Китап

Китап
Рәсем
Вики-проект WikiProject Books[d]
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу кн.
Берекмәләре исемлекте ҡарағыҙ[d]
 Китап Викимилектә
Грац ҡалаһының (Австрия)университет китапханаһының төп уҡыу залында антиквар китаптар

Китап — баҫма продукция төрҙәренең береһе: брошюраланған йә айырым ҡағыҙ биттәрҙән йәки дәфтәрҙәрҙән торған типография йәки ҡулъяҙма ысул менән текст һәм график (иллюстрация) мәғлүмәт яҙылған, ҡағиҙә булараҡ, ҡаты тышлыҡлы матбуғатҡа мөнәсәбәте булмаған баҫма[1].

Шулай уҡ китап тип биттәре билдәле бер тәртиптә брошюра итеп йыйылып баҫырға әҙерләнгән әҙәби йәки фәнни әҫәрҙе атарға мөмкин[2].

Үҫеш менән Мәғлүмәт технологиялары үҫеше менән, электрон китаптар —баҫма китаптарҙың компьютерҙан йәки махсус ҡоролмаларҙан[3] уҡырға мөмкин булған электрон версиялары киң таралыу ала бара. 2013 йылда электрон китаптар китап баҙарының иҫәбенән 30%-ын һәм хаҡынан —14%-ын тәшкил итте[4].

Этимологияһы

Къniga праславян һүҙенең килеп сығыу ихтималлығы фараздары:

  • боронғо төрки *küinig, дунай-болгар *küiniv (уйғыр kuin, kuinbitig) ҡытайса küen[K 1] — «төргәк»[5] тигән мәғәнәләргә барып тоташа;
  • префиксаль *къn — һәм *ig- < *jug (*ieug-) тамыры «тоташтырыу, бәйләү», йәғни «беркетелгән биттәр»[6].

Тарихы

Боронғолоҡ

Телдән тапшырыу — кешелек тарихында иң боронғо белем биреү ысулы. Боронғо цивилизациялар яҙыу системаларын уйлап сығарғандан һуң, кешеләр нимәгә яҙып була — балсыҡ табличкаларҙы, ағас ҡабығын, металл табаҡтарын һ. б.— шуны ҡуллана башлаған.

Табличкалар

Табличканы физик яҡтан ныҡ, яҙма мәғлүмәтте ышаныслы һаҡлаусы, көндәлек ҡулланышта һәм күсереүҙә сағыштырмаса уңайлы мәғлүмәт йөрөтөүсе тип атарға була. Яҙыу сараһы — стилос (стило). Табличкаларҙың ике төп тибы: балсыҡҡа Алғы Азия илдәрендә (Тигр һәм Евфрат йылғалары үҙәндәре араһындағы халыҡтар) ҡулланылған хәрефтәр — шынаға оҡшаған боронғо яҙыу (клинопись) менән яҙғандар[7], һәм балауыҙ табличкалар — бер ҡатлам балауыҙ һөртөлгән таҡтасыҡтар. Яҙғандан һуң балсыҡ табличкаларҙы яндырып сыныҡтырғандар. Был процедуранан һуң, тексты үҙгәртеү мөмкин булмаған; ә балауыҙ табличкаларҙағы яҙыуҙы, киреһенсә, юйырға һәм ҡабаттан ҡулланырға мөмкин булған. Боронғо Римда таҡтасыҡтар бер-береһенә беркетеп ҡуйылған булған. «Диптихтар», «триптихтар» һәм «полиптихтар» (ике, өс һәм күп таҡтасыҡтар) булған[8], хәҙерге китаптың үҙенсәлекле прототибы — кодекс[9].

Төргәктәр

Винченцо Фоппа. Йәш Цицерон китап уҡый

Боронғо Мысырҙа I династия осоронан бирле яҙыу өсөн папирус (папирус һабаҡтарынан яһалған ҡағыҙ төрө) ҡулланылған. Шуға оҡшаш боронғо табылдыҡтарға папирусҡа теркәлгән V династия батшаһы Нефериркара Какаи бухгалтер документтарын индерергә була, улар Әбүсирҙә табыла, ваҡыты б. э. т. 24 быуат башы — 23 быуат аҙағы тип күрһәтелә[10] Һаҡлау уңайлы булһын өсөн, папирустың айырым биттәре төргәккә йәбештерелгән. Был традиция эллин һәм рим донъяһында киң таралған була. Шулай уҡ ағас ҡабығы һ. б. материалдар ҙа ҡулланылыуы тураһында лә мәғлүмәт бар.[K 2]. Папирус етештереү технолоияһын үҙенең «Естественная история» (Книга XIII, часть XXIII) хеҙмәтендә Өлкән Плиний яҙған[11])[12]. Геродоттың китабында («История», 5-се китап, 58-се өлөшө) финикийылар яҙманы һәм папирусты б. э. т. X йә IX быуаттарҙа Грецияға алып киләләр. Папирусты яҙыу материалы булараҡ гректар «библион», ә китапты — «библос» тип атаған[K 3] Мысырҙан Грецияға финикий порт ҡалаһы Библ аша папирус экспортланған[13].

