкәр.
тулы исемлек
- 1939: Отто Ранк, Австрия психологы.
- 1983: Шәрәф Рәшидов, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974, 1977).
- 1993: Федерико Феллини, Италия кинорежиссёры, биш тапҡыр «Оскар» премияһын яулаусы.
Йыл көндәре