Киров өлкәһе
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Киров өлкәһе | |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Киров | ||||
30-сы | |||||
- Барлығы |
120 374 км² | ||||
- Барлығы |
↘1 297 474[1] (2016) 10.78 кеше/км² | ||||
ТТП |
50-се | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
166,2[2] млрд. һум (2010) 107,2 мең һум | ||||
Федераль округ |
Волга буйы | ||||
Иҡтисади район |
Волга-Вятка | ||||
Губернатор |
Никита Белых | ||||
Ҡануниәт Йыйылышы рәйесе |
Алексей Ивонин | ||||
43 | |||||
ISO 3166-2 коды |
RU-KIR | ||||
Сәғәт бүлкәте |
MSD[d] | ||||
Бүләктәре: |
Ки́ров өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Волга буйы федераль округы составына инә.
Административ үҙәге — Киров ҡалаһы.
География
Киров өлкәһе төньяҡта — Коми Республикаһы һәм Архангельск өлкәһе, көнбайышта — Түбәнге Новгород, Вологда һәм Кострома өлкәләре, көньяҡта — Марий Эл һәм Татарстан республикалары, көнсығышта — Пермь крайы һәм Удмуртстан менән сиктәш. Майҙаны — 120 374 км²[3].
Тарих
Киров өлкәһе 1936 йылда Киров крайынан Удмурт АССР-ын бүлеп сығарыу һөҙөмтәһендә ойошторола.
Халҡы
Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкә халҡы 1 297 474 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 10.78 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 75.98 % (2015).
- Милли состав
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы:
- урыҫтар — 1 199 691 кеше,
- татарҙар — 36 457 кеше,
- мариҙар — 29 598 кеше,
- удмурттар — 13 639 кеше,
- украиндар — 7 718 кеше,
- милләтен күрһәтмәгәндәр — 35 585 кеше.
Киров өлкәһендә 1989 йылда — 624, 2002 йылда — 510 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[4].
Билдәле шәхестәр
- Туснолобов Степан Сергеевич (27.10.1918—24.12.1986), нефтсе, Дүртөйлө быраулау идаралығының элекке быраулаусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының танкыға ҡаршы дивизионында орудие командиры, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Почёт Билдәһе ордендары кавалеры. Нолин районы Белогорье ауылынан[5].
Административ-территориаль бүленеш
2006 йылдан алып өлкә территорияһында 371 муниципаль берәмек, шул иҫәптән 6 ҡала округы, 39 муниципаль район, 53 ҡала биләмәһе һәм 273 ауыл биләмәһе бар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год . Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
- ↑ Валовой региональный продукт по субъектам Российской Федерации в 1998-2010гг. (xls). Росстат.
- ↑ Правительство Кировской области — Общие сведения 2011 йыл 13 октябрь архивланған.
- ↑ Йосопов Р. М. Башҡорт диаспоралары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Туснолобов Степан Сергеевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 октябрь 2018)
Һылтанмалар
Киров өлкәһе Викимилектә | |
Киров өлкәһе Викияңылыҡтарҙа | |
Киров өлкәһе Викигид |
- Официальный сайт Правительства Кировской области 2007 йыл 28 июль архивланған.
- Официальный сайт Законодательного Собрания Кировской области
- Официальные новости органов власти Кировской области(недоступная ссылка)
- ВЯТКА.RU — Новостной информационный портал Кировской области 2017 йыл 6 июнь архивланған.
- Карта Кировской области 2011 йыл 20 сентябрь архивланған.
- Флаг и герб Кировской области
- Месторождения полезных ископаемых Кировской области