Папирустан ҡараны еңел йыуып, шул уҡ биткә яңы яҙмалар теркәп булған. Йәбештерелгән папирустарҙан барлыҡҡа килгән оҙон һыҙаттың (грекса «хартия»; ғәҙәттә 20-гә яҡын өҙөк) бер яғы ғына яҙылған. Папирус һыҙаты тотҡосло валикка төрөлгән. Уҡығанда, бер ҡул менән валикты тоторға, ә икенсе ҡул менән төргәкте тағатырға тура килгән[14].

Кодекстар

V быуатта Исидор Севильский, ул саҡтағы ҡараштарға ярашлы, китап, төргәк һәм кодекс араһындағы айырманы түбәндәгесә аңлатҡан: кодекс күп китаптарҙан төҙөлгән, китап — бер төркәктән. Хәҙерге заманса аңлатырға тырышһаҡ, китапҡа һиҙелерлек оҡшаған кодексты беренсе мәғлүмәт йөрөтөүсе тип атарға мөмкин: бер тигеҙ ҙурлыҡтағы биттәәр төрлө ысул менән бер яҡтан беркетелгән һәм етерлек ныҡ материалдан яһалған тышлыҡ эсенә урынлаштырылған. Үҙенең ыңғай аспекттарына ҡарамаҫтан, кодекстар антик дәүерҙә киң таралмаған һәм III—IV быуаттарҙа христиан йәмғиәтендә яҙыу өсөн пергамент (папирустан айырмалы рәүештә) бөкләгән саҡта һынмаған[15], уны киҫеү мөмкин булған. Бындай Преимущества такого форматтың өҫтөнлөгө уның бәрәкәтлерәк (мәғлүмәт йөрөтөүсенең ик яғын да ҡулланырға була), йөрөтөү уңайлылығында (портативность) һәм мәғлүмәт эҙләү уңайлылығында. Бынан тыш, пергамент — күп тапҡыр ҡуллана алырлыҡ материал: унан буяу еңел алына. Бөкләнгән һәм уртаһынан тегелгән дүрт бит пергаменттан яһалған (16 бит килеп сыҡҡан) яҙыу китапсығы таралыш алған. Шундай китапсыҡ грекса «тетрада» («четвёрка») тип аталған. Хәҙерге китап блоктары ла 16- һәм 32- битле дәфтәрҙәрҙән йыйылалар[8].

Китап сауҙаһы

Китап һатыусылар тураһында б. э. т. V быуат грек авторҙары хәбәр итә (мәҫәлән, Ксенофонт). Китап һатыусыларҙы (библиополдарҙы) үҙҙәренең комедияларында Аристомен һәм Никофон телгә ала. Римда китап һатыу ғәҙәти күренеш булған. Китаптар күсереп яҙылған һәм һатылған оҫтаханалар булдырыла. Тит Помпоний Аттик — исеме беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән нәшриәтсе. Үҙенең әҫәрҙәрен күсереп яҙырға рөхсәт биргән авторҙарға Аттик әҫәрҙәренең бер нисә күсермәһе менән түләгән[16].

Урта быуаттар

Ҡулъяҙмалар

Әрмән ҡулъяҙмаһы, Гладзор, XIII—XIV быуаттар

Ҡулъяҙма китаптар (манускрипттар) оҫтаханалар-скрипторийҙарҙа (латинса «скриптор» — «яҙыусы, писец») яҙылған. Византия баш ҡалаһы Константинополда 356 йылдан бирле эшләгән скрипторийға Констанций II нигеҙ һалған, уның янында асыҡ китапхана ла булған (475 йылда унда 120 мең китап булған). Шулай уҡ скрипторийҙар монастырҙар янында эшләгән, уларҙың иң ҙурыһы Студийский монастырында урынлашҡан булған. Яҙыу юлдары тигеҙ сыҡһын өсөн, пергаментҡа йомшаҡ ҡурғаш пластинкаһы ярҙамында тура һыҙыҡ һыҙғандар, һуңғараҡ был маҡсатта грифель ҡулланылған. Каллиграфтар тексты ҡара менән шәкәр ҡамышынан яһалған ҡәләм, ағас таяҡсыҡ, һуңыраҡ ҡош ҡауырыйы ярҙамында төшөргәндәр[17][18]. Ваҡыт үтеү менән ҡайһы бер ҡулъяҙма биттәрен өрлө төҫтәргә буяй башлағандар, тексты төҫлө ҡара менән яҙғандар. Яңы абзац башын ҡыҙыл ҡара менән (уларҙы киноварҙан йә суриктан эшләгәндәр). Абзац башын яҙған каллиграфтарҙы рубрикатор (латинса «рубер» — ҡыҙыл) тип атағандар[19]. Пергаментҡа перо менән яҙыу уңайлы булған йомшаҡ һәм түңәрәкләндереп яҙыу унциал яҙыу барлыҡҡа килгән. Уның сәскә атыуы IV быуатҡа тура килә[20]. Пергамент ҡиммәт булғанлыҡтан, уны йыш ҡына ҡабаттан ҡулланғандар — текстарҙы махсус составтар менән йыуып таҙартҡандар, пемза менән ҡырғандар һәм яңы текст яҙғандар. Ҡабаттан ҡулланылған пергаментта яҙылған ҡулъяҙмаларҙы палимпсест тип атағандар. Шулай итеп, урта быуатта антик китаптар юҡҡа сыҡҡан, әммә кире осраҡтар ҙа булған — Юғары Урта быуат осоронда антик авторҙарҙың әҫәрҙәре сиркәү аталары әҫәрҙәре өҫтөнә яҙылған[21][K 4][19].

Новгород кодексының беренсе бите, 1010-сы йылдар

V быуатта Рим империяһының емерелеүе уның башҡа донъяларға мәҙәни йоғонтоһон кәметкән. Көнбайыш Рим империяһында латынь менән яҙыу традицияларын монастырҙарҙа һаҡлағандар, сөнки Вивария монастырында Кассиодор, һуңғараҡ Бенедикт Нурсийский VI быуатта текстарҙы күсереп яҙыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алған. Ул осорҙа китаптарҙы, башлыса руханиҙар ғына уҡыһа ла, был Урта быуаттарҙа китаптың мөһимлеген күтәргән. Ҡул типографик станок уйлап сығарылғанға һәм киң таралыу алғанға тиклем ғәмәлдә барлыҡ китаптар ҡулдан күсерелгән, шуның өсөн дә ҡулъяҙма баҫмалар һирәк һәм ҡиммәт булған. Ҙур булмаған монастырҙар ғәҙәттә бер нисә тиҫтә китапҡа эйә булған, ә ҙурыраҡ монастырҙарҙа бер нисә йөҙ китап иҫәпләнгән; IX быуатҡа 500 китаптан торған коллекция ҙур булып һаналған, һәм хатта Урта быуаттар һуңына Авиньондағы папа китапханаһы һәм собрание книг Сорбоннаның китап йыйылмаһында 2 меңгә яҡын ғына баҫма һаҡланған[23].

Ксилография һәм инкунабулалар

XIV быуат башында Көнбайыш Европала ксилография барлыҡҡа килгән (уның иң иртә өлгөләре бик күптән Көнсығышта барлыҡҡа килгән, VIII быуат менән билдәләнә). Элек-электән ксилографик китаптар Кореяла баҫылған)[24]. Ксилографияла бит һүрәтләнешле матрица үҙағас киҫәгендә киҫеп алынған. Уны ҡараға манып, биттең бер нисә күсермәһен эшләү мөмкин булған. Иң иртә текслы баҫма формалар биҙәк төшөрөлгән туҡыма етештереүҙә ҡулланылған[25]. Биҙәк баҫылған (төшөрөлгән) туҡыманы (набойка), уйын кәрттәрен һәм дини һүрәтләнештәрҙе ксилография ярҙамында эшләгәндәр. башта ҡағыҙ биттәре фәҡәт бер яҡҡа баҫылған, һәм буш яҡтары йәбештерелгән. Биттең ике яғында ла баҫыу станок уйлап сығарылғас ҡына мөмкин булған. Һәр бер биттең хәрефтәрен тәүҙә айҙар буйына ҡырҡып ултырыр кәрәк булғанлыҡтан, китап булдырыу күп тырышлыҡ талап иткән процесс була. Бынан тыш, ағас оҙаҡҡа сыҙамаған — ул тиҙ юйылған һәм ярғысланған, ә ағас формалар баҫмала файҙаланылғандан һуң, улар ташланған[26].

Европала 1500 йылдың 31 декабренә тиклем булдырылған баҫма китаптар, айырым биттәр һәм иллюстрациялар инкунабулалар тигән атама менән билдәле (лат. incunabula — «сәңгелдәк»)[27].

XII быуаттан билдәле булған ҡағыҙҙың Европала киң таралыуы менән,[28], китап баҫыу эше лә арзанланған. Ҡағыҙ ҡулланылған беренсе китаптарҙа пергамент та ҡушылған: 4 биттән торған ябай дәфтәр бите пергамент менән тышланған[29].

Йыйыу формаһы

Текстың айырым штамп менән баҫылған күсермәләре (оттиск) ярҙамында тергеҙелеүе элекке замандарҙан уҡ билдәле булған (иң иртә билдәле өлгө — фестский диск). Прюфенинг (de|kloster Prüfening) монастырында 1119 йылда айырым штамп менән күсереп баҫылған сиркәүгә нигеҙ һалыу тураһында латин телендә Прюфенинг яҙмаһы һаҡлана[30]

Ҡытай тимерсеһе Би Шэн (990—1051) йыйылған баҫма формалы мисәтте уйлап табыусы тип һанала. Яндырылған балсыҡ литерҙарҙан йыйылған бер форма буйынса уның йөҙләп һәм меңләп оттиск баҫтырыу ысулын ғалим Шэнь Ко үҙенең «Записки о ручье снов» хеҙмәтендә тасуирлаған[31]. Әммә ҡытай яҙмаһы идеографик булып кәрәкле литерҙар менән йыйыу кассалары ҙур дәүмәлгә еткәнлектән, Ҡытайҙа йыйылма форманан баҫыу киң таралыу алмаған[32].

Гутенберг

XV быуатта Иоһанн Гутенберг Европала беренсе булып баҫма өсөн металл күсеп йөрөмәле (подвижный) литерлы ҡул типограф станогын ҡулланған, һәм ул күп оттисктар ҡулланыу мөмкинлеген биргән. Гутенберг станогына оҡшаған механизмдар электән үк шарап етештереүҙә һәм ҡағыҙ эшләүҙә ҡулланылған. Шулай уҡ Гутенберг, процесты ябайлаштырырға ынтылып, тотош һүҙҙәр ҡойолмаһынан торған литер формаларын әҙерләй башлаған[33].

Китаптар сағыштырмаса алырлыҡ булһа ла, күп кеше өсөн һаман үтә ҡиммәт булған. Тексты йөҙәрләгән йә меңләгән оҡшаш экземплярҙарҙа нығытыу күсереп яҙғанда барлыҡҡа килерлек хаталарҙан һәм боҙоп биреүҙәрҙән азат булған ныҡлы редакциялы әҫәрҙәр баҫылыу мөмкинлеген биргән[27].

Яңы ваҡыт

Боронғо китаптың титул бите. Нәшриәтсе Джон Баскервилл, 1757

XV быуатта китап баҫыу масштабтары үҫеүгә ҡарамаҫтан, китаптар һаман сикләнгән тиражда нәшер ителгән һәм ныҡ ҡиммәт булған. Уларға һаҡсыл ҡараш, бәхәсһеҙ, үҙенән-үҙе аңлашылып торған.

Китаптарҙа уҡып туҡталған биткә билдә (закладка) һалыу тураһында, король баҫмасыһы Кристофер Баркер Елизавета I королеваға ебәк билдә биргәндән һуң, иң иртә телгә алыу 1584 йылда була. Тар ебәк таҫмалар XVIII һәм XIX быуаттарҙа иң таралған закладка булып киткән, уларҙы тышлыҡҡа беркеткәндәр һәм биттең бейеклегенән оҙонораҡ итеп эшләгәндәр. Беренсе алына торған закладкалар 1850-се йылдарҙа барлыҡҡа килгән, улар ебәктән йә ҡайылған тҡуҡыманан эшләнгән.

1800-сө йылдар башында пар менән эшләгән баҫма машиналар популяр булып китә. Улар сәғәтенә 1100-ләп бит баҫа алған, әммә эшселәр шул уҡ ваҡыт эсендә 2000-дән ашыу билдә ҡуйып өлгөргән.

XIX быуат аҙағында монотип һәм линотип престар индерелгән. Уларға 6 меңгә яҡын билдәләр һәм бер үк ваҡытта тотош юлдар ҡуйырға мөмкин булған.

Күп йылдар, XV быуаттан башлап, баҫма машиналарын яҡшыртыуға һәм, цензура кимәлен кәметеп, һүҙ азатлығы алырға күп йылдар сарыф ителгән[K 5]. Ә XX быуат уртаһына Европала китап етештереү йылына 200 мең атаманы аша үтеп киткән.

Барлығы яҡынса 130 миллион китап атамаһы бар (2010 йылға)[34].

Хәҙерге заман технологиялары

ЮНЕСКО Халыҡ-ара китап йылы тип иғлан иткән 1972 йылға бағышланған СССР почта маркаһы

Хәҙерге ваҡытта китап баҫтырғанда йышыраҡ осраҡта буяуҙы баҫа торған форманан аралыҡтағы цилиндр аша ҡағыҙға күсереү ысулы, йәғни офсет баҫма йә литография технологияһы, ҡулланыла. Биттәр яйлап, һуңыраҡ дөрөҫ тәртиптә бер-бер артлы айырым биттәрҙән йыйыласаҡ, төргәкле ҡағыҙҙа баҫыла. Шуға ярашлы, станок рулонлы, йә ротациялы тип атала; шулай уҡ, рулондарға түгел, айырым биттәргә баҫа торған офсет станоктар ҙа бар.

Оттисктары менән биттәрҙе йыйғандан һуң, төпләү эштәре тормошҡа ашырыла. Үткән быуат уртаһында төпләү эштәрен баҫма менән шөғөлләнмәгән айырымланған предприятиелар башҡарған; хәҙерге компаниялар ҡушылыу йәки яңынан үҙгәртеп ҡоролоу процестары барған әүҙем заманда бер үк нәшриәт фирмаһының төрлө бурыстарын интеграциялау артҡан саҡта, ундай предприятиены табыу ҡыйын. Китаптарҙы, тадицияға ярашлы, табаҡлап текмәйсә төпләү популярлыҡ ала, әммә элекке брошюрование методтары ла шулай уҡ полиграфия процесында ҡулланышта ҡала.

Хәҙерге заман китап баҫмаһына стандартлаштырыу хас: нәшер ителгән китаптар, ҡағиҙә булараҡ, билдәле дәүмәлдә һәм форматта баҫыла. АҠШ-тан башҡа, инглиз телендә һөйләшкән илдәрҙә, британ стандарттары өҫтөнлөклө; Европа илдәренең дә үҙ нормалары һәм ҡағиҙәләре бар. Ҡағыҙ ҙа шулай уҡ махсус полиграфик ихтыяждарға тура килтереп етештерелә; уҡыу процесын еңеләйтеү өсөн, ул традиция буйынса, таҙа аҡ итеп түгел, ә еңелсә ҡараңғылатып эшләнә, шулай уҡ, бер яҡта баҫтырылған текст икенсе яҡҡа күренеп тормаһын өсөн, билдәле тығыҙлыҡ үтәлә. Китаптың конкрет тибына бәйле, айырым сифатлы ҡағыҙ ҡулланыла; иң таралған төрө булып теге йәки был сортлы аҡбурланған ҡағыҙ тора.

Цифрлы баҫма

Хәҙерге заманда китаптар шулай уҡ цифрлы баҫма методы менән нәшер ителә. Был осраҡта китап биттәре офис техникаһы баҫтырған документтарҙа эшләнгән ысул — лазер принтерҙар йә тонерҙар (ҡара түгел) файҙаланған күсереү аппараттары — ярҙамында формалаша. Был ысул менән баҫмаларҙың бәләкәй тиражын (бер нисә йөҙ экземплярға тиклем), офсет станогы менән эшләгәндәге кеүек әҙерлек эштәре башҡармайса, нәшер итеп була. Цифрлы баҫма махсус конкрет клиент талап иткән һанда, хатта заказ эшләнгәндән һуң да, сығарыу мөмкинлеген бирә. Был китап баҫыуға яңы ҡараш өлгөһө булып тора.

Электрон китап

«Электрон китап» термины (шулай уҡ e-книга, ингл. e-book) ғәҙәттәге китап мәғлүмәтенә эйә булған, әммә цифрлаштырылған форматта бирелгән һәм электрон йөрөтөүсегә (носитель — CD-ROM, DVD-ROM һ. б.) урынлаштырылған китап.

Баҫмаларҙың бик күп сығыуы (мәғлүмәти шартлау) китапханалар алдында шул тиклем күп мәғлүмәтте һаҡлау мәсьәләһен ҡуйҙы. Электрон баҫмалар һәм Интернет селтәре мәғлүмәтте ҡағыҙ китапҡа баҫтырмау, китапты, уларҙы Бөтә донъя селтәре аша локаль йә дистанциялы уҡый алырлыҡ Электрон китапханаларҙағы күп күләм һыйҙырышлы электрон йөрөтөүселәрҙә һаҡлау мөмкинлеген бирә.

Бындай төр китаптарҙың ыңғай ҙа, кире лә яҡтары бар. Электрон китаптарҙы уҡыуҙың етешһеҙлектәре (мәҫәлән, «Jakob Nielsen|Nielsen Norman Group» тикшеренеүҙәренә ярашлы, уртаса 10 %-ҡа ҡағыҙ китапты уҡыу тиҙлегенән ҡайтышыраҡ[35]), шуның өсөн йыш осраҡта традицион ҡағыҙ китаптарҙы күберәк уҡыйҙар, һәм уларҙы нәшер итеү кимәле хуплана.

Шуға ҡарамаҫтан, хәҙерге ваҡытта, электрон йөрөтөүселәрҙә һаҡлау һәм уларҙы тотҡарлыҡһыҙ файҙаланыуҙы тәьмин итеү маҡсатында, булған китаптарҙы цифрлаштырырға тырышалар. Шулай уҡ талап итеү буйынса уларҙы баҫтырыу, электрон журналдар һ. б. булдырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә.

Аудиокитап

Аудиокитап эшләү өсөн теге йәки был әҫәр тексын профессиональ актёр — йә телмәр синтезаторы уҡый, шунан ул тауышлы йөрөтөүсегә яҙыла. Тексҡа билдәле бер музыкаль биҙәү ҙә өҫтәлә. Аудиокитаптар өҫтөнлөккә эйә (ниндәйҙер сәбәптәр буйынса уҡыу мөмкинлеге булмаған йә уҡый алмаған кешеләрҙең мәғлүмәтте ҡабул итеүе өсөн), етешһеҙлеге лә бар (атап әйткәндә, тауышлы файл текстың үҙенә ҡарағанда артыҡ күләмлерәк).

Китаптың йөкмәткеһе һәм уны биҙәү

Оклад

Китап төрөнә ҡарап (энциклопедия, һүҙлек, дәреслек, проза, шиғырҙар томы, монография һ.б.) төҙөлөшө: тышҡы күренеше, состав өлөштәре һәм структураһы төрлөсә булыуы мөмкин. Нигеҙҙә китаптар түбәндәге элементтарҙы туплай:

  • Китап оклады
  • Супертышлыҡ — китап тышына кейҙерә торған (ламинирланған) ҡағыҙ тышлыҡ.
  • Төп тышлыҡ — китаптың ҡаты тышы.
  • Тышы — китаптың исеме авторы яҙылған йомшаҡ тышлыҡ.
    • Төпләү нигеҙен тәшкил итә: ҡаты ҡағыҙ, ҡатырға, тире (тәбиғи йә яһалма), туҡыма, баҫып төшөрөлгән биҙәкле (тиснение), сусаль алтын, поталь, фольгалар (төҫлө, бронза, алюминий, «юбилейлы», кантлы.
    • алғы тышы (исемле йә исемһеҙ)
    • китап төбө — биттәр беркетелгән урын
    • китаптың тышҡы тышлығы (автор тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт, штрихлы код һәм хаҡы
    • төбөнән аҫта — өҫтән һәм аҫтан махсус таҫма (каптал)
    • ляссе — закладка таҫмаһы йәки бауы
  • брошюраланған биттәрҙән торған китап блогы
    • марля — китап блогын нығытыу өсөн
    • тегеү ептәре — китап блогы биттәрен тоташтыра
    • елем — йомшаҡ тыштағы биттәрҙе йәбештереү өсөн
  • китап биттәре
  • Форзац — китап биттәрен китап тышы менән беркетеү элементы.
  • Титул бите — китап исеме, авторы һәи пиктограмма яҙылған бит.
  • Сығанаҡ мәғлүмәт йәки импрессиум — нәшриәт, автор, мөхәрририәт, сығыу ваҡыты тураһында мәғлүмәт.
  • Бүлгес
  • Аннотация (кыҫҡаса тасүирлама) һәм рецензия (булмаҫҡа ла мөмкин).
  • Баш һүҙ
  • Инеш — әҫәрҙең төп темаһы алдынан килгән бүлек
  • Китап тексы — берҙәм китап блогына йыйылған текст
      • колонтитул
      • иҫкәрмәләр һәм төшөрмәләр
      • һылтанмалар
      • китаптың иллюстрациялары
  • Библиографик ҡулланмалар күрһәткесе (глоссарий — исем, географик атамалар, алфавит һәм биттәр, ҡыҫҡартмалар буйынса күрһәткестәр)
  • Йөкмәткеһе (ҡайһы саҡта китап башында була).
  • Нахзац — һуңғы биттәге форзац, китапты тышлыҡ менән беркетеү элементы
    • экслибрис — китап билдәһе, баҫып төшөрөлгән биҙәк, китапхана мисәте.

Китаптарҙы һаҡлау

Карл Шпицвегтың «Китап ҡорто» картинаһы

XIX быуаттың икенсе яртыһынан ҡағыҙҙы целлюлозанан эшләй башлағандар[36]. Мәктәп дәреслектәре һәм китаптар күмәк кеше һатып алырлыҡ була, халыҡ байлығына әйләнә. Әммә ул ҡағыҙҙа яйлап ҡына үҙ есемен яндырыу сифатына эйә кислота булған. Хәҙерге заман китапханалары иҫке китаптарҙағы кислоталарҙы нейтралләштереү буйынса сара күрергә тейештәр. 1850-се йылдарҙан алып [K 6] 1950-се йылдарға тиклем баҫылған китаптар шундай күренешкә эйә[K 7].

Китапты һаҡлағанда тышында һәм тексында химик үҙгәрештәр булыу мөмкинлеген күҙ уңында тотор кәрәк. Китаптарҙы тура ҡояш нурҙарынан йырағыраҡ, ҡараңғы һалҡынса бинала, уртаса дымлылыҡта һаҡларға кәрәк. Ауыр китаптарға, формаларын һаҡлар өсөн, күршеләш томдар таяныс булырға тейеш, шул сәбәптән уларҙы размерҙары буйынса төркөмләргә кәрәк. Йорт шарттарында китаптар, ҡағиҙә булараҡ, китап шкафтарында йә кәштәләрҙә һаҡлайҙар. Китап кәштәһендә китап аҙ торһа, уларҙың ҡыйшайыуын булдырмаҫ өсөн, китап тотҡос урынлаштырырға кәрәк була.

Һуңғы ун йыллыҡтарҙа китап уҡыусылар өсөн иҫке китаптарҙың электрон фотокүсермәләрен киң ҡулланалар[37], ә төп нөсхәләре үҙенә башҡа шарттарҙа һаҡлана.

Китап йыйылмалары

Китаптар йыйылмаһы шәхси ҙә (коллекция), йәмғиәттеке лә (китапхана) булыуы мөмкин. Шундай йыйылмаға эйә булыу тәүге әҙер дворяндарҙың, хәлле кешеләрҙең, шулай уҡ монастырҙарҙың һәм университеттарҙың ғына өҫтөнлөгө булған. Китаптар арзанайыуы һәм уларҙың һаны йәмәғәт китапханаларының таралыуына килтерҙе китаптарҙы күп кешеләр алып уҡый ала башланы. Әммә, төрлө яҡлап фекер йөрөтөү менән бәйле (тиҙ алып уҡыу мөмкинлеге, зауыҡ талабы, престижлыҡҡа ынтылыу), ҡайһы берҙәр үҙенең (шәхсән) китапханаһын булдырырға тырыша.

XX быуатта йомшаҡ тышлы китаптары булдырыу популяр әҙәбиәттең кинәт үҫешенә килтерҙе. Күпселек китаптарға хаҡ кәмеүе һәм китап магазиндарының артыуы менән бәйлелерме, шәхсән китапхана булдырыу йәмғиәттә биләгән абруй символы тигән төшөнсә иҫкерә бара.

Ҙур китапханаларҙа китап эҙләү күп хеҙмәт талап иткәнлектән — темаһы, авторының исеме, баҫылыу иле, — эҙләү һәм сортлау яғынан уңайлылыҡ өсөн, уларҙы каталоглаштырыу ихтыяжы тыуа.

Китаптарҙы төркөмләү

XX быуатта китапханасылар бөтә донъяла баҫылған күп китаптарҙы күҙәтеп, иҫәпкә алып өлгөрөү мәсьәләһенә тап булды. Шуға бәйле Китапхана ассоциациялары һәм учреждениелары халыҡ-ара федерацияһы был мәсьәләне сисеүҙең бер нисә ҡоралын эшләне, шул иҫәптән — халыҡ-ара стандарт библиографик тасуирлама (ISBD). Шуға ярашлы, һәр баҫмаға халыҡ-ара стандарт китап номеры — ISBN бирелә. ISBN, әҙәр нәшриәтсе был стандартты ҡабул итһә, теләһә ниндәй илдә китаптың һәр баҫмаһына уникаль идентификатор булып тора. Махсус ISBN ширҡәте был системаның таянысы булып тора. Идентификатор дүрт өлөштән тора[K 8]:

  • ил коды
  • нәшриәтсе коды
  • атама коды
  • 0-дән 9-ға тиклем һәм X (10) мәғәнәләрен ҡабул итә алған ISBN конроль һаны йәки суммаһы.

ISBN дан башҡа, классификациялауҙың башҡа системалары ла бар — мәҫәлән, ББК йәки УДК.

Китаптарҙың йәмғиәттәге роле

Берлин ҡалаһында (Германия) Китаптарға һәйкәл. 2006 йылдың 21 апрелендә хәҙерге заман китап баҫыу эшен уйлап сығарған Иоһанн Гутенбергҡа бағышлп асылған.

Урыҫ яҙыусыһы Максим Горький кәңәше:

« Китапты яратығыҙ — ул белем шишмәһе, фәҡәт белем генә ҡотҡарыусы, фәҡәт ул ғына һеҙҙе кешеләрҙе асыҡтан-асыҡ яратыусы, уның бер өҙлөкһөҙ хеҙмәт емештәрен хөрмәт итеүсе, рухи яҡтан көслө, намыҫлы, аҡыллы кешеләр итеп тәрбиәләйәсәк[38]. Совет яҙыусыһы Пётр Андреевич Павленко ла китаптың роле тураһында шундай уҡ фекерҙе әйткән: «Китап — коллектив тәжрибә. Кем ике тиҫтә бөйөк китап уҡыған, шул ике тиҫтә бөйөк ғүмер йәшәгән»[39]. »

2014 йылдың 14 мартында Православие китабы көнөн байрам иткәндә, Патриарх Мәскәү һәм бөтә Русь патриархы Кирилл хәҙерге заман йәмғиәтендә китаптың әһәмиәте тураһында былай тине:

« Бөгөн беҙ китап менән шул тиклем йыш файҙаланабыҙ, хатта ҡулдарыбыҙға кешелек мәҙәниәтенең уникаль һәйкәлен алғаныбыҙға иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Китап арҡаһында белем бер кешенән икенсеһенә горизонталь рәүештә генә тапшырылып ҡалмай, вертикаль да — үткәндән бөгөнгөгә, бөгөнгөнән киләсәккә бирелә. Китаптарҙа кешелек зирәклелеге тупланған»[40]. »

Геральдикала

Внуковское ауылы гербы

Китап — территориаль, ырыу һәм сиркәү геральдикаһында киң таралған яһалма геральдик булмаған фигура. Китап фигураһы йыш осраҡта:

  • изге яҙманы (мәҫәлән, Тәүрат);
  • мәғарифты һәм үҫеште;
  • тарихтың, әҙәби традицияларҙың байлығын йә закондың өҫтөнлөгөн аңлата.

Ҡыҙыҡлы факттар

  • Донъялағы иң ҙур китап Кодекс гигас (Codex Gigas) — XIII быуат башының бик ҙур ҡулъяҙма йыйынтығы (640 (624) бит, тышының размер — бейеклеге 92 см, киңлеге 50 см; китаптың ҡалынлығы — 22 см, ә ауырлығы — 75 кг).
  • Донъяла иң бәләкәй китап 0,74×0,75 мм дәүмәлдә[41] «Flowers of the four seasons». Китап 2012 йылда Toppan Printing Co япон нәшриәте тарафынан баҫылды, тиражы 250 экземпляр.
  • Брюстер Кейл Британияла бөтә баҫма китаптарҙың донъя йөҙөндә беренсе архивын асырға йыйына[42].
  • 2012 йылдан башлап Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө билдәләнә[43].

Иҫкәрмәләр

Комментарии
  1. Видимо, имеется в виду китайский иероглиф 卷 .
  2. лат. liberингл. library
  3. «Библос» һүҙенән библиотека һүҙен урыҫ теле үҙләштергән.
  4. Иң беренсе палимпсестарҙың береһе 1692 йылда асылған. XIX быуатта химик методтар ҡулланып юйылған текстарҙы тергеҙгәндәр, йыш ҡына ҡулъяҙмалар боҙолған. Һуңыраҡ фотография ярҙамында боҙмай һаҡлап ҡала торған методтар эшләнгән[22].
  5. Шулай уҡ ҡарағыҙ интеллектуальная собственность, общественное достояние, авторское право.
  6. Более ранние методы изготовления использовали известняковые ролики, которые нейтрализовали кислоту в целлюлозе.
  7. Ә уларҙан һуңыраҡ яһалған ҡағыҙ кислотаһыҙ йәки һелтеле ҡағыҙҙан эшләнгән.
  8. EAN-штрихкод для книг получается из ISBN путём добавления слева цифр 978 и пересчёта контрольной суммы.
Сығанаҡтар
  1. Книга(недоступная ссылка) // Стефанов С. И. Реклама и полиграфия: опыт словаря-справочника. — М.: Гелла-принт, 2004. — 320 с.
  2. Лопатин В. В., Лопатина Л. Е. Русский толковый словарь : около 35 000 слов. — 4-е изд. — М.: Русский язык, 1997. — 832 с. — (Библиотека словарей русского языка). — 15 000 экз. — ISBN 5-200-02420-X.
  3. Definition of e-book in English. Oxforddictionaries.Com. Дата обращения: 6 май 2014. 2014 йыл 6 май архивланған.
  4. Study: E-books Settle In. Дата обращения: 6 май 2014.
  5. Фасмер М. Этимологический словарь русского языка / Пер. с нем. и доп. О. Н. Трубачева. — 2-е изд. — М.: Прогресс, 1986. — Т. 2 (Е—Муж). — С. 263. — 50 000 экз.
  6. Этимологический словарь славянских языков (Н. Н. Казанский, Ю. К. Кузьменко. «К этимологии ст.-слав. КЪNИГ»)
  7. Немировский, 1986, с. 39
  8. 8,0 8,1 Немировский, 1986, с. 43
  9. Leila Avrin. Scribes, Script and Books, p. 173.
  10. Verner M. Chapter 6. The Testimony of the Papyrus Archives // Forgotten Pharaohs, Lost Pyramids. Abusir. — Praha: Academia, Škodaexport, 1994. — P. 157—170. — ISBN 80-200-0022-4.
  11. Pliny. Natural History. With an English translation in ten volumes by H. Rackham. — London, Cambridge: William Heinemann Ltd., Harvard University Press, 1960. — Vol. IV. Libri XII-XVI. — P. 142—145.
  12. Немировский, 1986, с. 40
  13. Фасмер М. Этимологический словарь русского языка / под ред. и с предисл. Б. А. Ларина. — 2-е изд. — М.: Прогресс, 1986. — Т. 1 (А—Д): пер. с нем. и доп. О. Н. Трубачева. — С. 164. — 50 000 экз.
  14. Добиаш-Рождественская, 1987, с. 30—31
  15. The Cambridge History of Early Christian Literature. Edd. Frances Young, Lewis Ayres, Andrew Louth, Ron White. Cambridge University Press 2004, pp. 8-9.
  16. Немировский, 1986, с. 45
  17. Немировский, 1986, с. 46
  18. Добиаш-Рождественская, 1987, с. 50
  19. 19,0 19,1 Немировский, 1986, с. 47
  20. Добиаш-Рождественская, 1987, с. 63
  21. Добиаш-Рождественская, 1987, с. 39
  22. Немировский, 1986, с. 48
  23. Martin D. Joachim. Historical Aspects of Cataloguing and Classification. Haworth Press 2003, p. 452.
  24. Немировский, 1986, с. 69, 76
  25. Немировский, 1986, с. 67
  26. Немировский, 1986, с. 69—70
  27. 27,0 27,1 Немировский, 1986, с. 83
  28. Немировский, 1986, с. 49
  29. Добиаш-Рождественская, 1987, с. 42
  30. Немировский, 1986, с. 73
  31. Немировский, 1986, с. 75
  32. Немировский, 1986, с. 75—76
  33. Немировский, 1986, с. 82
  34. Google сосчитал книги всех библиотек мира
  35. напр. Apple iPad (-6,2 %) Amazon Kindle (-10 %), см. Nielsen Norman: iPad лучше Kindle подходит для чтения, но уступает бумажным книгам 2014 йыл 8 июль архивланған.
  36. Сохранность книжных фондов: сборник научных трудов. — М., 1978. — С. 5.
  37. Дергачева-Скоп Е., Алексеев В. Древнерусское духовное наследие в Сибири: научное изучение памятников традиционной русской книжности на востоке России. — ГПНТБ СО РАН, 2008. — Т. 2. — С. 471.
  38. Высказывания про книги. Страница 7. // Сайт aforism.su. Дата обращения: 24 октябрь 2015. 2015 йыл 21 октябрь архивланған.
  39. Высказывания про книги. Страница 8. // Сайт aforism.su. Дата обращения: 24 октябрь 2015. 2015 йыл 21 октябрь архивланған.
  40. Тутина, Юлия.  Мудрость в переплёте. Как Москва отметила День православной книги // Аргументы и факты — СтоЛичность. — 2014. — № 4 (53) за 9 апреля. — С. 4.  (Тикшерелеү көнө: 24 октябрь 2015)
  41. Книга рекордов Гиннесса. Дата обращения: 19 сентябрь 2021. Архивировано 19 сентябрь 2021 года.
  42. Задумка Кейля — Газета. Ru
  43. Календарь знаменательных и памятных дат на 2019 год / ГОБУК МОДЮБ, Отдел информационной и справочно-библиографической работы; сост. Г. В. Рабович, О. В. Цвирко. — Мурманск, 2018. — 68 с.

Әҙәбиәт

  • Добиаш-Рождественская О. А. История письма в средние века. Руководство к изучению латинской палеографии. — 3-е изд. — М.: Книга, 1987. — (История книжного искусства. Монографии и очерки). — 5000 экз.
  • Кирпичников А. И. Книга // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Немировский Е. Мир книги. С древнейших времён до начала XX века / Рецензенты А. А. Говоров, Е. А. Динерштейн, В. Г. Утков. — Москва: Книга, 1986. — 50 000 экз.
  • Шапкина О. И. Символистская книга в России начала XX века // Известия высших учебных заведений. Проблемы полиграфии и издательского дела. — 2014. — № 5. — С. 115—122
  • Георгиев П. В. Библиотека и традиционная бумажная книга // Учитель истории в социокультурном пространстве Евразии в конце ХХ — начале XXI в.: Материалы Всероссийской научно-практической конференции. — Казань: Изд-во Казанского университета, 2016. С. 361—368.

Ҡалып:Устройство книги